-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Ғинуар 2023, 15:00

Беҙ ниңә шулай?

Венер ИСХАҠОВ (Юмореска) Мөҡсин бөгөн дә үҙенең күнегелгән йолаһына хыянат итмәне: төшкә ҡарай ғына өҫтәле янына лып итеп килеп ултырҙы. Бына-бына ҡорбанын һөҙөп осорорға әҙер­ләнгән үгеҙ кеүек күҙе аларған, йөҙө ҡарайған, былай ҙа юҡ иренен бәлеш кеүек бөрөштөрөп ҡымтыған ирҙең бүлмәләгеләргә ҡул биреп күрешеү түгел, ирен­дәрен ҡыбырлатып һаулыҡ һо­ра­шырға ла хәле етмәне.

Беҙ ниңә шулай?
Беҙ ниңә шулай?

Порт­феленән шапылдатып бер ҡосаҡ гәзит-журналдар соҡоп сығарҙы ла, ҡаштыр-ҡоштор килеп, әле береһен ҡараны, әле икенсеһен. Унан, быҙау кеүек мышнай-мышнай, нимәлер уҡый башланы. Ахырҙа берәй таныш-фәләне күҙенә салынды булһа кәрәк:
– Бынау ни юҫыҡ әҙәмде лә гәзиткә яҙған булғандар, - тип мөкөлдәгәне ишетелде. – Ишшеү килештереп, аҡшайтып фотоһын биргәндәр бит әле, алланың ҡашҡа тәкәһе, тиерһең. Ана, ниндәй ҡаҡайып тора. Уның шайы ғына кем эшләмәгән! Әкиәт яҙып, академик булған берәү. Бус­тый­ҙың бустыйы бит. Бына мин ет­мештә булһам да бер ҙә бот күтәреп өйҙә ятмайым. Берәүҙе күртинәһәләр, күҙҙәре тона бит ул, юҡ эшен дә бар итеп ҡа­бартырға ғына торалар. Ҡыҙыҡ ҡыналар ул. Беҙ ниңә шулай икән,ә?
Башҡаларҙан, эйе, эйе, шулай шул, тигәнерәк йөпләү өмөт итеп башын ҡалҡытыуға, йәнәшә­һен­дәге өҫтәлдең етемһерәп ултырыуын шәйләне.
– Һаман да юҡмы? – Һөмһөрө ҡойолған ир төпкә батҡан төҫһөҙ ҡарашы менән өҫтәлде ашарҙай булып һөҙөп ҡараны.
– Ул дауаханала бит, – тине кемдер.
–Дауаханала? – Мөҡсин йөҙөн әсе һуған ашағандағы кеүек сирылтып, ҡабатлап һораны. Унан тағы теҙә башланы. – Кит, ғибрәт, әйләнгән һайын ниндәй бальнис ти ул. Эш тип уйлау юҡ, сиртһәң, битенән ҡаны һытылып сығырҙай бәндәне ҡайһы ере бимазалай икән, ә? Кләүезник! Бөгөндән шартлатып арт яғына тибергә кәрәк уның. Беҙгә ғәрип-ғөрәбә не нужен...
Бына ул өҫтәлендәге графиндан ҡаҙ кеүек ғоңҡолдатып һыу һемерҙе лә ҡулына ниндәйҙер журналды алды. Бүлмәлә урын­лашҡан тынлыҡ, уҙа барһа, биш минутҡа еткәндер. “Улар шулай ҙа, улар былай”, – һыу тейҙермәй йәһүдтәрҙе маҡтай башлаған Мөҡсиндең был юлы нимә уҡыуын тоҫмаллау өсөн күрәҙәсе булыу кәрәкмәй ине.
– Бынау йәврәйҙәрҙең берҙәм­легенә ғәжәп итерлек. Береһе өсөн береһе үлергә әҙер торған бындай ҙа халыҡ булыр икән! Ҡарттарын да, йәштәрен дә чут күтәреп йөрөтмәйҙәр. Кәнишне, шулай булғас, улар алға бармай кем барһын! Ә беҙ? Ҡуй инде, ҡуй, әйтеүе лә оят, ни юҡ, беҙҙә юҡ. Бер-беребеҙҙе тереләй йоторға әҙер генә торабыҙ бит. Ҡайҙа ул беҙгә бер-береңдең шатлығына ҡыуана белеү! Ниңә беҙ шулай икән,ә?
Ул арала бүлмәгә бүлек етәк­сеһе башын һондо.
– Наилды күрмәйемсе, берәй эш менән киттеме икән?
– Ҡасан уның башҡалар һымаҡ үҙ ваҡытында эшкә килеп, үҙ ваҡытында ҡайтҡаны бар? Әллә ҡасан уҡ табанын ялтыратты. – Мөҡсин яуап биреп ҡалырға ашыҡ­ты.– Үҙегеҙ беләһегеҙ хә­ҙерге йәштәрҙе. Улар беҙҙең кеүек ҡара таңдан киске эңергә ҡәҙәр һеперелергә алйот түгел. Ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын, тип кенә йөрөйҙәр шунда...

Автор:
Читайте нас: