+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
25 Ғинуар 2023, 13:00

Шағирә

Кемдер редакция ишеген шаҡыны.–Әйҙүк, үтегеҙ.–Һауҙармыһығыҙ?–Һаубыҙ әле.–Әҙәбиәт бүлеге ошомо?–Тап шулай!– Әтеү миңә кәрәк кешеләр как раз һеҙ булаһығыҙ инде.

Шағирә
Шағирә

Улай ҙа былай ҡупшы кейенгән ҡатын бит остарын уймаҡ­лан­ды­рып, ихлас йылмайҙы. Унан берсә мине, берсә Сәлимде күҙҙәре менән ҡапшап:
–Шағирә булам,–тип таны­ш­тыр­ғас, икебеҙ ҙә бер-беребеҙ­гә йылп итеп ҡарағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Белла Ахмадуллина, Зөһрә Ҡотлогилди­на кеүек шағирәләрҙе беләбеҙ, ә быны тәү кү­реүебеҙ­се! Нишләп бығаса арабыҙҙа шундай талант йөрөгәнен белмәгәнбеҙ ҙә, күрмәгәнбеҙ ҙә. Үҙебеҙ бер туҡ­тауһыҙ әҙәбиәт тураһында сурыт­ҡан булабыҙ бит әле килештереп. Оят булып китте, ижад өл­кә­һендә үтә лә һай йөҙөүебеҙ өсөн ғәрлек ине беҙгә. Ул арала шағирә ханым нилектән килеп сығыуын тәҡрарланы.
– Быға тиклем заводта эшлә­гәйнем. Быйыл пинсегә сыҡҡас, ваҡыт үткәрә алмай хыялыйҙар була яҙҙым. Төнө буйы керпек тә ҡаға алмайымсы бына, йоҡо дарыуы ла эсеп ҡарайым, фай­ҙаһы юҡ инде, юҡ. Шағир­ҙарға, теге ни, нимә тип атала әле, – Ҡатын нимәнелер иҫенә төшө­рөр­гә тырышып, йыуан бармаҡ­тарын баш осонда бейетте, – ә-ә-ә, илһам, илһам, бына шул нәмәҫтәкәй төндә килә тип ишет­кәнем бар ине. Мәйтәм, нишләп алтын кеүек ваҡытты биздилаға үткәрәм әле. Күҙҙе упайтып бушҡа өйәҙәп ятҡансы тип, шиғыр яҙа башлағайным, килде лә сыҡты. Хәҙер шишмә кеүек урғылып тора бына, яҙып ҡына өлгөр. Пустуй ғына эш икән ул.
Ҡатын шулай тине лә китап кеүек ҡалын дәфтә­рен Сәлимгә һондо. Унан йәнә лә тытылдығын сыҡ­ты.
– Хәҙер мине күрше-тирәләр, туған-тыумасалар үҙебеҙҙең ша­ғирә тип кенә тора. Ҡайҙа бармайым, иң тәүҙә миңә оло­лоҡлап һүҙ бирәләр. Данлыҡлы кеше булыу яман эрәхәт икән ул. Береһе, туғанымдың тыуған көнөнә ши­ғыр ғына яҙып бирсе әле, тип ки­лә, унан –икенсеһе.
Яңы асылған талант эйәһенең ижад емештәре үтә “әсе”нән булды, ахырыһы, уны тәмләгән һайын бығаса кәйефле генә ултырған Сәлимдең йөҙө сирыла барҙы. Ә шағирә сурытыпмы сурытты:
– Нишләп шуны электән яҙма­ғанмын икән, заводта эт урынына һөйрәлгәнсе. Шиғырҙы мөгөҙлө кешеләр уйлап сығаралыр шул. Хикәйә менән ыуаҡланып тор­маным инде. Китабы сыҡһа, ши­ғырҙың аҡсаһы ла шәберәк була, тиҙәр...

В. АЙҘАРОВ

Фото: matrasworld.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: