+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Апрель 2023, 13:00

Күрше ҡыҙы Кәримә

(Юмореска) Һеҙҙә нисектер, беҙҙең ауыл­да диплом йыуыу йолаһы бар. Институттан ҡыҙыл диплом алып ҡайтҡас, атай-әсәй шатлыҡтан табын әҙерләне. Туғандар, таныштар, күр­ше-күлән, дуҫтар йыйылыш­ҡас, бөтәһе лә мине ҡотларға, маҡ­тарға тотондо.

Күрше ҡыҙы Кәримә
Күрше ҡыҙы Кәримә

Мәжлестең иң ҡыҙған мәлендә күршебеҙ Ғәләүи ағай:
– Хәҙер был ҡыҙыл диплом янына бер ҡыҙыл ауыҙ ҙа кәрәк бит инде!.. – тип ҡуйҙы. Башҡаларға был етә ҡалды, “Өйлән, ҡыҙың булмаһа – та­бабыҙ!” – тип күтәреп алдылар.
Ҡунаҡтар таралып, өй бушағас, ма­­тур-матур пландар ҡороп, бик оҙаҡ йоҡлай алмай яттым.
Бер нисә көн ял иткәндән һуң, үҙе­беҙҙең колхозда агроном булып эшләй башланым. Беренсе көндән үк ҡыҙҙар күҙләргә тотондом. Күҙем төшкән һәр ҡыҙ миңә буласаҡ хәләл ефетем булып күренә ине. Бына, күрше Ғәләүи ҡыҙы Кәримә. Бик биҙәнеп-төҙәнеп йөрөй, тик сәсе ҡыҫҡа – “химка” эшләткән. Тимәк – ялҡау! Уңған ҡыҙҙарҙың сәсе оҙон була ул. Оҙон сәсте йыйыу өсөн күп ваҡыт кәрәк. Кәримә кәрәкмәй!
Мәктәптә йыр уҡытыусыһы булып эшләүсе күрше ҡыҙы Сәрбиҙең ҡул­дары ап-аҡ, бармаҡтары шүрә­ле­неке кеүек оҙон. Былай үҙе нисауа, си­бәр генә. Барыбер бармай, си­бәрлек туйҙа ғына кәрәк, тиҙәр бит. Был ҡә­ҙәр аҡ, оҙон бармаҡлы ҡул­дары ме­нән баҡсала сүп утап, һыйыр һауып йөрөмәйҙер әле. Көнө-төнө пианинола уйнап, атаһы менән әсә­һенең ҡолағын тондороп бөтөр­гәндер инде.
Китапханасы Кәтифәнең буйы ҡыҫҡа, ә ашнаҡсы Баһияның аяҡ­тары кәкре. Һатыусы Сания, бе­рәр ҡыҙыҡ һүҙ ишетһә, ауыҙын күтәреп, ҡысҡ­ырып көлә, шәфҡәт туташы Шәфи­ғәнең алғы тештәре ҡуяндыҡы кеүек ыржайып тора. Хат ташыусы Хәмдиә­нең тауышы ҡалын, көбөнән сыҡҡан һымаҡ, Алла һаҡлаһын, төндә һата­шып ҡысҡырып ебәрһә, өйҙән генә түгел, ауылдан сығып ҡасырһың!
Шулай итеп, колхоздағы барлыҡ ҡыҙҙарҙы бер аҙнала барлап сыҡ­тым. Үҙем яһаған һөҙөмтәләрҙән бары­һына ла күңелем ҡайтып, улар яғына әйләнеп тә ҡарамай башланым. Көндәр, аҙналар үтә торҙо, йылдар үтте. Мин инде өйләнеүҙән өмөт өҙә башлағайным.
Быйыл шулай “Йәшлек“ гәзитендә өйләнә алмай йә иһә кейәү таба алмай йөрөүселәрҙең иғландарын күреп ҡалдым. Шул иғландар ара­һынан үҙемә оҡшаған “кандидат“ эҙләп таптым. Номеры ”АВ-135” ине. “Миңә 29 йәш. Ауыл ерен­дә әсәйемдәр менән йәшәйем. Төҫкә-башҡа зарланырлыҡ түгел. Өй эш­тәрен яратып башҡарам. Аш-һыу бешерергә лә оҫталығым бар,” – тип яҙылған ине унда. “Все!“– мин әйтәм, етәр, күп йөрөнөм һайланып.
Шул уҡ кисте ултырып хат яҙҙым. Ике аҙна үтеүгә яуап килеп төштө. Хаттың авторы беҙҙең райондан, улай ғына ла түгел, үҙебеҙ­ҙең ауылдан булып сыҡты. Әммә исемен яҙмаған. Осрашҡас, таны­шырбыҙ”,– тигән. Икенсе хатымда: “Осрашып, күрешеп һөйләшергә теләгем бар“, – тип яҙҙым. Ҡыҙ ҙа: “Фәлән көндө, фәлән сәғәттә ҡапҡа төбөгөҙгә сы­ғып баҫ, үҙем килермен“, – тип яуап яҙҙы.
Көтә торғас, ниһайәт, ул көн, ул сәғәт етте, иң яҡшы кейемдәрем­де кейеп, ҡапҡа төбөнә сығып баҫ­тым... Көтәм... Бер кем дә күрен­мәй...
Сеү! Күршеләрҙең ҡапҡаһы асылды түгелме!? Эйе, эйе! Бына ҡап­ҡа­нан “химкалы“ бумала баш күрен­де. Мин өнһөҙ ҡалдым. Ҡыҫҡа буйлы, кәкре аяҡлы бумала баш миңә табан килә башланы. Ҡаршыма килеп үк баҫты. Йылмайғандай итте, һәм шул ваҡыт ауыҙындағы кәкре тештәре кү­­ренеп ҡалды. Минең ҡаушауымды күреп, ул ҡыйыулығын күрһәтер өсөндөр инде, ауыҙын күтәреп йәм­һеҙ итеп көлөп ҡуйҙы.
– Нимә күрше, мине танымайһың­мы әллә? – тип ҡысҡырып ебәрҙе был. – Был бит мин, Кәримә, Ғәләүи күр­шеңдең ҡыҙы! Ул миңә шалҡан кеүек ап-аҡ ҡулдарын һуҙҙы. Ҡал­ға­нын хәтерләмәйем. Мин аңыма кил­гәндә, мулла никах уҡыуҙы тамамлаған ине.

Фәнүз ХӘБИБУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: