Ярай, дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә тиҙәрме әле, әҙәм балаһында ундай ғына яңылышыуҙар булалыр инде. Урамға теҙелеп киткән машиналарға ҡарап, ҡунаҡҡа шухрый-мухрый кешеләр саҡырылмауын сырамытырға була. Мәжлес бик күңелле барҙы. Бер аҙҙан ҡотлауҙар башланды. Ана, әле генә хужаларҙы:
– Был ауылда һеҙҙең кеүек шәп кешеләр юҡ, – тип маҡтап, Хоҙайҙан оҙон ғүмер теләп, бүләккә бәләкәс кенә әллә нимә тотторған йомарт ирҙе күрәһегеҙме? Ул – хужабикәнең өс туған һеңлеһенең өсөнсө йәмәғәте. Ғүмер буйы уҡытыусы булды. Район үҙәгенән килгән йырсы, уныһы ҡайһы яҡлап нәҫелдер, әйтә алмайым, тосын бик матур йыр менән тамамланы.
Ҡотло булһын алтын туйҙар,
Беҙ барыбыҙ ошо теләктә.
Бөгөнгөләй шат йылмайып йөҙөң
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Бер ай элек кенә магазин асып, әйберҙәрен үҙ хаҡы менән тип ун биш тингә осһоҙораҡҡа һатҡан Гөлзада ла матур һүҙҙәрен йәлләмәне...
Ҡунаҡтар араһында ут күршеһе Харис ҡына юҡ ине. Хәйер, быға башҡалар ҙа, күршеһе үҙе лә иҫе китмәй ине, бер бөгөн генә бындай хәл ҡабатланмай бит.
Байрам төн уртаһынаса һуҙылды. Биттәре алһыуланып байҙар төҫө ингән ҡунаҡтар ҡарлыҡҡансы йырланылар, аяҡтары талғансы бейенеләр. Хужа менән хужабикәне күктәргә сөйгәнсе маҡтанылар, барыһының да аш-һыуының татлылығына, муллығына иҫе китте. Хатта ҡайтырға тип урамға сыҡҡанда ла тиҙ генә айырылыша алманылар. Әллә нисә тапҡыр ҡосаҡлашып һаулаштылар,” хуш аяғы”ла тиҫтәгә барып етте. Таңғы һиллектәге тауыштар әллә ҡайҙарға яңғыраны.
– Ай, шәптәрһегеҙ ҙә инде !
– Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
– Бөткәнсе, бөткәнсе .
– Ҡара-ҡара, асыуын ҡалдырмаҡсы буласы.
Үҙҙәренең был тиклем дә шәплегенә күңеле булған хужалар бөтәһен оҙатып, өйгә кергәндә таң ҡыйылғайны инде. Ҡунаҡтар менән мәж килеп, һәүкәшкәйҙәренең ишеге асыҡ ҡалған келәткә инеп, көрпәне, унан бойҙайҙы һоҫоб башына ла инеп сыҡманы. Күпмелер ваҡыттан ихатаға сыҡҡан хужа һыйыры ауыҙынан күпректәрен сығарып ятыуын күрҙе. Уның башынан “әрәм генә булып ҡуймаһын, тиҙерәк ҡыланырға кәрәк”, тигән уй үтте һәм ярҙамға күршеһенә сапты...
Венер ИСХАҠОВ.