+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Февраль , 17:00

Килен төшөргәндә

Венер ИСХАҠОВ (Юмористик хикәйә) Сәғиҙә әбей сыбар тауығын салдырып алып таҙалай ғына башлағайны, йүгерә-атлай күршеһе Гөлсөм килеп инде.— Инәй, ҡапыл ғына машина килеп сыҡты ла район үҙәгенә барып ҡайтырға булдыҡ, йорт-тирәһен ҡараштырып ҡына тор әле, — тине лә ҡулындағы асҡысын һондо.

Килен төшөргәндә
Килен төшөргәндә

Берәйһенең ниндәй йомош менән йөрөгәнен белмәһә, күңеле булмаҫ ҡарсыҡтың. Был юлы ла булмышына тоғро ҡалды.
— Бәй, ниңә улай ҡапыл-ғара сығып китергә булдың? — тип һорамай булдыра алманы.
— Инде... алырға уйлағайныҡ.
— Нимә, нимә?
Гөлсөм, эй тигәндәй, ҡулын ғына һелтәне. Был исемде ун тапҡыр ҡабатлаһаң да әбей дөрөҫ кенә итеп әйтә алмаясаҡ. Шуға ла ул ябай ғына итеп аңлатырға булды. Үҙе мут йылмайҙы.
— Килен алырға, килен.
Был һүҙҙе ишетеүгә ҡолағы ҡарп итеп ҡалды әбейҙең.
— Килен, тиһең инде, ә? Ата-а-аҡ. Кем балаһы, ҡайҙан? — Ул карауатына йәтешләберәк ултырҙы. Эй ошоно, мишәйтләп торасы, тип башындағы яулығын йәһәт кенә һыпырып алды ла, мөһим яңылыҡты ишетмәй ҡалмайым тигәндәй, күршеһенең ауыҙына текәлде. Әммә шул мәл ихата янында ултырған машинаның әсе итеп пипелдәгәне ишетелде.
— Ана, ҡабаландыралар. Шофер нишләп мыштырлайһың тип һуҡрана торған. Ярай, ҡайтҡас һөйләрмен әле, — Гөлсөм тышҡа ҡарай атылды.
Күршеһе сығып китте. Ә Сәғиҙә әбейҙең бөгәсә һил генә күренгән күңелендә, әйтерһең, көтөлмәгән дауыл ҡупты ла уның бөтә тыныслығын урланы.
Ҡолағына берәй сала-сарпы һүҙ салынып, шуны төбөнә тиклем төпсөнөп белмәһә, ашағаны аш булмаҫ ғәжәп кеше ул. Өйө тирәһендә ҡырыҡмаһа ҡырҡ эше сәселеп ятһын, иллә-мәгәр ишеткәнен семтем генә булһа ла аныҡлап ҡуймаһа — ул Сәғиҙә түгел инде. Йөрәге күтәрмәйәсәк быны. Тәүҙә бер, унан икенсе күршеһенә барыр, шулай-шулай тип әйтәләр, ысынмы икән, тип хәбәрен башлар. Улары әбейҙең берҙе биш итеп һөйләй торған холҡон белеп бөткәнгә, бәләһенән баш-аяҡ тип, әллә ни асылып бармаҫ. “Әлләсе, тәүгә һинән ишетеп торамсы”, — тиһә, үпкәләгәндәй итеп, һинең шул булыр инде, бер нәмә лә күрмәйһең дә, белмәйһең дә, белһәң дә, юрамал шулай ҡыланаһың ул, тип ҡылтайған булыр. Ауылдың бөтә хәбәр-хәтерен барлап, береһенең яңылығын икенсеһенә, унан башҡаларына бүҫкәргәне өсөн дә үҙенә “Һайыҫҡан” ҡушаматы йәбешкән. Ҡайһылары “төпсөр” тип тә йөрөтәләр шикелле.
Сәғиҙә әбейгә был хәбәр аяҙ көндә йәшен атҡандан да нығыраҡ тәьҫир итте, буғай. Күршеһенең ошондай ҙа мөһим яңылыҡты бығаса әйтмәй йөрөүенә һарыуы ҡайнаны. Ул, бесәй-маҙар әрәм итеп ҡуймаһын тип, яртылаш йолҡонған тауығын оло кәстрүл эсенә тыҡты ла шәп-шәп атлап күрше-тирәләренә ингеләп сыҡты. Юҡ, бер кем бер нәмә белмәй! Бына ҡыҙыҡ! Башҡа кешеләр килен төшөрөр көндө бөтә урам гөж киләсе.
— Ну, был Гөлсөмдө! Эсендә эт үлһә лә белмәҫһең! Йыбытҡы. Йә, йомошо төшһә, ике өйөнөң береһе миндә бит әле. Гонаһ шомлоғо! Кисә генә инеп сыҡтым бит әле үҙҙәренә. Ул-был турала өндәшһәсе, шыш та юҡ, быш та юҡ. Шуны әйтһә, теле өҙөлөп ҡалыр инеме ни? Кит инде, кит! Әҙәм түгел икән! Ер бит! Эсендә йәне юҡтыр ул уның. Тау-таш араһындағы ауылдан төшкән бәндәнең йүне булалыр шул. Шунда ағастан башҡа нимә күргән тиһең. Ҡырҡ ҡатайға бер иман тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Мин уның өсөн өҙөлөп торған булам бит әле. Изгелекте аңлай торған әҙәм түгел икән. Харап, берәү килен төшөрә, имеш. Минең кеүек өс киленле булһа, ни эшләр ине икән? — Әбей “рәхимһеҙ” күршеһенең имен ерен ҡалдырманы, рәхәтләнеп тетте генә. Унан, берәү килен ала тип салдырып алған нәмәне ташлап ҡуйып булмаҫ, тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә йәнә тауығын таҙаларға ултырҙы. Эшен теүәлләгәс, шулай тәмлерәк була торған тип өҫтөнә тоҙ һибеп, оло туҫтаҡ менән ҡаплап ҡуйҙы. Инде әбей бер сама тынысланғандай булһа ла, күршеһенең йәшерен генә килен төшөрөргә йыйынғаны уйынан сыҡманы. Унан йәнә, берәй йүнле хәбәр ишетмәмме тип, сирәмдә себеш көтөп ултырған Ҡәрифә янына йүнәлде.
— Ниңә улай ҡылана икән ул был Гөлсөм килен? Был тиклем дә йоланы һанламаған әҙәм булыр. Башыңа тай типкән кеше һымаҡ килен алам тип һикергеләп сыҡ та кит, имеш. Әҙерләнеү юҡ, нитеү юҡ. Берәй ғилләһе барҙыр ул? Тикмәгә генә былай йәшертен тотонмаҫ ине.
Унан үҙенең һорауҙарына үҙе яуабын да тапты.
— Аһ-һай, килендәре ауырлы-фәлән түгелме икән тим. Хәҙерге йәштәр өлгөр бит ул. Малайының былай күҙе-башы уйнаҡлап тора. Былтыр анау күрше ауылдағы Сәғиттең ҡыҙы ни хәлгә ҡалды һуң? Туйынан һуң ни, әллә бер ай үткән, әллә ике ай булған, бәпестәре тыуған да ҡуйған, ти бит. Уныһы ишшеү атаһына ла, әсәһенә лә оҡшамаған, ти. Улай булһа, ыстрам, ғәрлеге ни тора!
Юҡ, былай булмай, һәр нәмәнең шарты бар тигәндәй. Ни тиһәң дә, күрше хаҡы бар. Киленде улай ҡаршыламайҙар. Сәғиҙә инәй ҡоштабаҡтағы тауығын алды ла эре-эре аҙымдар менән Гөлсөм күршеһенә юлланды. Өйҙө асып инде лә газды тоҡандырҙы, унан туҡмас баҫырға тотондо. Уға ярҙамға бер нисә күршеһе килеп инде. Кемелер тәмле еҫтәр сығарып бауырһаҡ бешерә башланы. Берәүҙәре ихата тирәһен йыйыштырғылап алды...
— Ана, бер машина был яҡҡа ҡарай килә. Моғайын, шуларҙыр! — Тыштан кемдеңдер тауышы ишетелде.
— Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк булайыҡ!
Бөтәһе ҡапҡа янына урғылды. Кемдер ҡабарып торған мендәр сығарып һалды. Сәғиҙә әбей, араларында иң өлкәне булараҡ, килендең шәрбәт телле булыуын теләп, бәләкәй кәсә менән бал тотто.
Бөтә ауылға туҙан борҡолдатып, кәлтерләп бөткән аҡ “Жигули” ул арала выжлатып ихата янына килеп туҡтаны. Килен ҡаршылаусылар, машинала шофер менән Гөлсөмдөң икеһен генә күреп, ни әйтергә белмәй ҡатып ҡалды. Ахырҙа Сәғиҙә инәй Гөлсөмгә текләп:
— Атаҡ, һин ни килен алып ҡайтам тип киткәйнең түгелме ни? — тип һорап ҡуйҙы.
— Шулай шул! Бына килендең ниндәйен алып ҡайттыҡ әле! Хәҙер кер йыуып толланаһы юҡ. Һыуына тиклем үҙе һурҙырып ала, үҙе йыуа, үҙе киптерә! — Шул саҡ шофер багажниктан ҙур ғына ҡумтаны һөрәп сығарҙы.
– Бәсәк, бәсәк, мин, хыялый баш, һине ысынлап тороп килен төшөрә икән тип йөрөйөм дә ул... – Сәғиҙә инәй башын тырнай-тырнай кеткелдәгән булды.
Ә бер аҙҙан күршеләр: “Инәй, тауығың ҡайһылай һимеҙ, тәмле икән, беҙ ҙә килен төшөрөр булһаҡ, тауыҡты һинән генә алырбыҙ инде”, — тип көлөшә-көлөшә аш ашай ине.

Автор:
Читайте нас в