-33 °С
Ясна
75 лет Победы
“ҺӘНӘК”кә яҙыл һәм бүләкле бул!
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
6 Март , 16:00

Нишләп өндәшмәнең?

– Балалар, бөгөнгө контроль эш – бик мөһим. Уға ҡуйылған бил­дә сиреккә сығасаҡ. – Фәниә Әхтәмовна класҡа ҡарап шулай тине лә таҡтаға күнегеүҙәрҙең бирелешен яҙа башланы. Уҡыусылар дәррәү эшкә тотондо. Кәрим өс мәсьәләне еңел генә сисһә лә дүртенсеһендә туҡталып ҡалды. Тегеләй ҙә, былай ҙа итеп аҙапланды, әммә, ҡәһәрең, мәсьәләнең сиселеше килеп сыҡмай ҙа ҡуя.

Нишләп өндәшмәнең?
Нишләп өндәшмәнең?

«Их, ошо урынын ғына аңлатһа, һәйбәт булыр ине», – тип нисә ҡарама колхоз рәйесе ҡыҙы янында тапанған уҡытыусы апайҙың күҙенә ҡарарға тырышты. Тик ул малайҙың теләген әллә аңламаны, әллә, был колхозник малайынан нимә көтәһең, барыбер шул ауылдан ары китә алмаҫ тип уйланымы, күрмәмешкә һалышты.
Уҡытыусы Сараның дәфтәренә ручкаһы менән яҙғылап, ахырҙа ҡағыҙ битенә нимәлер сыймаҡланы ла уның дәфтәре аҫтына һалып китте.
Бер аҙҙан ул Мансур янына кил­де. Уның атаһы бик кәрәкле кеше – фермер. Үҙҙәренең тракторы, машинаһы бар. Ауыл ерендә нимәгә генә тотонма, утынға барырға кәрәкме, бесән килтерергә булһынмы, бөтәһе лә уларға күҙ төбәп бара. Уҡытыусы ҡыҙы Гөлбинә янында ла Зифа Әхтәмовна апаруҡ ҡына туҡталып тор­ҙо.
Кәрим алғы партала йәнәш ултырған Зөбәй­ҙәнән нимәлер һорашырға ынтылған арала, уҡытыусының киҫкен тауышы ишетелде.
– Вәлиев, башҡаларға ҡамасаулайһың. Үҙең башыңды эшләт. Ҡара һин уны, анһат ҡына кешенән күсермәксе буласы.
– Апай, апай... – Кәримдең ни әйтергә теләгәнен уҡытыусы ишетергә лә теләмәне.
– Ниндәй тауыш, ә, ҡыуҙым сығарҙым.
...Бер-нисә көндән Фәниә Әхтәмовна ауырып китте лә дауаханаға барҙы. Фельдшер бүлмәһендә Кәримдең ултырыуын күргәс:
– Бәй, һин дә сирләп киттеңме әллә? – тип һорап ҡуйҙы.
Малай урынына әсәһе яуап бирҙе:
– Минең улым бит ул, бергә ҡайтырбыҙ тип, үҙем саҡырғайным.
Уҡытыусы былай ҙа туҫтаҡ кеүек күҙҙәрен шар асып ҡарап торҙо:
– Атаҡ, шулаймы ни? Ҡара әле, нишләп мин бығаса белмәгәнмен. – Унан Кәримгә ҡарап:
– Аҡыллым, үҙең нишләп өндәшмәнең,ә? Математиканан «дүртле» сығарған булыр инем дәһә, – тине.

А. ҒИЛМАНОВА.

Автор:
Читайте нас в