+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
19 Ғинуар 2023, 10:00

Рәт китте

Ҡәйнәләрҙең рәте китте бит, әй! Бынау Ғәлиәне әй­тәм, малайы өйләнгәйне, донъя­ға сумды ла ҡуйҙы. Киленен усында ғына йөрөтмәй инде. Үҙ балаңды ла шул тиклем әпәү­ләмәйһең әле бында.

Рәт китте
Рәт китте

– Әйтмә лә. Кисә барып ин­һәм, килене кендегенә тиклем ҡыҫ­ҡа, үтә күренмәле итәк эләк­тергән дә телевизор алдында туңдырма тотоп ултыра. Мин килеп ингәс, тороп күрешеү юҡ. Ғә­лиә, бахыр, кухня тултырып билмән эшләп ташлаған. Улым эштән ҡайтыуға, ти. Ништәп ки­ле­неңә ҡушмайһың, тиһәм, йүн­дәп бер нәмә лә эшләй белмәй, тейсе.
–Китсе, китсе. Эш рәте бел­мәгәс, нимәгә кейәүгә сыҡҡан икән һуң, бисура?
– Бисураһы бер әле, ҡәйнәһен әйтәм, ништәп уҫалыраҡ булмаҫ­ҡа? Эй-й-й, минең ҡәйнәне күрһә-ә-әң! Бешергән нәмәмә төкөрөп, мыҫҡыл итеп, артымдан яңынан үҙе бешерер ине. Унан ҡалһа, яландай өйөнөң иҙәнен көн һайын йыуҙыртып ҡаҡшата торғайны. Йыуып сығыуыма, иңкәйеп-иңкәйеп, туңҡаңлап карауат аҫтарын тикшереп сыға. Әҙ генә бысраҡ күрһәме, шуны ыстырам итеп бөтә ауылға сы­ғарып һөйләр ине.
– Эй, әйтмә лә генә инде! Минеке лә ашарға бешергәндә дүрт күҙен биштәй итеп ҡарап ултырыр ине. Шул арала, тоҙон әҙе­рәк һалдың, шыйыҡ күренә, һа­ранбаҡа, тип теңкәгә тейә бит әле. Өйҙәгеләр туйып бөтмә­йен­сә мине өҫтәл янына ебәрмәне. Уларҙан ҡалһа ашайым, ҡалмаһа, ҡашығаяҡтарын ғына йыуып ҡуйырға тура килә ине.
– Ә минеке һуң? Улы мине кәләш итеп алам тигәс, район балнисына барып, минең медицина карточкаһын алып тикше­реүе етмәгән, әппиндицит опе­рацияһын аңламай, ҡайтып, бөтә ауыл тултырып, әпирәсиә яһатып, балаһын алдырған кешене килен итмәйем, тип яр һалып йөрөнө. Үәт, ҡәйнә тиһәң дә, ҡәйнә ине ул ҡарсыҡ...
– Туйҙан һуң тәүге төндә, ҡара әле, минең ҡәйнә беҙҙе айырым һалып ҡуйҙы. Йәнәһе лә, улы яңғыҙы йоҡлап өйрәнгән. Баяғы Ғәлиәне әйтәм, ошо би­су­раһы туйҙары булғансы әллә ике,әллә өс ай быларға кис килеп, иртән ҡайтып йөрөнө. Үҙенең һаман балаһы юҡ бит әле.
– Ҡуйсы, ҡуйсы, ҡәйнәләрҙең рәтен ебәрҙе әхирәт. Хәҙер беҙ­ҙең менән подъезд төбөнә сығып та ултырмай бит хатта. Киленем дә киленем, тип үлеп барған була шул...
– Үҙе ҡәйнә күрмәгән кешегә оҡшап, – тип Мәймүнә ҡарсыҡ та­ғы нимәлер һөйләмәк булып ауыҙын асҡайны, подъездың ишеге асылды. Унан матур итеп кейенешкән Ғәлиә апай улы, килене менән килеп сыҡты. Кү­мәкләшеп йылмайышып күреш­те­ләр ҙә, театрға барабыҙ, тип ҡултыҡлашып китеп барҙылар.
Мөғлифә ҡарсыҡ менән Мәй­мү­нә әбей, ни әйтергә белмәй, тынып ҡалды.
Шул саҡ икенсе ҡаттың балконынан берәү:
– Ҡайҙа булһын инде һинең ҡәйнәң, әнә, әйтәм бит, минеке менән бергәләшеп тағы кеше сәйнәйҙәр. Эй, ҡәйнә, балалар­ҙы баҡсанан барып алырға ваҡыт, ишетәһеңме? Мәймүнә әбейгә лә төрт шунда, килене юғалтып, беҙҙән килеп эҙләп йөрөй. Ҡайтһын. Килене йоҡо­нан уянған, асыҡҡан. Үҙең дә оҙаҡ йөрөмә, улың эштән ҡай­тыуға аш әҙерләйһең бар, ише­тәһеңме? – тип ҡысҡырҙы.
– Әү, әү, балаҡайым, ишетәм. Хәҙер балалар артынан йүгер­ҙем, киленкәйем, бер аяғым бын­да, икенсеһе тегендә, – тип Мөғлифә ҡарсыҡ ялп итеп ҡал­ды. Ә Мәймүнә әхирәте инде был ваҡытта кухняһында ҡә­ҙерле килененә ашарға әҙерләй ине...

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: