Иң тәүҙә директорыбыҙ Азат Ғәбиҙулла улы илле йәшен тултырҙы. Үҙегеҙ беләһегеҙ, әкәй-шөкәй дата түгел. Шуға ла байрамға зыҡ ҡубып, етәксебеҙҙең иҫендә үлгәнсе ҡалырҙай итеп әҙерләндек. Алдан сценарий яҙҙыҡ, ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр, тигәндәй, репетициялар үткәрҙек.
Ул көндө эшкә ир-аттар ялтлап торған костюмдарҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ханбикәләр кейә торған ярым шәрә күлдәктәрҙә, ҡулыбыҙға шарҙар тотоп, ихатанан етәксебеҙҙең ишеге алдына тиклем теҙелеп баҫтыҡ. Юбилярыбыҙ күренеү менән, тирә-йүнгә дәртле музыка тауышы һибелде, ә беҙ ҡаршыһына йүгереп барып, уны сәскәләр гөлләмәһенә күмдек.
–Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
–Һеҙ иң шәп етәксе! Һеҙҙең менән эшләүе шул тиклем рәхәт!
–Таҙалыҡ, бәхет теләйбеҙ!
Шул саҡ директорыбыҙҙың ҡыуанғанын күрһәгеҙ ине!
Нимә бүләк иттегеҙ тиһеңме? Яҡшы тилвизер! Директор һынлы директор кешегә йыйын юҡ-бар бүләк итеп булмай бит. Дөрөҫ, әҙерәк кеҫәгә бәрҙе инде. Шулай ҙа дөрөҫ эшләнек, отолманыҡ тип уйлайым. Күңеле ирәбеләнеп киткән хужабыҙ ул айҙа премияны ҡутара яҙҙы.
Унан һуң, әҙерәк кенә хәл алырға өлгөрмәнек, баш бухгалтерыбыҙ Айгизә Мансуровнаның юбилейы килеп терәлде. Уныҡын да директорҙыҡынан кәм уҙғарманыҡ. Почти бер үк статустағы кешеләр бит. Тамаша алдан әҙерләнгән сценарийҙан да шәберәк килеп сыҡты. Уға ла, матур-матур теләктәребеҙҙе әйтә-әйтә, бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ. Мин беләгенә алтын сәғәт таҡтым. Сабир нәҙек оҙон бармаҡтарына алтын балдаҡтар кейҙерҙе, Рәфис муйынына алтын сылбыр элде. Ни хәл итәһең, бөтәбеҙҙең дә кеҫә яғы шаҡтай йоҡарҙы. Шулай ҙа үкенескә түгел, ахырыһы, берәй нәмә һорап инһәң, мәңге һытыҡ йөҙлө бухгалтерыбыҙҙың йөҙө кеше рәтенә инә башланы, хатта ошо көндәрҙә үк теүәл берәүгә разрядымды арттырырға вәғәҙә бирҙе.
Өсөнсөгөҙ кем булды, тиһеңме ул? Ә өсөнсөһөмө? Ә уныһы ла бар ине шул. Ҡара әле, ерле иҫемдән сыҡҡан. Теге аҙнала ғына ҡотлаған һымаҡ инек үҙен. Хәҙер әйтәм, теге ней, кем булды әле ул? Ә-ә-ә-ә, иҫемә төштө, төштө. Теге, өйрәк кеүек туйтанлап саҡ атлап йөрөгән йыйыштырыусы Тәғзимә бит әле. Ваҡыт яғы бик-бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, уны ла шартына килтереп, шәп бүләкләнек. Дөрөҫ, саҡ ҡына һуңлабыраҡ, ҡабалан-ҡарһаланыбыраҡ килеп сыҡты инде. Шулай ҙа ничауа ғына булды. Открыткаға үҙенә Хоҙайҙан ике ғүмер, сәләмәт булыуын, балаларының ҡыуанысын күреп йәшәүен теләүебеҙҙе яҙҙыҡ, мин хатта дүртенсе класта үҙем яҙған дүрт юллыҡ шиғырымды ла уҡыным. Ну, шәп, көтөлгәндән дә шәп килеп сыҡты! Апайыбыҙ, ошо йәшкә етеп, бындай ҙа дәү кешенән тәүге дәү бүләк алыуым тип, эй, ҡыуанды, эй шатланды. Тулҡынланыуынан хатта күҙҙәренән йәштәр килеп сыҡты.
Бына шулай юбилейҙар яман шәп үтә беҙҙә. Һәр береһенә бүләген дә, йылы һүҙен дә йәлләмәйбеҙ.
Венер ИСХАҠОВ.