+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
17 Сентябрь 2022, 11:00

Ҡыҙғаныс ҡыҙыҡ

(Юмореска) ...Искәндәр ул көндө, дөрөҫөрәге, ул төндө ғә­ҙәттәгесә бик һуң һәм шаҡтай иҫереп ҡайтты. Ҡайтты, бесәй кеүек кенә баҫып, йоҡо бүлмәһенә яҡынлашты. Тауыш-тын юҡ. Фәриҙәһе йоҡлай, тимәк. Уны уятыуҙан ҡурҡып, ишекте ҡыҫып ҡына асты ла, эскә күҙ һалды. 

Ҡыҙғаныс ҡыҙыҡ
Ҡыҙғаныс ҡыҙыҡ

Бүлмә эсе шаҡтай яҡты – тәҙрәнән ай нурҙары төшә ине. Карауатта, аҡ юрғанға төрөнөп, Фәриҙәһе йоҡлай... Тик был нимә?!. Ҡатыны ҡырыйында, ай нурҙарында ялтырап... шәп-шәрә ике бот ята түгелме?!. Һыйыр си­раҡ Саҙрый! Йәш саҡта уҡ Фәриҙә артынан һөйрәлеп йөрөгәйне, тәки теләгенә ирешкән икән! Искәндәрҙең тамам хәмер томалаған башына килгән иң беренсе уй шул булды. “Хәҙер һындырам мин һинең һыйыр сираҡтарыңды!” Шул ниәт менән, Искәндәр, кухнянан егерме йыл үткерләнмәгән, китек йөҙлө тутыҡ балтаны алды ла, йоҡо бүлмәһенә атылып килеп инде. Һәм... “ә” тигәнсе теге боттарҙы тураҡлап ырғытты...
Ҡарҙай аҡ йәймә ҡара ҡанға мансылды....
Искәндәр кинәт айнып киткәндәй булды. “Нишләнем мин?! Һыйыр сираҡ булһа ла, кеше ине бит әле ул. Мин кеше үлтерҙем! Миңә хәҙер йәшәү юҡ!..” Шулай тип уйлап, ул, һигеҙенсе ҡаттан һикереү ниәте менән, йүгерә-атлай балконға табан бара башланы. Әммә шул саҡ Фәриҙәһе, һикереп торҙо ла, уның муйынына килеп һарылды.
– Искәндәр! Бәғерем! Нишләйһең һин?! Кәрәкмәй! – тине ул һәм иренең биттәрен сут-сут үбергә тотондо. – Мине яратыуыңа, ниһайәт, ышандым мин... Бына бит, теләһәң, ҡулыңдан килә. Рәхмәт һиңә! Һуң, нисә ай ялынғайным бит мин һиңә, сапҡылап бир әле, тип, бына ошо һыйыр боттарын!..

Бошмаҫйән ЫҒЫШБАЕВ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: