+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
11 Ғинуар 2023, 10:00

Ҡуян бәлеше

Юмореска – Э-й-й, Хоҙайым, ирҙәр пенсияға сыҡҡас өйҙә ятмаһын ине ул!  Бар нәмәне күрә, кәрәкмәгәнен ишетә, йөҙ һорау яуҙыра. Ҡайҙа бараһың? Ҡасан ҡайтаһың? Сәй эсәбеҙме? Төпсөнөп кенә йөрөй, – тип зарланырға тотондо Хәниә түтәй, Сара әхирәте сәйгә килгәс.

Ҡуян бәлеше
Ҡуян бәлеше

– Пенсияға сыҡҡас, икәүләшеп, гөрләшеп, сөкөрҙәшеп сәй эсеп, туйғансы һөйләшеп ятырбыҙ, тип уйлағайным. Хәҙер нимә эшләргә инде? Колхозы ла тарҡалды. Исмаһам, элек идараға барып, тәмәке тартып, кәрт һуғып, яңылыҡтар ишетеп булһа ла ҡайта ине.

Ике әхирәт бер-береһенә зарланышып, һөйләшеп ултыра торғас, ҡышҡы ҡояш та һүрелеп бөттө. Сара яйлап ҡына ҡайтыр яғын ҡараны. Ләкин Хәниәнең зары башынан сыҡманы ла ҡуйҙы. Уны ла шундай хәл көтә түгелме һуң?

Иренә берәй эш табырға уйланы. Тик барып сыҡманы. “Туҡта әле, Зәйнәпкә барып киләйем әле. Уның да ире пенсияға сығыуға арыу ғына бит. Нисек йәшәп яталар икән? – тип уларҙың йәшәү шарттары менән танышып ҡайтырға булды.

Ҡунаҡсыл йортҡа барып кереү менән, ниңә килгәнен һөйләп биргәйне, Зәйнәп тә зарланыуҙан башы сыҡманы.

– Хәниә бик дөрөҫ әйткән. Бына нисә йыл инде пенсияға сыҡҡанына, бер көнөбөҙ ҙә талашмайса үтмәй. Эштә булғанында иртән, төш һәм кис кенә күрә инем. Ә әле, уф, биҙҙем. Ниңә генә бынауға кейәүгә сыҡтым икән, тип уйлаған саҡтарым да була. Ирҙәр өйҙә ятмаһын икән ул. Иртән һарайға мал ҡарарға сығып китһен дә, кисен генә малдарҙы япҡас, кереп йоҡлаһын. Исмаһам, балыҡ тоторға йөрөмәҫме тип, ҡолға-ҡармаҡтар ҙа алып биргәйнек, өс балыҡ та ҡапмаған. Һыу буйында уҡ ҡолғаларын ташлап ҡайтып инде. Имеш, нервыһы сыҙамаған. Ә бына минеке сыҙай, килгәндән бирле ир ҡарайым. Вәт шулай, Сараҡайым, – тип зарланды ул.

Өс көн, өс төн йоҡламаны Сара. Нисек кенә ирҙе өйҙә тотмаҫҡа? Уйлана торғас, уйын ослап сығарҙы. Күрше-күләндәрҙе, туған-тумасаларын саҡырып, иренең юбилей үткәрергә булды.

Бына юбилей көнө лә килеп етте. Туғандар, дуҫ-иштәр, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре бүләктәрен тапшырғас, Сара ла ишек алдында йәшереп тотҡан бүләген алып инде.

– Бына, һөйөклөм, минең һиңә бүләгем шул була, – тип ҡаршыһына ҡуш көбәкле мылтыҡ килтереп баҫтырҙы. – Күп кеше менән кәңәшләштем. Ирҙәргә саф һауала йөрөү файҙалы, тинеләр. Бына һин дә иртән мылтығыңды элеп сығып китәһең дә кискә генә ҡайтып инәһең. Ә мин һине үҙең алып ҡайтҡан ҡуяндан бәлеш бешереп көтөрмөн, – тине лә ни әйтергә белмәй ҡатып ҡалған иренең муйынына мылтыҡты ҡайышынан элеп тә ҡуйҙы.

Икенсе көндө Сараның ире иртән иртүк, мылтығын иңбашына аҫып, урманға юл алды. Кисен ҡуян атып алып ҡайтҡан ирен Сара йылмайып, аш бешереп, сәй ҡайнатып ҡаршы алды.

Бына шулай, Сара бер юлы ике ҡуянды тотто бит.

 

Таһир УЙЫЛДАНОВ.

Фото: ifaces.ru

Автор:
Читайте нас: