+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
28 Ғинуар 2023, 11:00

Төтөн еҫе

Күршеләр баҡсала нәмәлер яндыра, ахыры, төтөн еҫе өйгә керә башланы. Рәфит тәҙрәгә күҙ һалды. Баҡһаң, баҡ­салағы сүп-сарға ут төрт­кән­дәр, ә Заҡуан күрше лә, ҡатыны ла күренмәй. Үәт, аҡылһыҙҙар, хә­ҙер янғын сығаралар бит, эр­гәләге мал аҙбарындағы бе­сәнгә эләкһә, үҙҙәренең донъя­һын ғына түгел, ярты ауылды һәләк итәсәк бит.

Төтөн еҫе
Төтөн еҫе

Рәфит тышҡа атылды. Усаҡ янында күршенең плащы ғына күренә. Плащын алайым тиһә, бәй, үҙе лә шунда йоҡлап ята. Бигерәк ябыҡ шул, ауылдағы иң ябыҡ кеше мин тип юҡҡа маһаймай шул. Рәфит усаҡты һүндереп, лаяҡыл иҫерек күр­шеһен өйөнә индереп китте. Ҡайтҡас, бөтә процесты тәҙрә­нән күҙәтеп торған ҡатыны ме­нән, алкаш күршеләрен рәхәт­ләнеп һүктеләр.
– Пластик тәҙрә алып ҡуяйыҡ тип күпме әйтәм, тыңламайһың, – тип үпкәләп ҡуйҙы ҡатыны. – Бер ниндәй тауыш, бер ниндәй еҫ өйгә кермәҫ ине.
– Һаман бер балыҡ башы, – тип башын сайҡаны Рәфит. – Һуң, төтөн еҫен һиҙеп сыҡмаһам, бөтә донъяның көлө күккә оса ине бит.
Иртәгәһен эштән ҡайтышлай магазинға керҙе. Сират ҙур, ба­рыһы бер булып Ямал ҡарсыҡты тыңлай.
– Заҡуан кисә эҫе мунсаға инеп, еҫ тейҙереп үлә яҙған икән, – тип сутылдай телдәр ҡарсыҡ. – Ярай әле күршеһе килеп сыҡ­ҡан, күтәреп алып сыҡҡан тегене.
Ике-өс көндән эштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күршеһен эт итеп әрләүҙәренә иғтибар итә ҡуйҙы.
– Заҡуан бисәһен күршеһенән көнләшә икән, үс итеп мунсаһына ут төрткән хатта, шул күршеһе килеп сыҡмаһа, донъяһының көлө күккә осор ине.
– Ҡайһы күршеһе икән, әллә беҙҙә эшләгән...
Рәфитте шәйләп ҡалғас, ҡа­тындарҙың хәбәре өҙөлөп ҡалды.
Ял көнө баҙарҙа бер төркөм һатыусыларҙың Заҡуанды йәл­ләп һөйләүенә ғәжәп итте. Та­уарҙарын да, һатып алыусыларҙы ла онотҡандар былар.
– Ҡатыны күршеһе менән ныҡ гуляйт һуҡтыра икән, шуға түҙмәй йортон, мунсаһын яндырған, ярай әле пожарныйҙар килеп һүндереп өлгөргән, ҡатынының һөйәре менән бысаҡҡа-бысаҡ килгәндәр, милиция араламаһа, ҡырылышып бөтөрҙәр ине...
Ғәжәп, Рәфитте күргәс тә һа­тыусылар ләстит сәйнәүҙән туҡ­талып, эшкә тотондо. Ҡара әле, ярты баҙар уны таный икән дә. Район үҙәге, ун биш мең ха­лыҡ йәшәй тип уйламаҫһың да. Бе­рәүҙәр йәлләп, икенселәре уҫал итеп ҡарай, бер әзмәүерҙәй ир, йәшәй беләһең, маладис, тип иңбашына ауырттырғансы һу­ғып китте.
Өйгә ҡайтып кергәс, ҡатыны тамам һушын алды. Илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, ишек төбөндә бер сумаҙан тора.
– Бар, сығып кит Заҡуандың бисәһе янына, иркенләп йәшә­геҙ, бөтә ауыл һеҙҙе һөйләй, – ти был сеңләп илай-илай.
Рәфит ҡапылда яуап бирергә һүҙ тапмай торҙо. Шул саҡ танауына төтөн еҫе килеп бәрелде. Тәҙрәгә күҙ һалды. Заҡуандар баҡсала тағы усаҡ яҡҡан, үҙҙәре күренмәй.
– Пластик тәҙрәләр алып ҡу­йырға кәрәк, – тип үҙалдына һөй­ләнеп ҡуйҙы Рәфит шартлап янған усаҡҡа битараф ҡына ҡа­раш ташлап. – Бер ниндәй тауыш та, шурт та кермәҫ өйгә.

М. МӨХӘМӘТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: