+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
18 Март , 16:00

Бәләкәй генә келәттән сыҡҡайны

(Юмористик хикәйә) Шаҡайҙы эшкә алдылар. Хатта бойороҡ менән тәғәйенләнеләр. Эше ҙур ҙа, ауыр ҙа түгел. Яуаплылығы ла – бер мөдирлек. Үҙе көлөп һөйләгән: ҙур эш хаҡы кәрәкмәй, бәләкәйерәк келәт миңә еткән, тигән. Бер йыл эшләнеме-юҡмы Шаҡайҙың өҫтөнән ялыу килеп төштө. 

Бәләкәй генә келәттән сыҡҡайны
Бәләкәй генә келәттән сыҡҡайны

Урлаша, тейәп, ташый, ағай-энеһенә өләшә, эсә һ. б. Спецназ, ОМОН һәм башҡалар уратып алып, биттәре менән асфальтҡа терәттеләр. Ай буйы тикшерҙеләр. Нимә асыҡланды? Урлашмай, ташымай, өләшмәй, аҙып йөрөмәй һ. б. Әлбиттә, ғәфү үтенделәр һәм, ниһайәт, үҙен күреп ҡалдылар.

Хәҙер ул Шаҡай түгел, Шағале Солтанович, келәттә лә мөдир түгел, цех начальнигы.

Йыл үтмәне, тағы ялыу килеп төштө. Ҡотҡарығыҙ, урлап бөтөп бара, эсә, аҙып йөрөй, ләкин эшкә йөрөмәй һ. б. Тағы баҫып алдылар, биттәрен асфальтҡа һалдылар. Нимә асыҡланды? Намыҫлы кешегә нахаҡ бәлә таҡҡандар. Урлашмай, эсмәй, аҙып йөрөмәй һ. б.

Уның ҡарауы хәҙер Шағале Солтанович – генераль директорҙың иң кәрәкле урынбаҫары һәм ҙур ғына депутат.

Йыл үтмәне, депутат Шағале Солтанович тағы ла анонимка яҙырға ултырҙы. Ҡотҡарығыҙ, урлаша, эш тигән булып ошонда эсеп ята, заводты тамам бөлдөрөп бара.  Килеп төштөләр. Был юлы генераль директорҙың ярандарының бер-икәүһен боттарынан түшәмгә аҫып ҡуйып та ҡаранылар. Шул асыҡланған: урынбаҫар заводҡа бурыслы түгел, ә киреһенсә, завод урынбаҫарға бурыслы икән.

Хөрмәтле Шағале Солтан улы тағы үҫеп китте. Хәҙер ул үҙе генераль директор һәм бар нәмәгә хужа. Директорыбыҙ тынысланды һәм рәхәтләнеп, асыҡтан-асыҡ урларға тотондо. Үҙенә – өс ҡатлы өй, кейәүенә һәм ҡыҙына – ике ҡатлы, балаларының һәр береһенә – текә автомобиль һәм ҡаланың иң оҡшаған мөйөштәренән фатирҙар. Сит илдәрҙең диңгеҙ буйҙарында бөтә нәҫел-ырыуы һыйырлыҡ өйҙәр.

Кемдер хатта ошо хаҡта яҙған, тинеләр. Юҡ, юҡ, барып сыҡмаған, яла яҡҡан өсөн байтаҡ биргәндәр шикелле.

Халыҡ хәҙер шым, өндәшмәй. Ниңә өндәшһендәр, үҙҙәре үҫтерҙе бит.

Ғ. ҠУНАҠБАЕВ.

Автор:
Читайте нас в