+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
22 Декабрь 2022, 15:00

“Әллә кем балаһы түгел әле...”

Венер ИСХАҠОВ (Юмористик хикәйә) Өс-дүрт тапҡыр сәй яңыртып, ул арала бөтә ауылды энә күҙәүенән үткәргән ут күршеләр Ғәзимә менән Гөлйыһандың һөйләшеүен телевизорҙан башланған концерт икенсе юҫыҡҡа борҙо.– Атаҡ, атаҡ, бынау йырлап торған ҡыҙ Сәлимә түгелме ни шул? – Гөлйыһан ултырған еренән йәһәт кенә тороп, телевизорға яҡын уҡ килеп, бер талай текәлеп торғас: – Шул бит! – тине, ауыҙын салышайтып. – Үрге яҡ Кәримәнең ҡыҙы!Әхирәтенең яңылығына Ғәзимә шаҡ ҡатты.

“Әллә кем балаһы түгел әле...”
“Әллә кем балаһы түгел әле...”

– Абау Аллаҡҡайым! Шуның ҡыҙы тиһеңме? Элек анау сусҡа фермаһында эшләгән Кәримәнең ҡыҙымы? Кит, кит, уларҙың ҡыҙы түгелдер ул. Яңылышаһыңдыр. – Ғәзимә, ҡулдарын шапылдатып, ботона һуҡты.
– Атаҡ, әхирәт, нишләп яңылышайым? Ана, ана, баҫып тороуына тиклем тас әсәһе. Ҡалай килештереп тора! Әллә кем балаһы тиерһең.
– Шул, тиһең инде! Йә Хоҙай, әллә ниндәй заман тыуҙы! Кисә үлһәм, бөгөн ишетмәгән булыр инем. Ни юҫыҡ кешеләрҙең балаһы ла әртис булып, телевизорҙан йырлап тора бит әле.
– Минең дә шуға хайран ҡалыуым. – Әсәһе ғүмер буйы эрзинкә итектә ҡатып, ҡыштырлап ферма юлын тапаны. Атаһы тракторҙан башҡа эшкә эшкинмәне, шул тракторында майға ҡатып йөрөнө.
– Дөрөҫ булһа, харап та ул. Шуларҙың балаһы тиң инде. Әле анау ваҡыт калхуз берсиҙәтеленең шау атличныға уҡыған ҡыҙы икенсеме, өсөнсөмө йылына саҡ уҡырға кереп китте. Уныһында ла шул уҡырға ингән өсөн машина биргәндәр, тиме. Быларҙыҡы нисек барып ингәндер? Кейгән күлмәге бит әле... Әллә кем балаһы тип торорһоң!
– Юҡҡа аптырайһың, әхирәт. Аҡсаң ғына булһын! Арыу ғына төрттөләр инде. Хәҙер уларҙы элекке Кәримә тимәҫһең. Ҡортто аяуһыҙ күп тоталар бит, бал керетте инде, бал керетте.
– Шул инде, шул. Ана, һинеке менән минеке бер ҙә йырсы түгел. Артынан төртөр нәмәбеҙ булмағас.
Әхирәттәр бер талай тыңлап торғас, тағы ла Гөлйыһан һүҙ башланы:
– Былай матур йырлай, ивет?
– Һы, йырларһың да. – Ғәзимә ҡулын һелтәне. – Уның шайы кем оломай. Үҙҙәре йырламай, ти, бит ул. Ауыҙҙарын килештереп асып-ябып ҡына торалар, ти. Тауышың булмаһа ла, анау микрафун тауыштарын шул тиклем матурлай, ти.
– Аптыраҡ, кеше балаһы әллә ҡайҙан шундай еңел кәсеп таба! Хәҙер килештереп ауылға ҡайтып төшөр әле. Күр ҙә тор бына!
– Ярай, беҙҙекеләр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. – Ике күрше дүрт-биш көн элек Себергә оҙон аҡса эшләргә киткән улдарын иҫенә төшөрҙө.
– Шулай шул. Бына күр ҙә тор, аҡсаны уйып апҡайтырҙар әле. Унан ҙур итеп өй һалырҙар. Кәләш алып еппәрерҙәр.
– Хәҙер телевизорҙан йырлау өсөн дә буйтым аҡса кәрәк, тиҙәр.
– Китсәле, ысынмы?
– Алдап тормам инде, Хоҙайым-Аллаҡайым.
Ғәзимә йәнә сәй яңыртты. Унан тағы телгә килде:
– Ай-бай-бай, шул Сәлимә телевизорҙан йырлап торған була бит әле. Әллә кем балаһы тиерһең. Уҡыуы ла йүнле булманы, шикелле. Нәҫелендә йырлаған кеше лә юҡ. Аптырарһың, унда нисек барып керҙе икән?
– Кит инде, кит. – Күршеһе уға ҡушылып, ҡалағы менән балға үрелеп, сәйен бер уртлап өлгөрҙөмө-юҡмы, соланда дөбөр-шатыр килгән тауыш ишетелде, унан дөрҫ итеп нимәлер ауҙы. Терт итеп ҡалған әхирәттәрҙең сынаяҡтары бер юлы ҡулдарынан ысҡынып китеп, иҙәнгә төшөп, селпәрәмә килде.
– Ай Аллаҡайым!
– Атаҡ-атаҡ, нимә булды?
Сәй ҡайғыһы киткән күршеләр соланға атлыҡты һәм иҙәндә ятҡан ике ир ишаратын күрҙе. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, үҙҙәренән араҡы еҫе борх итеп торған егеттәрҙе улар әрләй-әрләй урынынан торғоҙорға маташты:
– Ҡайҙан килеп сыҡҡан был алкаштар?!
– Фуф, һаҫып бөткәндәр.
Дүрт-биш көн элек кенә Себергә тоҡлап аҡса алып ҡайтырға киткән уландарын танырлыҡ түгел ине шул...

Фото: fikiwiki.com

Автор:
Читайте нас: