-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Ноябрь , 15:00

Алтынсәс

(Юмореска) Был башты әйтәм, тамам йонсотто бит һуңғы ваҡыт. Урамға сығам тиһәң, баш­ҡа бүрек һыймай. Берәй әмәлен күрергә кәрәк. Күптән түгел беҙ­ҙең районда «Алтынсәс» исемле бөҙрәхана – уҡыу үҙәге асылды, унда сәс алыу хаҡ­та­рының осһоҙ­лоғо тураһында реклама ролигы күҙгә салынып ҡалғайны.

Алтынсәс
Алтынсәс

Ошо бөҙрәханаға юлландым. Күп ҡатлы йорттоң 1-се ҡатында заманса йыһазландырылған “Ал­тын­­сәс” бөҙрәханаһы урын­лаш­ҡан. Иркен, яҡты фойела телдә­ренән бал тамып торған, фәреш­тәләй ике ҡыҙ ҡаршы алды. Хәйерле көн теләп, мине үҙ­ҙәрендә күреүҙәренә шат икән­дәрен әйтеп, етәкләп тигәндәй буш, ҙур залдағы унлаған көҙгө алдындағы ултырғысҡа алып килеп ултырттылар. Көҙгөләге үҙ ҡиәфәтемә ҡарап та өлгөрмәнем, күрше бүлмәнән аҡҡоштай тир­бәлеп, йылмайып урта йәштәр­ҙәге ханым килеп сыҡты. Ул иҫән­лек-һаулыҡ һорашҡас, үҙен “Ал­тынсәс” бөҙрәхана-уҡытыу үҙәге етәксеһе тип таныштырҙы ла, ниңәлер минән: “Һеҙ ашыҡмай­һығыҙмы?” – тип һорап ҡуйҙы. Мин эстән генә: «Вәт, иҫәүән, кем был ожмахтан сығып тайһын инде. Минең башҡа тай типмә­гән әле!» – тип ҡысҡырмай саҡ тыйылып: “Мин һеҙҙең ҡарамаҡ­та!” – тип һалдырҙым. Ул ынйы тештәрен күрһәтеп ожмах шиш­мәһендәй сылтырап көлдө лә, нәҙек, оҙон бармаҡтарын минең сәс араһына тығып:
– Ҡыҙҙар, бөгөн һеҙгә бәхет йылмайҙы! – тип өндәште. Сылтыр тауыштары сылтырап: «Был беҙҙең күптән көткән клиент. Бында икһеҙ-сикһеҙ күтәрелмә­гән сиҙәм!..» – тип дауам итә. Мин иҙерәп китеп, күҙҙәремде йомоп: «Тайта!» тип өҫтәйем. Бына уның оҙон, нәҙек бармаҡтары сәстәремдән айырылды. Мин ысынбарлыҡҡа ҡайтып күҙҙәрем­де астым да, аптыраштан ирәйеп ултырған ултырғысыма бөршә­йеп һыйындым. Мине егермеләп ҡатын-ҡыҙ уратып алған, ҡулда­рында ҡайсы, тараҡ, ҡәләм, дәф­тәр… Әле генә мин аҡҡошҡа тиңләгән бөҙрәхана етәксеһе хәлдәремде тиҙ аңланы.
– Һөйөклө клиент! Зинһар тынысланығыҙ. Төп операция­ларҙы үҙем башҡарасаҡмын. Һеҙҙең сәс бөтәһенә лә етәсәк. Ә ҡыҙҙарға килгәндә, оҙон хеҙмәт юлы алдынан практик эш кәрәк, – тип тыныс­лан­дырҙы. Шул саҡ минең күңелдә патриотик хистәр уянды. Илдең киләсәге өсөн кәрәк икән, сәс йәл түгел. Әйҙә, кәрәкле хеҙмәт һөнәренә өйрәнһендәр. Тик бына, башыма килешеп торған ҡолаҡтарҙы киҫеп алмаһындар, уның тирәһен үҙегеҙгә ышанып тапшырам.
– Әле бына, егермеләп ҡатын-ҡыҙға, дүрт сәғәт тирәһе сәс алыу буйынса эш практикаһы үткәреп, бүректе батыра кейеп, өйгә, телевизорым янына ашы­ғам. Баш, ҡолаҡтар – урынында, ә сәсемме?.. Баш иҫән-һау бул­һа, үҫер. Беҙ бит, Рәсәй хал­ҡы, түҙемле ул, нисәмә йыл инде тегенән дә, бынан да киҫәләр, бирешмәйбеҙ. Киләсәктә лә бирешмәбеҙ!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в