+6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Юмореска
28 Ноябрь 2022, 13:30

Телле телһеҙ

(Юмореска) – Сәләм!– Сәләм!– Эштәр нисек? Ғаиләң ни хәлдә?– Аллаға шөкөр! Улым – студент, ҡатыным – һатыусы. Үҙем төҙөлөштә эшләп йөрөйөм. Һиндә ниндәй хәлдәр бар? Нисек йәшәйһәң?– Бер көйө.– Нисек инде – “бер көйө?”– Өндәшмәй йәшәй бирәм.– Бик ҡыйындыр бит улай?

Телле телһеҙТелле телһеҙ
Телле телһеҙ

– Киреһенсә, бик еңел. Күптән түгел министр­лыҡҡа алдылар.
– Ҡотлайым!.. Дөрөҫ эшләгәндәр. Элек тә бик башлы егет инең бит.
– Унда баш кәрәкмәй. Башлы икәнеңде белеп ҡалһалар, башыңа һуғалар.
– Бәй, ниңә алдылар һуң һине?
– Өндәшмәгән өсөн.
– Аңлатыбыраҡ һөйлә әле. Бер кәлимә һүҙ ҙә әйтмәй, нисек эшләмәк кәрәк?
– Ҡыҙыҡ кеше һин, әй!.. Тыңла, улайһа. Бер за­ман шулай бик мөһим документҡа ҡул ҡуйҙырырға кәрәк булды.
– Шунан, шунан?
– Шунан – шул. Идара башлығы саҡыртып алды ла, бар әле, ти, бынауы ҡағыҙҙы министрҙың ҡабул итеү бүлмәһенә илтеп тапшыр, ти.
– Шунан?
– Мин, өндәшмәй генә ҡағыҙҙы алдым да, ҡабул итеү бүлмәһенә инеп ултырҙым.
– Шунан?
– Шунан, өндәшмәй генә ултыра бирәм.
– Шунан?
– Секретарь ҡыҙ һораштыра, мин – ләм-мим. Аптырағас, министрға инеп китте. Нимә әйткәндер, билдәһеҙ, әммә мине шундуҡ министр саҡыртып алды.
– Шунан?
– Индем дә, өндәшмәй генә ҡағыҙҙы һондом.
– Шунан?
– Министр ҡағыҙҙы алды, күҙ йүгертеп сыҡты. Ҡул ҡуя алмайым, төрмәгә ултырыр хәлем юҡ, ти.
– Ә һин?
– Ә мин өндәшмәйем. Ҡағыҙҙы кире алып, ҡабул итеү бүлмәһенә сығып ултырҙым.
– Шунан?
– Өндәшмәй тик ултырам. Секретарь ҡыҙ йәнә министрға инеп китте. Кабинет хужаһы мине йәнә саҡыртып алды. Мин һаман өндәшмәйем... Ҡыҫҡаһы, өсөнсө ҡат ингәс, тәки ҡул ҡуйҙы был. Оҙаҡ тотҡарлағаны өсөн ғәфү үтенде хатта.
– Шыттыраһың! Ғәфү үтенеү – министрға килешә торған эшме ни инде?
– Билләһи, валлаһи, ысын!
– Ышанмайым!
– Ә ниңә, улайһа, бер аҙнанан һуң мине үҙенең урынбаҫары итеп алған тип уйлайһың?
– Ә?!. Һин хәҙер – министр урынбаҫарымы ни?
– Ә кәк же!.. Хужалыҡ-көнкүреш эштәре буйынса. Ул минһеҙ – ике ҡулһыҙ. Бигерәк тә – дачаһында. Йортона уныһын-быныһын йүнәткәндә.
– Ҡара әле, әй, ысынлап та, башлы егет булып сыҡтың һин былай булғас!
– Эй, туған, иң мөһиме – телеңде тыя белеү. Ә баш менән әллә ҡайҙа китеп булмай ул хәҙер. Өндәшмәҫкә өйрәнергә кәрәк, өндәшмәҫкә!.. Рәсми йыйылыштарҙа президиум ағзаларына иғтибар иткәнең бармы?
– Бар, әлбиттә.
– Хужанан уҙып, берәйһе берәй һүҙ өндәшкәне бармы?
– Юҡ, әлбиттә.
– Шуға күрә лә түрҙә ултыра улар... Ярай, хуш!
– Хуш!

Мәүлитйән БӘШӘРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас