+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
16 Февраль 2023, 10:00

Тәүге дәрес

(Юмореска) Гәзит-журналдарҙы күп уҡығас, үҙемде мәғлүмәтле кеше тип уйлай торғайным. Башҡаларҙың да минең турала арыу фекерҙә булыуына шигем юҡ ине.Быйыл ҡыҙым беренсе класҡа барғас, үҙемдең сей наҙанлы­ғымды аңлап, эй, ғәрләндем. Ми­нең башыма ла инмәгән нәмәләр шаҡтай икән. Мәҫәлән, әлегәсә бүләк һайлау өлкәһендә бум-бум булғанмын.

Тәүге дәрес
Тәүге дәрес

Белем байрамы күңелле башланды. Уҡытыусыларҙы бүләк­тәр­гә, сәскәләргә күмде балалар. Уларға арнап шиғырҙар һөйлә­неләр, йырҙар йырланылар.
Унан һуң барыбыҙ ҙа класҡа инеп ултырҙыҡ. Уҡытыусы журналына һәр баланың исем-шәрифен, тыуған көнөн теркәп ҡуйҙы. Үҙенекен дә яҙҙырырға онотманы. Ахырҙа бүләк биреү тураһында тәфсирләп тәҡрар­ланы.
– Бүләк – әҙәплелек, мәҙә­нилек билдәһе. Ул кешене ихтирам итеү, тигән һүҙ. Уны һайлау бик ауыр мәсьәлә. Бүләк алыуға бөтә күңелеңде, оҫта­лығыңды, тапҡырлығыңды, һәләтеңде егер­гә кәрәк. Ул кешегә ҡыуаныс, шатлыҡ килтерергә тейеш. Шуға ла нимә етте шуны бүләк итеү – төптө килешмәгән эш. Мәҫәлән, әхирәтегеҙгә нимә кәрәклеген үҙенә һиҙҙермәй генә берәй­һе­нән һорашырға мөмкин.
Уҡыуҙар башланып күп тә үтмә­не, уҡытыусылар байрамы яҡын­лашты. Был көндө уларҙан биге­рәк беҙ, ата-әсәләр, тул­ҡынла­нып көттөк. Тик нимә бүләк итер­гә? Тота килеп үҙенән һора­уы уңайһыҙ. Шуға ла барыбыҙға махсус эш йөкмәтелде.
Баҡһаң, уҡытыусыбыҙҙың өйө гәлсәр вазалар, затлы һауыт-һабалар менән тулған. Тик бына шуларҙы матур итеп теҙеп ҡуйыу өсөн стенкаһы ғына юҡ икән. Беҙгә ни, оҙаҡ уйлап тораһы юҡ. Сауҙа үҙәгенән иң затлыһын һай­лап, өйөнә алып барып, үҙебеҙ үк йыйып бирҙек. Яңы йыл, 8 март, май байрамдарын да онотманыҡ.
Ниһайәт, беренсе класты ла тамамланыҡ. Йыл буйы балала­рыбыҙҙың күҙен асҡан иң изге кешебеҙҙе тағы ла нисегерк һө­йөндөрөргә? Шәл мәл уның кем­гәлер бер тапҡыр ҙа йылы яҡта булмауы тураһында һөйләгәне иҫебеҙҙгә төштө.
Әһә, таптыҡ әмәлен! Хәҙер беҙ тәү килгәндәге кеүек шыр наҙан түгел. Нимә, нимә, сюрприз эш­ләй беләбеҙ. Муйындан бурысҡа батһаҡ баттыҡ, уҡытыусыбыҙға төшөнә лә инмәгән бүләк әҙер­ләнек – диңгеҙ буйына путевка алып бирҙек. Әйҙә, рәхәтләнеп ял итеп, ҡояшта ҡыҙынып, көс йыйып ҡайтһын. Ул бит беҙҙең балаларыбыҙҙың икенсе әсәһе.
Ә үҙебеҙҙә ял ҡайғыһы юҡ. Йән-фарман яңы уҡыу йылына әҙерләнәбеҙ. Көнө етһә, табып булмай торған, тип аҡса йыябыҙ. Яңы уҡыу йылында уҡытыу­сыбыҙҙы тағы ҡайһылайыраҡ шатландырырға, тип баш вата­быҙ. Бүләк һайлауҙан да ауыры­раҡ мәсьәлә юҡ икән шул. Уҡы­тыу­сыбыҙҙың тәүге дәрестә биргән һабағын мыйығыбыҙға урап ҡуйҙыҡ.

В. ИСХАҠОВ.

Автор:
Читайте нас: