+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Юмореска
14 Ноября 2022, 11:00

Хәлең нисек күрше?

Эштән ҡайтып инеүемә ҡәйнәм бармаҡ менән генә ым­лап, түрге яҡҡа саҡыра:– Ҡара, килен, ҡаршыла йәшәгән Әнисәләрҙә бер-бер хәл булғанмы әллә?– Ниңә улай тиһең? Әлләсе...

Хәлең нисек күрше?Хәлең нисек күрше?
Хәлең нисек күрше?

– Бер ни ҙә ишетелмәйме, тиеүем.
– Һуң, ҡайҙа, кемдән ишетәйем? Әле ҡайтып килеүем бит.
– Иртәнән бирле ишек алдарынан машина өҙөлмәй, туған-тыумасалары ла йыйылған, буғай.
Аптырай биреберәк мин дә тәҙрәгә ҡапландым. Ысынлап та, ҡаршыла ғына йәшәгән күршеләрҙең ҡапҡаһы шар асыҡ. Ололарҙың өйрәтеүенә ҡолаҡ һалһаң, ҡапҡаны улай асып ҡуйырға ярамай, йортта берәйһе теге донъяға күскәндә генә асып ҡал­дыралар, имеш. Баҡса эргәлә­рендә ниндәйҙер таныш түгел ир-ат ҡайнаша.
– Ниғмәтйәнгә бер-бер хәл булмағандыр ҙа ул, ә, килен? Һуңғы осор бер генә лә кәйефе юҡ ине. Балтаһы һыуға төшкән кешеләй йөрөнө.
Күҙ алдыма Ниғмәтйән килеп баҫа. Яурындары шиңгән кеүек ине шул. Үлер алдынан әҙәм балаһының яурындары төшә, моғайын, һиҙгәнегеҙ барҙыр.
– Мәйетте бөгөн сығарманылар, иртәгә ҡуя­ларҙыр. Әллә район үҙәгенән апҡайтып еткер­мәнеләрме икән? – Ҡәйнәм артабан фараз ҡыла.
– Бигерәк үкенесле шул бәндә ғүмере, – тим уға ҡушылып. – Әле ҡасан ғына улының туйында күкрәк киреп бейеп йөрөгәйне. Түбән ос Әһлиулла менән бәхәс ҡороп, бер үҙе бер яртыны һемерҙе «ыһ» та итмәй.
– Ҡуй, килен, улайтып вафат булған күршеңдең яманатын һатма. Әй-й, эшлекле ине лә һу-у-уң! Бесәнен һис бер машина менән саптырманы, тик ҡул салғыһы менән йығып һала ине, бахырың.
– Яманламайым, әйтәм генә инде...
Ул арала ирем ҡайтып инде.
– Ишетмәнеңме, ҡаршылағы Ниғмәтйән китеп барған бит, – тип ҡаршы алды улын ҡәйнәм.
– Китеп барған? Ҡайҙа?
Һәр ваҡыттағыса иремдең аңралығына йәнем көйөп:
– Ауыл осона, – тип ысҡындырҙым да, ҡәйнәнең шел­тәле ҡарашын тойоп, шып туҡтаным.
– Китсе... Булмаҫ... Кисә генә һөйләшеп торҙоҡ, һин дә мин ине.
Ул арала ҡәйнәм урамда йыйылышып тороусылар араһында Әнисәнең ағаһын, ҡустыһын, тағы әллә кем­дәрен танып ҡалды.
– Ана бит, Әнисә килендең яҡындары ла килеп еткән Туйыштан.
– Әле ҡайтышлай магазинға инеп сыҡҡайным, бер таныш түгел ир өс-дүрт пар сепрәк бирсәткә һатып ал­ды, – тип йәнә һүҙгә ҡушылды ирем. – Белмәҫһең хәҙер, типһә тимер өҙөр ирҙәр ҡапыл ғына китә лә бара.
– Ана бит, эй-й, бахырҡай, ҡалай әрәм булға-а-ан... – Ҡәйнә иларға уҡ етеште. – Ҡана, үлем хәбәре ишетелгәс уҡый торған доғаларҙы асып бир әле, килен... – Уҡып бөтөп, доғаһын ҡылғас, ҡәйнәм йыйына башланы.
– Ут күршегә ҡайғы ишеген ҡаҡҡанда, белмәмеш тә күрмәмеш булып ултырыу килешмәҫ, әйҙә, килен, һин дә, инеп хәлдәрен беләйек, хәсрәт уртаҡлашайыҡ.
Әнисәләргә йүнәлер алдынан уңда йәшәүсе Хәсбиямал ҡарсыҡты, йорт аша яңғыҙы көн күргән Сабира әбейҙе эйәрттек.
Ниғмәтйән менән Әнисәнең ишеге асылыуға ҡолаҡ­ҡа шау-шыу килеп бәрелде.
– Эй, бәғеркәйҙәр, ҡайһылай өҙгөләнәләр, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы Хәсбиямал инәй.
– Ҡайғы – аш түгел, – тип өҫтәне ҡәйнәм.
Килеп инеүгә ҡаршыбыҙға бармаҡтарын шартлата-шартлата бейеп килгән Ниғмәтйәнде күреп, Сабира әбей ултыра төштө:
– Әстәғәфирулла! Мәйет терелгән!
– Яңы ҡунаҡтар килә, өләсәһе, ҡаршыла! – тип ҡыс­ҡырҙы Ниғмәтйән Әнисәһенә.
...Артабан ни булғанын бәйән итеп тормайым. Баҡ­тиһәң, Ниғмәтйәндең килене ул тапҡан икән. Бәпестең «тояғын йыуырға» туғандары йыйналған, имеш. Йыназаға тип барған беҙ ҙә ҡунаҡ булып, бишбармаҡ ашап, бик тә ҡәнәғәт булып ҡайтырға сыҡтыҡ. Саҡырылмай килеп кереүебеҙҙең сәбәбен берәү ҙә һорап торманы. Беҙ ҙә ләм-мим. Ҡәйнәм сабыйға оло һарыҡтың игеҙәк бәрәсен вәғәҙә итте. Иҫән булһын киләсәктә лә күрше-күлән! Юғиһә бит һуңғы арала ауыл ерендә лә иҫән саҡта хәл белешеү йолаһы бөтөп бара...

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Фото: fikiwiki.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас