+11 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Юмореска
1 Декабрь 2022, 09:00

Сүп

(Юмореска) Тәмәкене ташлау – минең өсөн сүп кенә ул! – тине бер көндө Бышкилде, ғәҙәттәгесә төтәтер­гә сыҡҡас. Уның ҡапыл ғына бындай ҡарарға килеүенә хеҙмәттәштәре башта аптырап ҡалды. Унан һуң көлөшөп алдылар. Булмаҫ, тинеләр.

СүпСүп
Сүп

– Булыр! – Бышкилде, сигаретына төкөрөп, мө­йөштәге төпсөктәр өйөмә ырғытты. – Ошо минуттан башлап ауыҙыма ла алмаясаҡмын!
Ысынлап та, ҡайтып киткәнсе Бышкилде башҡа­лар менән бергә тәмәке быҫҡытырға сыҡманы. Ҡайтып еткәнсе лә төтәтмәне.
Ғәҙәттә ул ишектән теш араһына сигарет ҡыҫтырған килеш килеп инә ине. Ҡатыны быға күптән күнегеп бөткән. Әммә бөгөн ирен икенсе ҡиәфәттә күреп, ул аптырап ҡалды.
– Бөттө! Тәмәкене ташланым! – тине Бышкилде тантаналы тауыш менән. Ҡатыны ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Хәйерлегә булһын, тип кенә ҡуйҙы.
– Әллә шикләнәһең инде? – тип аптыраны Бышкилде. – Бына, ҡара!
Ул кеҫә төптәрендәге тә­мәке ваҡтарына ҡәҙәр сүп һауытына түкте.
Йоҡларға ятҡансы бәрге­ләнеп-һуҡҡы­ла­нып йөрөһә йөрөнө, әм­мә түҙҙе Бышкилде. Ташларға икән, таш­ларға!
Төштә ул эшен күрҙе. Ир­тән килеп, ағай-эне, көнкү­реш бүлмәһендә өҫ-баш алыштырыу ме­нән, курилкаға йүнәлде. Бышкилде лә уларға эйәрҙе. Иптәштәре, ки­сәге футбол матчын тикшерә-тик­шерә, тәм­ләп тәмәке һу­рырға тотондо. Бышкилде лә ке­ҫәһенә тығылды. Әммә унда бер төпсөк кенә лә юҡ ине, исмаһам! Ҡапыл уның иҫенә кисәге вә­ғәҙәһе килеп төштө.
Башҡалар эшкә тотон­ған­сы, станогында бер деталь ҡырып өлгөр­гәйне инде ул. Бер тын эшләп алғас, токарь егеттәр берәм-берәм йәнә курилкаға йүнәлде. Был юлы футбол онотолдо, Бышкилде ха­ҡында әңгәмә ҡуйырт­ты­лар. Бышкилденең бер күҙе станокта булһа, икенсеһе... Эйе, дөрөҫ һиҙендегеҙ, икенсеһе – курилкала ине. Күҙе генәме икән? Бөтә иғтибарын биреп, шул яҡҡа ҡолағын ҡарпайтты ул.
– Алдынғылыҡҡа самалай! – тине береһе.
– Тәмәкегә аҡса йәлләй! – тип өҫтәне икенсеһе.
– Коллективты һанға һуҡмай! Эреләнгән! – тип фәстерҙе өсөнсөһө.
Бышкилде сыҙаманы, кеҫәләрен ҡапшарға тотондо... Һәм шул ваҡыт... уянып китте! Сәғәт төнгө дүрттәр ине.
Бышкилде, тороп, кеҫәләрен ҡапшап ҡараны. Күҙгә ҡырып һалырлыҡ тәмәке бөртөгө булһасы! Аптырағас, урамға сыҡты. Әммә был ваҡытта кем осраһын инде?! Төпсөк эҙләргә генә ҡалды былай булғас. Әммә ҡараңғыла төпсөк табыуы ла еңел түгел икән шул. Ҡапшанып йөрөй торғас, шулай ҙа бер-ике төпсөк тапты ул. Тик был ғына аҙ ине. Ул тағы эҙләнә башланы...
Ҡатыны, иртән уянып киткәс, ни күҙе менән күрһен, янында Бышкилде юҡ ине. Эшкә киткәндер, тип уйланы... Ләкин Бышкилде кистән дә күрен­мәне. Аптырағас, ҡатыны полицияға хәбәр итергә мәжбүр булды... Бышкилдене ҡаланың сүп-сар түгә торған төйәгенән барып таптылар. Баҡһаң, Бышкилде өй эргәһендәге сүп тартмаһына башы менән ҡаҙалып төшөп киткән дә, сыға алмаған икән. Ә сүп тартмаһы илтеп түгелгән ерҙә кискә ҡәҙәр нишләп йөрөгән, тиһегеҙме? Тәмәке төпсөгө эҙләп инде...

Рәфил КАШАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас