+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
21 Ғинуар 2023, 11:00

Дауаландым

(Юмореска) Ҡапыл йөрәк сәнсеп ҡуйҙы. Бер аҙҙан та­ғы, тағы. Нишләргә? Бәй, класташым Минетдин кардиолог та баһа. Осраш­ҡан һайын, кил үҙе­мә, йөрәк шаяртмай ул, аҙна-ун көн ятып дауаланып сы­ғыр­һың, тип өгөтләй бит. Телефон номерын йыя һалдым.

Дауаландым
Дауаландым

– Айырым палата әҙерлә, дуҫ, һиңә дауаланырға киләм!
Тик Минетдин кикеректе тиҙ шиңдерҙе. Баҡһаң, хәҙер кардиология үҙәгенә эләгеү еңел түгел икән. Йә инфаркт үткә­рергә, һис юғында, врач ҡабул иткән саҡта, йөрәгеңде тотоп йығылырға тейешһең. Бер ҙә булмаһа, һау­лыҡ һаҡ­лау ми­нис­тр­лы­ғынан йәки баш врачтан, һалығыҙ, тип шылты­раттырырға кә­рәк.
– Баш врачҡа үҙем керермен, – тип һүн­гән өмөттө ҡабаттан терелтте Минетдин. – Тик һин миңә лә бер изгелек эшлә инде. Малай быйыл мәктәп­те бөтә, нефтяник булырға уйы. Шуға шәп репетитор кәрәк.
– Күршем нефть уни­верситеты профессоры бит, бөгөн үк һөйлә­шәм, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем мәсьәләнең еңел генә хәл ите­леүенә ҡыуа­нып.
Профессор өмөттө аҡланы. Иң осһоҙ хаҡ­ҡа уҡыусынан студент яһарға ризалашты. Бер юлы үҙ ҡайғыһын да һөйләп алды. Сит ил­дәге дуҫы, бөтә донъяға таныл­ған ға­лим ҡунаҡҡа килергә тейеш икән. Тик уға айыу тиреһе вәғәҙә иткән дә уныһын таба алмай ҡаңғыра имеш.
– Һис тә борсолма, – тип тынысландырам күршене. – Бажам – атаҡлы һунарсы, бе­рәй нәмә уйлап табыр.
Бажам ихлас кеше ул, ҡо­саҡлап ҡаршыланы. Мин тейәп килтер­гән күстәнәстәрҙе ауыҙ иткәс, тел­дәр асылғас, етәк­селәрҙе, ҡа­тындарҙы, бө­гөнгө тормошто һүгеп туйғас төп мәсьәләгә күстек.
– Табам мин һиңә айыу тире­һен, осһоҙ хаҡҡа ғына, – тип һө­йөн­сөләне бажа. – Әхмәҙулла бабай заманында ун бишләп тайыш табан алған, бергә барып һөйләшербеҙ. Һин дә миңә бер изгелек эшлә инде. Мылтыҡҡа рөхсәт ҡағыҙы йүнләп бирһәң, милиционерҙар алып киткән ике мылтыҡты ҡайтарышһаң, ма­шинаға техосмотр үткәртеп бир­һәң шәп булыр ине.
– Аҡса кәрәккәнгә генә һатам тирене, алығыҙ, изгелеген күре­геҙ, – тип ҡыуандырҙы тү­шә­гендә ауырып ятҡан Әх­мәҙулла бабай. – Тик, уландар, йөрәк шаяра бит әле, бал­нисҡа ғына урынлаш­тырһағыҙ ине мине.
– Булыр, – тим ҡыуанып. – Класташым шәп кардиолог, һеҙҙе һә тигәнсе аяҡҡа ба­ҫтырыр.
... Ҡапыл йөрәк сәнсеп ҡуй­ҙы. Бер аҙҙан тағы, тағы. Мәт­рүш­кә­ләп, баллап сәй эсәйем дә ятып торайым. Иң шәп дауа шул булыр.

М. МӨХӘМӘТОВ.

Автор:
Читайте нас: