Ҡапҡа төбөндә һаҡлап торған ҡарауылсынан рөхсәт алып, эскә үттем. Һәм, бер аҙҙан бисмилламды уҡып, етәксенең кабинетын шаҡыным.
– Да, инегеҙ!
– Һаумыһығыҙ! Мөмкинме? – тип иҫәнләштем, тартынып ҡына.
– Һау әле. Әйҙә үт, ни йомош?
– Эш мәсьәләһе менән, иғлан буйынса килгәйнем.
– Ҡайҙа документтарығыҙ?
Үҙем менән булғандарын уға һуҙҙым.
Директор, дипломымды ҡулдарында әйләндергеләне лә, һорау бирҙе.
– Спорт менән шөғөлләнәһеңме?
– Эйе. Шахмат уйнайым, ауыр атлетиканы ла үҙ итәм.
– Яҡшы. Ә үҙешмәкәр сәнғәткә ваҡытың ҡаламы һуң?
– Ҡала! Кәрәк икән шиғыр уҡыйым, халыҡ театрында ҡатнашам. Фортепианола уйнайым. Йырлайым.
– Афарин! Егет түгел, алтын бары тик. Хоббиларың да бармы?
– Бар. Мәҡәләләр яҙам, район, республика баҫмаларына. Хикәйәләр ижад итәм. Һунарға, балыҡҡа йөрөйөм.
– Һай, маладис! Вис һөйләп бирҙең, етмәһә, ысын күңелдән. Беләһеңме, ҡустым, был ҡәҙәр һөнәрҙәрең менән беҙҙең фирмала эшләй алмаҫһың, дөрөҫөрәге, ваҡытың етмәҫ. Шулай булғас, һиңә эш урыны юҡ, тип әйтәм, асыуланып, үпкәләп ҡалма, – тине етәксе.
Ә миңә, башты түбән эйеп, ғәфү үтенеп, һаубуллашып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Бына һиңә иғлан, бына һиңә эш, исмаһам, йәмәғәт. Булманы инде...
Авторы билдәһеҙ.
https://iuruzan.ru/articles/2021-04-10/bulmany-inde-yumoreska-2291613