+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
6 Ғинуар 2023, 10:00

Хуш, әхирәт!

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Юмореска) Улар көтмәгәндә осрашты. Больница яғына йүгерә-атлай китеп барыусы Кәбирә әхирәте Зәбирәне саҡ бәреп йыҡманы. Барыр ерҙәрен онотоп ҡосаҡлаштылар. Йәй башынан бирле күрешкәндәре юҡ бит, һағынышҡандар. — Нисек йөрөп ҡайттығыҙ, әхирәт, ял әйбәт үттеме? Бигерәк матур күлдәк алып кейгәнһең икән.

Хуш, әхирәт!
Хуш, әхирәт!

— И, һөйләмә лә инде. Ниндәй ял булһын инде. Башта шәп елдерҙек, сәғәтенә йөҙ-йөҙ егерменән дә төшмәнек. Башҡаларҙы уҙып ҡына китәбеҙ. Таң яҡтыһынан меңәр саҡрым үттек. Ҡайҙа инде ул туҡтап тороу. Тик Тулала ғына оҙаҡланыҡ. Ниндәйҙер тимер төшөп ҡалған ине, ҡала бөтөрөп шуны ике көн эҙләнек. Унда ла талчук бар икән. Шунан ат башындай бер тимер алғас тағы елдерҙек. Симферополгә етерлек күпер бар, шуның аҫтына кереп, ҡапҡылап алдыҡ әле. Юғиһә машина эсендә эҫе, тынсыу. Күпер аҫтына етмәй инде. Аңлай белгән кешегә шундай матур күренеш. Романтика. Тик туҙанға батып ҡына бөттөк. Машина үткән һайын биҙрәләп ҡойола. Аш бешергән инек бутҡа булды Шундай тәмле.

— Рәхәтләнеп донъя гиҙгәнһең икән әхирәт. Иреңдән уңдың шул, иреңдән.

— Уңды ни бысағым. Ун мең километр үткән инек бөтә тәгәрмәстәре ыштандарын һалып ташланы. Уларҙы яңыртырға биш йөҙ тәңкә китте. Машинаһы ла үҙе кеүек күп ашай, бензинына тағы күпме. Ярай техник хеҙмәтләндереү станциялары шәп. Юлдан туп-тура барып керәһең, “һә” тигәнсе рәтләп тә бирәләр. Икенсе станцияға тиклем тағы ла елдерә бир. Унан өсөнсөһө, дүртенсеһе... Барыһы илле дүрт станция булды. Иллә мәгәр Ялтаның ремонт станцияһына етмәй. Ул ҙурлығы тиһеңме, ул машина ҡарай торған бокстарҙың уңайлыҡтары тиһеңме. Шәп. Был күлмәкте лә шунда эшләүсе бер ҡатындан тун хаҡына һатып алдым. Химчисткаға биргән инем, ҡарап туйғыһыҙ күлдәк булды ла ҡуйҙы.

— Һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ, әхирәт. Алыштырып та тораһы юҡ, машина аҫтына кер ҙә ят, — тине Зәбирә. — Әле ҡайҙа бара инең һуң?

— Ҡайҙа булһын, больницаға. Ирем шунда ята бит. Ял иткәндә машина менән йөҙ мең километр юл үтеп үҙенә суртым да булмаған ине, өйгә әйләнеп ҡайтҡас, әллә нишләне. Күҙен аҡайта ла ҡулдары менән машина рулен борғалаған кеүек хәрәкәт яһай, һикерә-һикерә тормоз, муфта педалдәренә баҫҡандай итә. Кеше күрһә: “Пип-пип” тип ҡысҡыра. Төнө буйы керпек ҡағырға ла ирек бирмәй, машина тәгәрмәсе тип, өйҙә ниндәй тишекле әйбер бар, шуларҙы резина менән ямап сыҡты. Миңә лә ҡул һуҙа. Врач саҡыртҡан инем, тимер ҡоймалы теге больницаға алып киттеләр. Отвертка менән балон асҡысы һорап хат яҙған, әле шуларҙы илтә барам. Ашыға инем, әхирәт: бөгөн машинаның алғы тәгәрмәсен ямайһы, карданын майлайһы бар. Иркенләп бер һөйләшербеҙ әле. Ярай мин киттем. “Пип”.

— Хуш, әхирәт! — тине Зәбирә, Кәбирәгә ҡыҙғанып ҡарап.

Фото: anekdotovmir.ru

Автор:
Читайте нас: