+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
10 Ғинуар 2023, 17:15

Дөрөҫлөк көнө

(Юмореска) Был донъяла хәйләһеҙ, алдашмайынса ғына йәшәп булмай, тиҙәр. Сәйәсмәндәрҙән алып таныштарға тиклем барыһы ла алдашырға ярата шул.

Дөрөҫлөк көнө
Дөрөҫлөк көнө

Яңыраҡ ана бер билдәле сәйәсмән, әгәр мине президент итеп һайлаһағыҙ, араҡыны осһоҙ, бөтә яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙы ирле итәсәкмен, тип яр һала ине. Магазинға инерлек тә түгел: ҡайһы костюмды кейеп ҡараһаң да, һатыусы эргәгә йүгереп килеп етә, тап һеҙҙең өсөн генә үлсәп тегелгән, сисеп тә тормағыҙ, тип йәнде ала. Өс үлсәмгә ҙурыраҡ бит, олатайҙың бишмәтен кейгән малайға оҡшайым дабаһа, тиһәң, хәҙер модаһы шулай, тип ебәрә.

Был донъяны мотлаҡ үҙгәртергә кәрәк. Үҙемдән башлайым, бөгөндән башлап тик дөрөҫөн һөйләйәсәкмен. Иртән машинала эшкә барышлай ошоларҙы уйлап бара инем, юл инс­пекторы туҡтатты. Документтарҙы, машинаны ентекләп ҡарап сыҡҡас, кәйефе ҡырылды буғай, барыһы ла тәртиптә бит.

– Ниңә бик яй килә инең? – Тәртип һаҡсыһы документтарҙы кире һондо.

Бик ҡыҙыҡ һорау. Ғәҙәттә, ниңә шәп йөрөйһөң, тип йәнгә тейәләр. Башҡа ваҡытта мин, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәйем, шуға яй йөрөйөм, тип яуаплар инем, тик бөгөндән башлап дөрөҫөн һөйләргә булдым шул. Шуға күрә яуап былайыраҡ яңғыраны:

– Кисә әҙ генә эскәйнем шул, шуға яй киләм.

Тәртип һаҡсыһының ауыҙы йырылып, документтарҙы күкрәгенә ҡыҫты:

– Әйҙә, төш, тикшерәбеҙ!

Тел тик тормағас, бер урында трубкаға өрҙөрҙөләр, ҡаланың икенсе осона алып барып анализ бирҙерҙе­ләр. Ярай әле организмда алкоголь юҡ тип таптылар, юғиһә бер-ике йыл рулгә ултырып та булмаҫ ине. Ә бит кисә кис теш һыҙлауын баҫам тип ике йотом спирт уртлап ҡарағайным.

Эшкә өс сәғәткә һуңлап барҙым. Мин үҙем социаль өлкәлә эшләйем, дәүләт ярҙамына мохтаждарҙы ҡабул итәм. Кабинет ишеге алдында һыу буйы сират теҙелгән. Сираттағы­ларҙың сырайы ҡараңғы, һуңлап йөрөүем уларҙы бик ҡыуандырмай, ахыры.

– Һеҙ үзбәк милләтенән түгелме, бик оҡшағанһығыҙ?

Кабинетҡа беренсе булып инеүсе­нең был һорауы мине аптыратты.

– Юҡ.

– Бер ҙә юҡҡа ҡыҙмағыҙ, үзбәктәр ҙә бик һәйбәт халыҡ. Бына, мәҫәлән, Нурсолтан Назарбаев, Әбүғалисина. Әгәр һеҙ үзбәк икән, йәшермәгеҙ, бының бер ояты ла юҡ.

Был әҙәм мине йыуатырға тырыша буғай. Мин, ысынлап та, ҡыҙа башланым:

– Беренсенән, мин үзбәк түгел, икенсенән, Назарбаев менән Әбүғали­сина ла үзбәк түгел, өсөнсөнән, бында һорауҙарҙы һеҙ түгел, мин бирергә тейеш.

Эш олоға китте, әңгәмәсем ялыу менән етәксемә кереп китте.

Һуңынан уныһы саҡыртып, эшкә һуңлап йөрөү, килгән кеше менән әрләшеп ултырыу бик алама ғәҙәттәр икәнен төшөндөрҙө, айлыҡ премиянан ҡолаҡ ҡаҡҡанымды аңғартты. Аңла­ным, тип сыҡ та кит бит инде, юҡ. Дөрөҫөн һөйләй торған көн булғас, үҙебеҙҙең ойошмалағы етешһеҙлек­тәрҙе асып һалдым, етәкселәргә лә эләкте. Кабинеттан сығыр саҡта ғына юғарыраҡ вазифаға үрләтеүгә кандидаттар исемлегенән төшөп ҡалып, эштән ҡыҫҡарты­лыусылар сафына беренсе кандидат булып ҡалғанымды аңланым. Етәк­семдең ҡарашы быны бик асыҡ сағылдыра ине.

Шулай ҙа иң ҙур ударҙы ҡатын яһаны. Киске табынға ултырғас, быға хәбәр һөйләйем: мәйтәм, анау күрше йортта йәшәгән ҡыҙ әллә ни арала ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ сибәргә әй­ләнгән, бер ҡарауҙан ғашиҡ булырлыҡ. Фекерҙе тамамлап булманы, эргәлә ултырған ҡатын һулаҡай ҡулы менән күҙ төбөнә тондорғайны, уныһы күгәреп тә сыҡты. Ҡатынға был да әҙ күренде, шикелле, ҡарашы менән уҡлау һымаҡ ауырыраҡ нәмә эҙләгәнен күреп, кухнянан тая һалдым.

Юҡ, егеттәр, был донъя дөрөҫ һүҙ тыңлап йәшәргә әҙер түгел, иртәгәнән тағы ла алдаша башлайым. Иртәрәк тыуғанмын, ахыры.

Марат ӘМИНЕВ.

Фото: shutniks.com

Автор:
Читайте нас: