Был еңеү бер минеке генә түгел, ә тотош коллективтыҡы. Эйе, әгәр коллектив... Әгәр директорыбыҙ Музюкин иптәш... әфәнде миңә тимер ҡырыусыларҙың республика конкурсына барырға рөхсәт бирмәһә, әгәр баш бухгалтерыбыҙ Иван Иваныч башҡалаға барырға командировочныйға ҡул ҡуймаһа, әгәр склад мөдиребеҙ Мөбәшир Шәйшәрипович яңы эш кейемдәре бирмәһә, әгәр мастерыбыҙ Сан Саныч машинаһына ултыртып алып бармаһа, бригадирыбыҙ Фиалит Фринатович эштән һуң ҡалып тимер ҡырыу оҫталығын камиллаштырырға рөхсәт итмәһә, мин республика ярышында өсөнсө урынды ала алмаған булыр инем!..
Рунис мөйөштә ултырыусы Ғәләүи ағайға тағы бер ҡараш ташланы ла, уның конкурсҡа киткәндә бурысҡа аҡса биреп тороуын иҫкә төшөрөп, өҫтәп ҡуйҙы:
– Айырыуса Ғәләүи...әфән... иптәшкә ҙур рәхмәтлемен. Ул миңә тимер ҡырыуҙың барлыҡ нескәлектәрен өйрәтте. Әфәнделәр һәм ханымдар, иптәштәр! Был еңеү – беҙҙең уртаҡ еңеү. Бында исемләп үткән барлыҡ иптәш... әфәнделәрҙең дә өлөшө ҙур. Республика конкурсында өсөнсө урын өсөн премия ла уртаҡ... – Рунис быныһын яңылыш ысҡындырҙым тип туҡтап ҡалды.
Директорҙың киң бүлмәһен яңғыратып ҡул саптылар. Һимеҙ, иләмһеҙ ҡорһаҡлы директор Музюкин әкрен генә йомшаҡ креслоһынан торҙо. Ябай тимер ҡырыусының Оскар премияһы алғанда Америка актерҙарыныҡы кеүек ялҡынлы сығышынан һуң ул артыҡ һүҙ һөйләп торманы. Егет эшләй ҙә, һөйләй ҙә белә, һүҙ юҡ – ғүмер бүләк иткән өсөн ата-әсәһенә, тәрбиәләгән өсөн өләсәһе менән олатаһына, балалар баҡсаһы мөдиренә һәм тәрбиәселәренә, белем биргән өсөн мәктәп, училище директорына һәм уҡытыусыларына, эшкә алып килеүсе вахта автобусының водителе Гәрәйгә, цехты йыйыштырыусы Нина түтәй менән вахтер Семенға ғына рәхмәт әйтмәне бит. Директор мамыҡ мендәр кеүек бармаҡтары менән Рунистың һөйәлле ҡулын ҡыҫты: «Ҡотлайым, бына почет грамотаһы! Премияһын төштән һуң бухгалтериянан инеп алырһың. Еңеүҙе йыуабыҙҙыр бит?», – тип йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығарып, ялтырауыҡ ҡағыҙ киҫәге тотторҙо.
– Тағы бер мәртәбә ҙур рәхмәт, – тине Рунис. – Йыуабыҙ уны... Барығыҙҙы ла кис, эш аҙағында, фуршетка саҡырам.
Егеттең был көндө төшкә ҡәҙәр аяғы ергә теймәне, ҡош кеүек осоп ҡына йөрөнө. Тик төштән һуң бухгалтер уны ергә төшөрҙө: еңгән өсөн премия директорға, баш бухгалтерға, склад мөдиренә, мастерға, бригадирға һәм Руниска бүленгән ине. Егет ведомосҡа ҡул ҡуйып аҡса алды ла һанап ҡараны – бында ике шешәгә лә етмәй бит. Ә ул етәкселәрҙе фуршетка саҡырҙы. Рунис йәнә бурысҡа аҡса һорап торорға Ғәләүи ағай янына йүгерҙе.
Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.