+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
16 Ғинуар 2023, 12:00

Тәмләнде

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА Тыныс, йоҡоло төндәремде һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Хәҙер ут күршем Хөснә менән рәхәтләнеп, иркенләп, сөкөрләшеп, бөтә донъяны онотоп, самауырҙы йыҡҡансы сәй эскәндәрҙе лә хәтерләмәйем инде. Эйе, бар ине илаһи мәлдәр! Булған да юҡҡа сыҡҡан, хәйерһеҙ…

Тәмләнде
Тәмләнде

Бөтәһе лә ана шул ҡалала йәшәгән балаларыбыҙҙың һатыуға һимертергә тип ҡалдырып киткән сусҡаларынан килеп сыҡты.

Шулай итеп, һин дә мин йөрөгән теге ике сусҡа берҙән- бер көн әйтмәй- нитмәй юҡҡа сыҡта ла ҡуйҙы. Хөснә менән кермәгән, йөрөмәгән, ҡарамаған тишек, һорамаған әҙәм ҡалманы. Тик тегеләр һыуға төшкән кеүек юғалды ла ҡуйҙы. Ахыры, ярар, балаларыбыҙҙың ризығына яҙмаған булғандыр, тип бер аҙ тынысланған да инек,тик көтмәгәндә, эҫе йәй уртаһында башҡа яуған аҡ ҡар кеүек ҡайтып инде тегеләр. Үҙҙәре генә булһа бер хәл, ҡырҙа бәрәсләп, береһенән- береһе матур ун өс сусҡа балаһы ла эйәртеп алғандар. Күршем менән башта шатлығыбыҙҙан үрле- ҡырлы һикерештек.

- Бына, Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте, мәйтәм, мә тип тотторҙо ла ҡуйҙы.
- Ә ниңә ун өс? Ун ике, ун дүрт тә түгел?- ти Хөснә, уйға батып.
- Ысынлап та, ниңә?- тим мин дә. – Минән бер кем дә һораманы, нисәү кәрәк тип…
Ултырабыҙ ике ут күрше ауыртҡан баштарыбыҙҙы тотоп, ни эшләргә белмәй.
- Беребеҙгә - алты, икенсебеҙгә ете бәрәс тура килә инде,- ти Хөснә.
- Шулайын - шулай ҙа ул, тик кемгә күпме, шуны әйт һин миңә,- тим.
- Күпме тип ни, бына әле үҙемдең сусҡама ҡарап торҙом - торҙом да, - тип тәмләп һөйләп алып киттем һәм шундай уйға килдем. Көрпә менән юғары сортлы он ғына ашап тороп, ул ни йөҙө менән алты ғына бәрәс эйәртеп ҡайта алыр ине икән миңә, тим.
- Етәүһе минекенә оҡшаған,- тинем, күҙ ҡырыйым менән генә Хөснәгә һынаулы ҡараш ташлайым.
Хөснәнең һәр саҡ йылмайып торған күҙҙәренән осҡон сәселде.
- Нисек улай һиңә- етәү, миңә алтау?! Ҡайһы ерең минекенән артыҡ?!
- Артыҡ тимәйем дә ул, әхирәт, тик әллә нишләп күңелем шулай тисе …
- Ә минең аҙған күңелем ун өсө лә минеке ти ҙә ул, уға ышанһаң…
- Вәт, һин уны, яуызды…
- Кем яуыз, минме ни? Мин бит әле һи… анна һин ул… Сәйеңдән Мәскәү күренә… Яуыз, яуыз… - Хөснә ҡыҙғандан- ҡыҙҙы.
- Йә, гонаһ шомлоғо, ярай инде, ҡыҙма, мин бит һине яуыз тимәйем, ә күңелеңде әйтәм. Күпкә ымһынһаң, әҙенән дә тороп ҡалмағайы, тим.
- Ә…ә…ә! Һин миңә әле шулай янайһың дамы?- тип өй аша ғына йәшәгән участковыйҙы йүгертеп алып килде. Кәритәгә ҡапланып ашаған сусҡаларҙы күрһәтеп:
- Бына, ҡустым, күрмәһәң күр, икәү сығып киткәйнеләр, ун биш булып ҡайтып инделәр,- тине.
- Как так ун биш булып, кем рөхсәт иткән? – Милиционер баҫҡан ерендә тура ғына баҫып тора алмағас, кәртәгә һөйәлде.
- Ул бит- хайуан, туғаным, һинән дә, минән дә, шайтанымдан да рөхсәт һороп тормай, теләһә егерме булып та ҡайта ала, - тим мин.
- Как так һорамай?! Ул бында кем хужа икәнен белмәйме әллә?
- Эй, күрше,- тим , Хөснәнең яулыҡ осонан тартып. - Һин шул иҫерек баш йүнле кәңәш бирә алыр тиһеңме? Әйҙә, бөгөн Аллаға тапшырып, өйҙәребеҙгә ҡайтайыҡ. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң, иртәгә, берәй уңайы килеп сығыр.
- Һин нимә, төн үткәнсе берәй мөғжизә булыр тиһеңме әллә? Алйот икәнһең күрше, алйотһо8ң…
Төндө аяҡ өҫтөндә тиерлек үткәрҙе ике күрше.
Шулай уҡмы ғүмер буйы дуҫ, әхирәт булған күршемде судҡа бирергә тура килер икән? Милициянер, башҡаса юл юҡ, ти ҙәһә. Ҡороп ҡына китһен ул хәйерһеҙҙәр. Хөснә күршем менән берҙә генә лә бөтә мир алдында рисуай булғы килмәй бит әле. Ни эшләргә, тип янып- көйҙөм.
Шулай төнө буйы йөрөп, таң алдынан ғына ойоп киттем. Хөснәнең дә уты һүнмәне.
Бер ваҡыт ҡаты итеп ишек шаҡығандарына уянып киттем. Йөрәгем ҡуҙғалды. Йүгереп урамға сыҡтым. Хөснәнең ҡулында себек кенә сусҡа балаһы.
- Ҡара, әхирәт, Йомабикә ырҙын аръяғындағы кесерткән араһынан табып алған. Йомабикә ашыға- ашыға:
- Шулай була ул хайуандар араһында… Ҡырҙа балаһын тапһа, шунда йәшереп ҡуя икән ул,- ти.
Мин сыҙамайым:
- Ҡана, әхирәт, ебәр әле, ебәр шул мәхлүкте, кемебеҙҙең сусҡаһын барып имә башлар икән?- тинем.
Бәләкәс сусҡа Хөснәнең ҡулынан ысҡынғас, бер аҙ сарылдап, урам буйлап сабып йөрөнө лә артынан бер кем дә ҡыумағас, тыныслана төштө.
Ишек алдының ике башында балаларын имеҙеп ятҡан ике инә сусҡаны әйләнеп, ҡарап, еҫкәп сыҡҡандан һуң, Хөснәнең сусҡаһына барып ҡушылып имә башланы. Беҙ, тын да алмай күҙәтеп тороусылар, ниһайәт, еңел һулап:
- Аллаға шөкөр, етегә ете,- тип сабыйҙарса ҡулдарыбыҙҙы сәбәкәйләп шатландыҡ. Мин күршемде ҡосаҡлап уҡ алдым. – Бәхәсләшеп торорға ла урын ҡалманы, әйҙә, сәйгә,- тинем.
Хөснә лә:
- Әйҙә, күрше, әйҙә, тамаҡ кибеп бөттө,- тине ҡыуанып.
Шулай, ике ут күрше араһында нимә генә булмаҫ?! Бер уйлаһаң, тик торғанда мәрәкә булып ҡалды әле ул. Юҡһа һуңғы ваҡыт сәйҙәребеҙ ҙә тәмһеҙләнә башлағайны. Хәҙер, Аллаға шөкөр, тәмләнде!
 
Фото: queenphoto.ru
 
Автор:
Читайте нас: