+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Ғинуар 2023, 17:00

ТУН

Венер ИСХАҠОВ Сәғиҙә бүлмәгә килеп инеү менән сумкаһын бер мөйөшкә олаҡтырҙы ла шатлығын уртаҡлаша башланы.— Ҡыҙҙар, бөгөн минән дә бәхетлерәк кеше юҡ! Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Кисә фирменный магазиндан яңы тун алдым әле, — тине ул, урынында өйөрөлөп. — Әтеү ни кеше күҙенә күренергә ғәрләнә инем.

ТУН
ТУН

— Аһ-аһ, былтыр гына пальто алғайның түгелме ни?
— Алһа һуң, оялмайынса шул иҫкене кейеп йөрөмәҫмен инде. Йә, килешәме? — Сәғиҙә, арт һанын ҡыйшанлатып, тегеләй-былай йөрөй башланы.
– Бигерәк матур булған, кейәү ҡулы тейһен. Күпме тора?
— Йөҙ утыҙ мең һум.
— Оһо-о, ҡыйбат ҡына. Былай булғас, ысын күндән икән.
Бер яҡтараҡ башын тырнап ултырған Ҡәбиҙә лә белдекле ҡиәфәт менән һүҙгә ҡушылды.

— Ҡыҙҙар, уны белеү өсөн яндырып ҡарайҙар икән. Шулай иттеңме һуң?
— Әлләсе, ҡайҙан башҡа килһен.
— Әлегә һуң булмаҫ элек тикшереп ҡарарға кәрәк. Минең бер танышым куртка алған да, уныһы ике-өс көндән вис бүҫелеп сыҡҡан, ти.
— Ысынмы-ы-ы? Абау, Аллаҡайым. Ҡыҙҙар, һуң булмаҫ элек, әйҙәгеҙ, минекен дә шулай итәйек. Әтеү, аҡсам һыуға ағыр, тәүбә, тәүбә!
Күҙҙәренә аҡшайтып һөрмә тартып ултырған Маһира кеҫәһенән зажигалкаһын килтереп сығарҙы ла тунға төртөп алыуға бүлмәлә һыйыр башы өткәндәге кеүек һаҫыҡ еҫ таралды.
— Ура-а-а, былай булғас, ысын икән! – Сәғиҙә ҡыуанысынан, сәпәкәй итә-итә, аяҡтарын тыпырҙатып алды.
— Йыуырға кәрәк. Әтеү тиҙ туҙыр.
– Уныһы беҙҙән ҡала торған эш түгел. Бер тауыҡ та бер һауыт.
Бына ҡыңғырау шылтыраны. Бүлмәлә ығы-зығы ҡупты.
– Нисәнсе дәрес әле?
– Хәҙер ҡайһы класҡа инәм икән?
– Ах, мин бөгөн шәмбе тип торам да...
Әле генә зыҡ ҡупҡан уҡытыусылар, кемеһе — сумкаһын, кемеһе журналды эләктерә һалып, кластарға ҡабаланды.

Һүрәт: news.myseldon.com

Автор:
Читайте нас: