+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
20 Сентябрь 2022, 13:00

Уңмаған уңған

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Юмореска) Бригадаға яңы трактор ҡайтҡас Харистың йоҡоһо йоҡо булманы. Һәр төндө, кеше аяғы баҫылғас, ул буяуы ла кибеп бөтмәгән әлеге тракторҙан төрлө өлөштәрен һүтеп алды ла, урынына үҙ тракторының шылтырап бөткән тимерҙәрен борғолап ҡуйҙы. Иренмәне Харис, иҫке деталдәрҙе өр-яңы буяуға ла буяны.

Уңмаған уңған
Уңмаған уңған

 Кәрәк еренә май һөрттө. Бер нисек тә айырып алырмын тимә. Шулай итеп, Харис, аҙна-ун көн тәмле төштәрен күрмәһә күрмәне, үҙенең илай-илай ғына эшләп йөрөгән тракторын йырлатып ебәрҙе. Хәҙер инде емертеп эшләп йөрөй. Бер көн бригадир ҙа маҡтап торҙо үҙен.
— Ҡулың алтын икән, парин. Юҡҡа сыҡҡан техниканы аяҡҡа баҫтырҙың бит. Яңыға алыштырғыһыҙ. Двигате­ленең тауышын ғына тыңла һин уның, талға баҫып һандуғас һайраймы ни! Вәт эшләй. Тфү, күҙ теймәһен. Трак­тор­ҙың көлөн ашаған кеше икәнһең. Әйҙә, йәштәрҙе лә үҙ эшеңдең сер­ҙәренә төшөндөр. Гайканың уңғамы, һулғамы боролғандарын белмәүселәр ҙә бар бит араларында. Тракторға ултыртмаҫ инең үҙҙәрен — кеше етмәй, — тип хатта уға бер өйрәнсек тә беркетеп ҡуйҙы.
Яңы трактор, хужаһы булмаған­лыҡтан, машина паркының бер мөйө­шөндә буяуҙарын ҡояшҡа йылҡыл­датып торған арала Харистың тышы иҫке, эсе яңы тракторы көндө төнгә ялғап эшләй торғас колхоз буйынса беренсе урынға килеп тә сыҡты. Быға тиклем ярыш бюллетенендә ҡойроҡ булып йөрөгән Харистың уңышына етәкселәр ҙә шатланып бөтә алманылар. Булдыра ала бит был! Эшләһә ҡулынан килә икән. Артабан үҫтерергә, күңелен дәртләндерергә, елкенде­рергә кәрәк йоҡоһоҙ егетте. Маяҡ буласаҡ ул. Бөтә колхозға. Респуб­ликаға. Хатта илгә. Ундай кешегә бер нәмә лә йәл түгел.
Көндәрҙән бер көндө колхоз ида­раһының ҡарары менән бригадир Харисҡа яңы тракторҙың асҡысын тотторҙо.
— Мә, ҡустым, игелеген күр. Гүзәл хеҙмәт емештәрең менән тағы ла шатландыр беҙҙе. Колхоз һиңә иң ҡеүәтле, иң яңы техникаһын ышанып тапшыра. Уңыш теләйбеҙ! Ә иҫке шылтырауыҡ тракторыңда ярҙамсың эшләр. Өй­рәнгәндә ярай ул.
Харис был тәҡдимгә теше-тырнағы менән ҡаршы торҙо. Тик хужа кеше­ләрҙең бер әйткән һүҙҙәрен кире ала торған ғәҙәттәре юҡ шул. Нишләһен, ултырҙы, ныҡ ултырыу менән ултырҙы Харис.

Фото: regnum.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: