+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Юмореска
29 Ноября 2022, 06:00

Бахыр батыр

Эштән тағы кәйефе ҡыры­лып ҡайтты Фәнирҙең. Инде нисә йыл бер тәгәр­мәс төбөнән китә алмай. Тишел­гән-йыртылған урынын йәбеште­рә лә, шарт-шорт маши­наға кей­ҙерә. Шунан икенсеһенә, өсөн­сөһөнә тотона.

Бахыр батырБахыр батыр
Бахыр батыр

Көн буйы баш күтәреп ҡарар әмәл юҡ, бер-бер артлы теҙелгән машина­ларҙы, арыным, бүтән көндө килерһегеҙ, тип кире бороп ебәреп тә булмай. Ни тиһәң дә, һәр клиент – оло бүләк. Һиңә генә күҙ терәп килгәндәр, етмәһә. Эш хаҡы улар­ҙың һанынан ғибәрәт бит. Ләкин ғәҙеллек юҡ, Фәнир бер үҙе эшләй, ҡалғандар уның ар­ҡаһында рәхәтләнеп йәшәй. Хәйер, ул тиклем үк бер үҙе лә түгел: сервис нәсәлниге, уның урынбаҫары, урын­баҫарҙың яр­ҙам­сыһы, ярҙамсының уң ҡулы бар. Улар һәр береһе үҙен хужа тоя. Һәр кемеһе бер бүлмә би­ләп икенсе ҡатта ултыра. Барыһының да тәҙрәһе гаражға сыға. Бере­һен-береһе уҙышып килгән-киткән ма­шиналарҙы һанап ҡына торалар. Әле бөгөн Фәнир ике көнгә ял һорағайны, күмәкләшеп икенсе ҡаттан саҡ йығылып төшмәнеләр:
– Ике көн түгел, сервис ике сәғәткә лә туҡтарға тейеш түгел. Һин нимә, беҙҙе тереләй күмә­һең?
– Минһеҙ үҙегеҙ генә эшләп тороғоҙ, күмәкһегеҙ бит! – тип ҡа­раны Фәнир. Ишеткеләре лә килмәй: береһенең тимергә аллергия, икен­сеһенең күҙе насар күрә, өсөнсөһө һаңғырауға һалы­ша...
– Һин улай китә башлаһаң, эш хаҡы булмай был айҙа, – тип ебәргән булды бер хужа.
– Батырға ла ял кәрәк, – Фәнир был һүҙҙәрҙе уйламайыраҡ ысҡын­дырҙы.
– Кем батыр әле бында?! Әгәр мин сервис асырға кәрәк тип Ғүмәр­гә әйтмәһәм, был урын күптән баҙарға әйләнгән булыр ине... – Мәүдил күкрәк кирҙе.
– Кәрәклеге тураһында мин үҙем дә уйлап йөрөй инем, ә бына документация йыйыу, хеҙмәт­кәрҙәр йә­леп итеү тап миндәй батырҙың эше, – баш хужа Ғүмәр алғараҡ сыҡты.
– Эй, эй, һеҙ бигерәк, киттегеҙ. Минең еҙнә налоговыйҙа эшлә­мәгән булһа, астың ти ҡалала берҙән-бер сервисты! – Урын­баҫар ярҙамсыһы мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, үҙенең кемлеген хәтергә төшөрҙө.
– Финансты дөрөҫ бүлә бел­мәһәң, берегеҙ ҙә бында тормаҫ инегеҙ әле. Эш хаҡы тотҡар­ланғаны бармы? Кем арҡаһында елле машиналарҙа елде­рәһегеҙ? Фатирҙарығыҙ ҙа элиталы йорттан. Ә быға тиклем ҡайҙарҙа көн иттегеҙ? Мин ысын батыр бында! – тип, сығыр-сыҡмаҫ тауышын кү­тәреп маташты урынбаҫарҙың уң ҡулы Зөбәйер.
Хужалар һүҙ көрәштергән арала, Фәнир, уларға һиҙҙермәй генә, ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ғәҙәт­тәгесә, өйөнә етмәй бер туҡталыш алдан сыҡты ла, оло трассаға ҡарай атланы. Үҙе генә белгән йәшерен ерҙәге оҙон тимер таҫмаға берке­телгән ҡа­ҙаҡтарын беләгенә уратып йыйҙы ла, уны тоҡҡа тығып, өйөнә табан тәпәйләне...
Теүәл бер аҙнанан Фәнирҙең биш балалы ғаиләһе көн иткән бәләкәй генә өй эргәһенә тәҙрә­ләре томанланған сит ил маши­на­һы килеп туҡтаны. Унан автосервис хужаһы Ғүмәр, урынба­ҫа­ры Мәүдил килеп төштө. Иң аҙаҡтан, моҡсайҙар кү­тәреп, урынбаҫарҙың уң ҡулы Зөбә­йер күренде. Бергәләшеп ҡала си­тендәге ташландыҡ хәлдәге йорт­тарға ҡара күҙлек аша ҡарап тор­ҙолар ҙа, Фәнирҙең өйөнә инделәр.
– Ней ғәжәптәндер, һин киткәс, сервисыбыҙға машиналар бүтән килмәҫ булды ла ҡуйҙы, Фәнир Фыуатович, – тип һүҙ башланы хужалар. – Һинһеҙ булмай. Эштәр элеккеләй гөрләп дауам итһә, көҙгә ҡала үҙәгенән фатир алып бирешербеҙ, эш хаҡын өс тапҡыр арттырырбыҙ... Әлбиттә, батырға ла ял кәрәк, тип дөрөҫ әйттең ул теге ваҡыт. Рәхәтләнеп ял ит тә, кире сыҡ эшкә, батыр Фәнир абзый...
Алып килгән күстәнәстәрен бала­ларға таратып, еңел һулап, ауыр машиналары менән туҙан туҙҙырып кире китте хужалар.
Ә Фәнир, эңер төшкәс, һарай­ҙан ауыр тоҡ күтәреп алып сыҡты ла, оло трасса яғына атланы. Ул тиклем үк күҙгә ташланмаған боролошҡа еткәс, оҙон таҫмаға теҙелгән ҡаҙаҡтарҙы йәйеп, уларҙы тупраҡ менән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә күмеп ҡуйҙы.
– Эшкә, тигәс, эшкә булһын, әйҙә. Клиенттар иртә таңдан сиратҡа те­ҙелһен! – тип, ауыҙы эсенән генә һөйләнеп, тирә-яғына ҡаранды ла, ялп-йолп өйө яғына йүнәлде...

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас