+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
9 Сентябрь 2022, 17:00

Белгестәр

Дуҫтарымды мин ябай кеше­ләр тип уйлай инем. Минең фе­керемсә, улар ҡара халыҡтан бер яғы менән дә айырылмай. Йәғ­ни һирәк осрай торған таланттары ла, фундаменталь бе­лемдәре лә юҡ. 

Белгестәр
Белгестәр

Нисек яңы­лышҡанмын! Ысынбарлыҡта иһә минең дуҫтар медицина өлкә­һендә һирәк осрай торған бел­гестәр икән.
Эш былай булды. Тубығым шеш­те. Аҡһай башланым. Ябай табиптар диагноз ҡуя алмағас, минең тубыҡты өс фән кандидаты, ике профессор, бер академик тикшерҙе. Был белгес­тәр­­ҙең фекере, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, бер үк түгел ине. Бишеһе биш төрлө диагноз ҡуйҙы...
Ял көнө минең янға ғәҙәттә­ге­сә дуҫтарым килде. Һыра һе­мергән арала мин уларға шеш­кән тубығым тураһында һөйлә­нем. Табиптарҙың диагноз ҡуя алмауҙары тураһында әйттем.
– Бөтә табиптар ҙа – шарлатан һәм жулик! – тине беҙҙең бер дуҫыбыҙ.
Ҡалғандар ҙа был фекер менән килеште. Унан һуң дуҫтар миңә тубығымды күрһәтергә ҡушты.
– Тубыҡ ҡапҡасың шешкән, – тип аңлатты дуҫтарҙың береһе. – Былай ҡатмарлы ғына сир... Һиңә йомран тоторға кәрәк. Шуның үпкәһе менән бауырын ике литр араҡыла ун биш минут ҡайнат. Шул ҡайнатма менән сепрәкте еүешләп тубы­ғына бәйләп ҡуй. Бер аҙнанан тере­лерһең.
– Был яҡшы дарыу, – тине икенсе дуҫ. – Ләкин шештең шәмәхә төҫөндә икәнлегенә иғтибар иттегеҙме? Был осраҡта ҡара йылан итен биш литр кө­мөшкәлә бешереп, тубыҡҡа һы­ларға кәрәк.
– Ҡайҙан ҡара йылан тотһон ул?! – тип ҡаршы төштө өсөнсө дуҫ. – Иң яҡшыһы – ошо. Иреткән бурһыҡ майын спиртҡа ҡушып бута ла, ҡараңғы урынға ҡуй. Ун һигеҙ сәғәттән – дарыу әҙер. Шуны мамыҡ менән тубығыңа һөрт. Өс көндән йүгереп йөрөй башларһың...
Дуҫтар таралышты.
Тора-бара тубыҡ үҙенән-үҙе төҙәлде. Әммә мин шул хәҡиҡәт­кә төшөндөм: ғалимдар белмә­гәнд­е беләләр икән дәһә минең дуҫтар! Юҡ, ябай кешеләр түгел улар, ә медицина өлкәһендә бөйөк белгестәр! Эйе, юҡ-бар кешеләр менән дуҫлашмайым шул мин.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: