+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
2 Сентябрь 2022, 11:00

Пинкут Ҡотлой

Рәүеф ХӘКИМОВ Юмореска Ҡулдары алтын булһа ла, Ҡот­ләх­мәткә ауылда йүнле-рәт­ле эш табылмай. Уны хатта шабашниктар ҙа үҙ янына алырға бик атлығып бармай. Берәүҙәргә уның һаранлығы, икенселәргә бирәнлеге оҡшамай.

Пинкут Ҡотлой
Пинкут Ҡотлой

Бер үҙе өс кеше ашағанды һыпыртып ҡуя Ҡотлой бер ултырғанда. Ашаған­да ҡолаҡтары ғына һелкенеп тора, башҡалар кеүек табындағы һүҙ­гә ҡушылып, ләстит һатмай. Хә­йер, әйтер хәл юҡ, эшкә лә шәп үҙе. Әммә ашағанда уға етеүсе юҡ та, булмаҫ та. Тамаҡ тигәндә тамуҡҡа керер тигәндәре нәҡ уның кеүектәр хаҡында булыр. Беҙҙә хатта теге киң бил­дәле кейәү мәҙәген дә Ҡотләх­мәт исеме менән бәйләп һөйләй­ҙәр. Имеш, Ҡотлой ҡайныһына ҡу­наҡҡа барған да, табында күп ашап оятҡа ҡалмаҫ өсөн, бер ҡаҙҙы үҙенә бешереп алған. Табындан тороп, тышҡа сығып кер­гән арала, өй артына ҡасып, шул ҡаҙҙы ла кимереп алырға өлгөрә икән. Күҙ асҡыһыҙ буран. Ул арала өйҙән ҡайныһы сыҡҡан. Буранға иҫе китеп:
– Вәт, әй, һыпырта-а! – ти икән. Был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалған Ҡот­лой “кейәүенең ашағанын ғәйеп иткән” ҡайныһына асыуы ҡаба­рып:
– Һыпыртһам, һинекен һыпырт­майым әле – үҙем алып килгән ҡаҙҙы ашайым! – тип ҡуйған, ти, имеш.
Бына шулай күп ашауы менән мәҙәккә кергән кеше ул беҙҙең Ҡотләхмәт. Һаранлығы – айырым тарих. Һәр хәлдә, “Пинкут Ҡот­лой” ҡушаматын шуның арҡаһын­да ала ул. Ауылда бик эш таба алмаған Ҡотләхмәт бер ваҡыт Себергә сығып китә. Ҡулы бел­гәнгә унда ла эше табылып тора. Аҡсаһы ла мул ғына сыға. Тик ҡулына бирмәйҙәр. Банктан карта алырға ҡушалар. Ә тегендә конверт тотторалар һәм ундағы “пин-код” тип аталған һандарҙы бер кем дә күрмәһен өсөн өйҙә генә асырға кәңәш итәләр. Ҡот­лой кешегә күрһәтә буламы һуң! Поезда ла конвертты асмай – йөрәк турындағы түш кеҫәһенә һалып, һыпыра-һыпыра ҡайта, түҙә. Өйҙә, ҡатыны алдында асыр­­ға ла ҡурҡа хатта – күреп ҡалмаһын, үҙенән башҡа аҡса­һын ала башлар, йәнәһе. Ҡатыны иртүк яғып, ҡыҙҙырып торған мунсаға алданыраҡ барып, сит-ят күҙҙән ҡасып, асырға була пин-кодлы конвертты. Шунда ғына иркен тын алып, кеҫәһенән ҡәҙерле әйберҙе тартып сы­ғара һәм тейешле урынды тыр­на­ған­дан һуң килеп сыҡҡан дүрт һан­ды күрә. Ул арала алмаш кейем-һалым күтәргән ҡа­ты­ны мунсаға килеп керә.
– Әллә минән йәшереп ҡыҙҙар хаты уҡый инде! – тип ҡысҡырып ебәрә, ире­нең конвертты мейес­кә ыр­ғытҡанын абайлап.
Ҡатынының янғын һүндереү машинаһыныҡынан да яманыраҡ тауышынан зиһене таралған Ҡотлой:
– Өс, туғыҙ, өс... – тип ҡабат­лай-ҡабатлай мейес ауыҙына ташлана. Тик ҡыҙған мейестә ҡа­ғыҙ торамы ни!
– Иштек инде ишәк сумарын!!! – ти пин-кодтың һуңғы ике һанын бөтөнләй онотҡан Ҡотлой.
– Нимә булды һуң? Аңлат әле кешесә – ҡыҙҙар хаты түгел инеме ни? – ти һөйөнөргә лә, көйө­нөргә лә белмәгән ҡатыны.
– “Ҡыҙҙар” һиңә! Һиңә күрһәт­мәҫ өсөн пин-код яҙылған ҡағыҙ­ҙы мейескә ырғыттым һәм дүрт һандың һуңғы икеһен оноттом – инде хәҙер нисек алабыҙ аҡса­ны?! – Мунса сабыныу ҡайғыһы ла ҡалмаған Ҡотлойҙоң үҙенән “Ашығыс ярҙам” машинаһы тауыштары сыға...
“Себерҙән байып ҡайтҡан” Ҡотлойҙоң ҡатыны тағы ике ай буйына ауыл буйлап бурысҡа аҡ­са һорап йөрөргә мәжбүр була.
– Пинкутын онотҡан шул! – тип, мунсалағы хәлде лә тәфсилләп һөйләй, етмәһә.
Шуның арҡаһында өс кеше урынына ашап та ит ҡундыра алмаған һәм ябыҡ, оҙон кәүҙәле булғаны өсөн ауылда “Ҡолға Ҡотлой” тип йөрөтөлгән Ҡотләх­мәтебеҙ үҙенә шундуҡ шап итеп йәбешкән заманса ҡушаматҡа эйә була һәм “Пинкут Ҡотлой”ға әйләнә. Иллә-мәгәр, икенсегә Се­берҙән урап ҡайтҡан Ҡотлой аҡса ала торған картаһын да, пин-код яҙылған конвертты ла тиҙерәк ҡатынына тоттора:
– Пин-кодты онота күрмә! – ти.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: