+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Ғинуар 2023, 17:30

Өндәшмәйем!

(Юмореска) Телеңә хужа була бел­мәй­һең!– Минең телем арҡа­һында кеше булып йөрө­гәнеңде оноттоңмо? Нимә, анау бетле Тәнзилә ауыҙ һыуҙарын ағыҙып, донъя яңғыратып миңә ҡысҡырынғанда йылмайып ҡарап торайыммы? Йә Нәғимде әйтәм, арҡамдан бер һыйпаным тип, ауыл тултырып мине йөрөм­тәлдән һалдырғанында, өндәш­мәй ҡалайыммы?

Өндәшмәйем!
Өндәшмәйем!

Ҡатыныңдың ундай түгеллеген белеп тә, Нәғим менән ҡул бирешеп һаулыҡ һорашыуыңды әйтәйем!? Мине яҡлап бер һүҙ ысҡындырғаның булдымы, бахыр? Хәҙер килеп, минең телем оҡшамай берәүгә!
– Етәр инде, һиңә бер кем дә теймәй ҙә инде, тым, – тип Рәшит Рәғиҙәһен тынысландырып ҡа­рай, уның һайын ҡатыны ҡыҙғандан-ҡыҙа ғына.
–Ана, кисә тағы магазин янында бер килке ирҙәр өйөлөшөп: ”Рәшиттең овчаркаһы килә”, – тип көлөп торалар.
– Ишетмәмешкә һалышып ҡына үтеп китһәң ней була?
– Ишетеүен ишеткәс, нисек һалышайым ти? Һәр береһен теҙеп ҡуйып күрһәттем мин уларға ”овчарканың” ниндәй булыуын. Ҡушамат таҡһындар ҙа, имеш, мин өндәшмәй үтеп китергә тейеш! Мә! Күрһәтермен әле мин уларға овчарканы!
– Урам буйына сығыуы оят бит. Һинең арҡала үҙебеҙгә бер кем инмәй. Өндәшмәйерәк йөрөп ҡара әле...
Көтөлмәгән паузанан һуң Рәғиҙә ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп:
– Ә нишләп беҙгә бер кем дә инмәй ул? Мин ғәйепле тип әйтмәксеһеңме? Нишләп мин генә булайым тей?.. Ну... хәҙер мин яҡшы, һин насар тип әйт­мәксеһеңме? Юҡсы... Мин бына тигән әсә, бисә...
– Сәсә, тигән тағы... Әйтәм дә инде, өндәшмә лә ҡуй. Беҙгә ғүмер буйы ошо ауылда, ошо кешеләр араһында йәшәргә кәрәк. Көндөң көн буйы урамдан инмәй кеше менән әрләшәһең. Ә өй эсендә бер эш ҡыйрат­майһың, ашарға бешермәйһең, хатта һыйырҙың әҙер һөтөн дә эшкәртмәй, сусҡаларға ҡояһың. Әсәйем дә, балалар ҙа ҡур­ҡышып, күҙеңә генә ҡарап ултыра...
Иренең башҡа һүҙҙәрен ишетмәне Рәғиҙә. Уның ҡарауы, эсенән генә, иртәгәнән үҙгәрә­сәкмен, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе. Нишләп насарҙар рәтендә йө­рөргә тейеш әле ул? Ҡыйлыҡтан сыҡҡан чтоли?!
Иртән һыйырҙарын яйлап, бар күңелен биреп һауҙы хужабикә. Әллә шуны һиҙеп, Бөҙрәкәй һөттө ғәҙәттәгенән күпкә бай­тағыраҡ бирҙе. Малдарҙы көтөү­гә оҙатҡанда, осраған берәү менән йылмайып ҡына баш һелкеп күреште Рәғиҙә. Баҫҡан ерендә туҙан уйнатыр, һәр һүҙгә тупаҫ яуап ҡайтарыр ҡатындың был ҡылығына бөтәһе лә шик­ләнеберәк, күҙҙәрен аҡайтыбы­раҡ ҡараны. Тик Рәғиҙәнең улар­ға иҫе лә китмәне.
Өйгә ҡайтҡас, самауырҙы ла һәр ваҡыттағыса дөбөр-шатыр итеп, бар донъяға яңғыратып түгел, ә йырлай-йырлай ҡуйҙы. Балалар йоҡонан уянғансы, бер ваҡытта булмағанса, өҫтәлдә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ, майға туғылған икмәк хуш еҫтәрен бөркә ине. Асыҡ йөҙ менән балаларын, ирен, ҡәйнәһен сәй эсерҙе. Бындай татыулыҡ, ты­ныс­лыҡ үҙенә лә оҡшап ҡуйҙы. Шатлығынан ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылды ул.
Был ҡыуаныстан баҡсала сәскә атҡан гөлдәр хуш еҫен тик уға бөркә һымаҡ. Рәғиҙә уларға ла йылмайып баҡты. Гөр-гөр килеп сутылдаған өйрәктәрҙе ихлас ашатып, күлгә төшөрҙө. Аҙым һайын ажғырып, ҡысҡырып, мең һүҙгә етә торған әсәләренең был үҙгәрешен күргән балалар бына-бына ҡысҡырыу ишетелерен көтөп, өнһөҙ генә йөрөгән булдылар. Ире ҡатынының һәр күҙ ҡарашында асыу табырға тырышып, ситтән генә күҙәтеүен белде. Ләкин асыуҙың бер тыны ла һиҙелмәне. Хатта Рәшит Рәғи­ҙәһенең ниндәй һөйкөмлө ҡатын, хәстәрлекле әсә булыуына күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, уңға әйлән­гәнендә лә, һулға боролғанында ла төкөрөп-төкөрөп ҡуйҙы. Ә ҡәйнә кеше иркен тын алды, килененең ҡапыл үҙгәреп китеүен күрше-тирәләргә сығып шыбырлап килде.
Ә Рәғиҙә, бер ни булмағандай, йырлай-йырлай йорт-тирәһен йыйыштырҙы. Донъяға бер сумһаң, шул инде, йырып сыҡ­маҫлыҡ мәшәҡәттәргә батаһың да ҡуяһың. Ләкин уңған ҡатын эштән ҡурҡмай. Хатта ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Төштән һуң, ҡайһы аралалыр өлгөрөп, күрше-ти­рәләге әбей-һәбейҙе, ҡәйнә­һенең әхирәттәрен сәйгә алды. Өҫтәл тултырып бер нисә төр бәлеш, ҡайнатмаларын йәл­ләмәй теҙҙе. Улар сәйләгән арала балалары менән күл буйына төшөп, һыу инеп ҡайт­тылар. Шулай йәйҙең оҙон көнө бер тынала ғына уҙҙы ла китте.
Төн уртаһы еткәс, Рәшит ҡапыл ҡысҡырынған тауышҡа һиҫкәнеп уянды.
– Мин өндәшмәгәс тә, бөтәһен дә онотҡан, ғәфү иткән тип уй­лайһыңмы, хәстрүш? Бүтән кү­ҙе­мә күренмә. Күреп ҡалһаң, урап үт, поезд түгелһең! Кил­мешәк! Хәҙер, көтөп тор! Үҙеңде бел, алйот! Күрһәтермен әле мин һиңә, хәйерсе! Бирешеп тә тормайым! Башың эшләмәһә, бал­нисҡа ят, эшкинмәгән! Өндәшмә, имеш... Өндәшмәйем!...
Теле теленә йоҡмай, Рәғиҙә ҡулдарын болғай-болғай йоҡо аралаш кем менәндер әрләшә ине...

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА

.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: