+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
14 Март , 18:30

Ғәйбәтсе

(ЮМОРЕСКА) Юлда Хәбир осрағайны. Хәбәре бөтәме ней уның? Ике сәғәт ауыл ғәйбәттәрен сәйнәне лә ҡуйҙы!– Әмериктәр яңы президенттан уңды тип уйлайһыңмы? – тигән булып һүҙ башлағайны, мин:–Уларҙы белмәйем, ну беҙҙең силсәүит иркен ултырып алды урындығына. Үәт унан, исмаһам, балалары уңды. Әнә, улы менән килене хәҙер фермаға яҡын да бармай.

Ғәйбәтсе
Ғәйбәтсе

Ике менән егермене айыра белмәгән наҙан килене пенсионерҙарҙың аҡсаһын һанай, утҡа, газға, көтөүгә аҡса йыя. Кисә үрге остағы Мәрхәбә әбей көтөүгә йөрөмәгән быҙауы, бесәнлегендә ятҡан сатан һарығы өсөн дә түләп ҡайтҡан. Бынан һуңына шулай буласаҡ, барыбер беҙҙең ерҙә үҫкән үләнде ашай, һыуҙы ла эсәләр бит, тип әйтә тей теге килен кеше, тип Мәрхәбә әбей Зиннәт ҡартҡа инеп зарланған, тип күрше минең ҡарсыҡҡа һөйләп киткән.
Ә баяғы силсәүиттең һөмһөҙ улы, трактористарҙың нәрәттәрен генә тикшереп ултыра, тей. Әзмәүерҙәй ир ҡыҙыу эш мәлендә шулай кантурҙа ултырһын әле? Донъя ҡайҙа бара, һиҙәһеңме? Кем ғәйепле? Әмериктәрҙең президентындамы ней эш? Беҙҙең үҙебеҙҙең ауылда тәртип юҡ, ә һин әллә ҡайҙағы президентты һөйләйһең! Күрҙеңме, гаражда ике трактор эшһеҙ ултыра!? Ә нимә эшләргә белмәй ыҙаланған силсәүит улы шуның берәүһен алып, баяғы йәтим Мәрхәбә әбейҙең бесәнен килтерешһә, әҙ генә булһа ла файҙа түгелме ней? Ул нәрәттәрҙе силсәүит үҙе генә лә тикшереп ултыра ала. Ә килене һуң? Йәйләүгә сығып көнөнә бер генә һыйырҙы ла йүндәп һауып торһа, һауынсыларға ярҙам түгелме? Һин һөйләгән президенттың һыйыры бар тейһеңме? Ул һыйырҙың ҡайһы яғынан һауыу түгел, һөттөң ҡайҙан алынғанын да белмәйҙер әле, – тим.
–Әллә инде, кеше эшендә минең ней эш. Мин бит пенсинер, телевизорҙан хоккей ҡарап ҡына ултырам бына. Әйткәндәй, беҙҙекеләр бирешмәй, чемпион да булдылар, күрҙеңме?
–Күрмәй тей. Һин генә күрмәйһең ул, ә мин бөтәһен дә күреп, белеп торам. Кисә төндә Мирзаның иң сибәр ҡыҙын кем оҙатып ҡуйғанын күрҙем. Буранбайҙың ҡатыны ништәп ун биш йыл бала тапмағанын да беләм. Әтнәкә күршеһендәге яңғыҙ Мәрүәр ике йыл һайын Буранбай һынды малайҙар таба ла ҡуя.
Сәриә әбейҙең ҡаҙының күкәйҙәре нишләп вис серек икәнен, хатта беҙҙең һатыусының шәкәргә срогы үткән манный бутап һатҡанын, балалар баҡсаһына быйыл Ғәфүргә оҡшаған ете баланың килеүен, үткән йома һинең баҡсаңдағы түтәлдәреңде кем тапауын, Марс малайы Рәфистең кем ҡыҙына күҙе төшөүен, ләкин яҡын барырға баҙнат итмәй йөрөүен, хатта мәктәп директорының ни өсөн һаман буйҙаҡ икәнен дә беләм. Тағы һинең әбейең менән минең әбейҙең кисә нимә өсөн әрләшкәндәренә лә шаһит булырға тура килде, –тейем. –Ә һин бында хоккей һөйләйһең! Дүрәк кеүек күмәктәп ҡуҡыш башындай шайба артынан сапҡандарҙы ҡарап ултырырға ҡул теймәй шул, ҡорҙаш. Ҡарсыҡ бер әсмүха сәйгә тип кенә сығарып ебәргәйне, һинең яңылыҡарыңа әүрәп торам әле, ярар, ҡайтайым, –тип саҡ ысҡындым, әй. Мәйтәм, ир кеше лә шулай ҡыҙ-ҡырҡын ише юҡ-бар менән ҡыҙыҡһыныусан булыр икән! Уф, ғәйбәтсе лә инде бынау Хәбир ҡартты әйтәм…

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:
Читайте нас в