+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Апрель 2023, 12:00

Кхем-кхем....

(Юмористик хикәйә) Был донъяла яратмағаным тупаҫлыҡ ине. Хәҙер ауылда минән дә тупаҫыраҡ кеше юҡ. Һәр хәлдә, шундай даным сыҡты. Ә бит ниндәй кеше инем заманында, ниндәй кеше инем! Биткә ҡунған себенде лә: «Рәхим итеп, осоп китһәгеҙ ине!» – тип кенә өгөтләп тигәндәй ҡыуып ебәрә торғайным. Һәм бына килеп — Тупаҫ Мөбәрәк!

Кхем-кхем....
Кхем-кхем....
Бөтәһе лә папиростан башланды. Фермаға эшкә барышлай кеҫәне ҡапшаным – тартырға бер нәмә лә ҡалмаған. Магазинға инһәм, Ғәшүрә тигән һатыусы Маһи тигән һатып алыусы менән ауыҙ һыуҙарын ҡоротоп, кемдеңдер ғәйбәтен һаталар. Һүҙҙәре бөткәнен көтә башланым. Әммә миңә иғтибар иткән кеше юҡ.
– Шунан? Шунан? – тип һорай Ғәшүрә тигәне, Маһи тигәненең ауыҙына кереп китерҙәй булып.
– Эйе, әхирәткәйем, ҡатынына бына шулай тигән!
– Шунан? Шунан?
– Ә ҡатыны – боламыҡ, шуға ҡаршы бер нимә әйтмәгән.
– Әйтмәгәнме?
– Әйтмәгән, әйтмәгән. Боламыҡ ҡына буламы һуң...
– Ужым быҙауы ул, ҡатын түгел, әхирәткәйем! Ужым быҙауы!
– Ужым быҙауы ғына тиһеңме...
Ғәшүрә теге ҡатынды тағы нимә менәндер сағыштытырға йыйына ине, мин түҙмәнем, өсөнсө кеше барлығын белдереп, тамаҡ ҡырҙым:
– Кхем... кхем...
Әммә минең тамаҡ ҡырыуға иғтибар нуль дәрәжәһендә тороп ҡалды. Әхирәттәрҙең әңгәмәһе артабан дауам итте.
– Күҙле бүкән ул!
– Сепрәк баш!
Уларҙың был һөйләшеүенә шаһит булыуым өсөн уңайһыҙландым. Тегеләргә ишеттерерлек итеп:
– Кхем... Кхем! – тип йүткергән булдым.
Ниһайәт, әхирәттәр, һүҙҙәрен бүлдергәнгә асыуланып, миңә әйләнеп ҡаранылар ҙа күҙҙәре менән өтөп үк алдылар.
– Һин нимә баянан бирле беҙгә тамаҡ ҡыраһың? Танышырға уйлама ла, беҙҙең законный ирҙәребеҙ бар! – тине Маһи тигәне, ике ҡулын бөйөрөнә ҡуйып.
– Кхем-кхем, имеш! – тине Ғәшүрә тигәне, мине үсекләп. — Кистән туймаҫтай булып эскән дә айнымайынса бында килгән. Күрәһеңме, тамағы ла асылмаған. Йөҙ грамм кәрәкме ни, алкаш?
Мин, сәс остарыма тиклем ҡыҙарып, ҡаттым да ҡалдым.
– Ни ҡарап ҡаттың? Ҡурҡытырға итәһеңме? Беҙ ундайҙарҙан түгел, хәҙер милиция саҡырырбыҙ.
– Ун биш тәүлеккә самалай был, әхирәткәйем!
Өҫкә бер биҙрә бысраҡ һыу ҡойҙолармы ни! Әйтер һүҙем ирекһеҙҙән тамағыма ултырҙы:
– Кхем... кхем...
– Ә-ә-ә, ишшу беҙҙе мәсхәрәләй был!
Һеҙ юҡҡа миңә бәйләнәһегеҙ, мин бер ниндәй ҙә алкаш түгел, бары тик папирос алырға ғына кергәйнем тип әйтергә самалайым, артыҡ тулҡынланыуҙанмы, баяғы төйөр ебәрмәй ҙә ҡуя. Ирекһеҙҙән тағы тамаҡ ҡырам:
– Кхем... кхем...
Тегеләрҙе был оторо ҡыҙҙырып ебәрҙе, икеһе ике яҡтан тағы ла көслөрәк ут астылар.
– Хулиган!
– Культура бармы ни беҙҙең ауыл әтрәгәләмдәрендә! Ҡайһыһы булды был?
– Кем булһын, беҙгә практикаға ҡайтҡан Мөбәрәк!
Мин, башымды яғаға йәшерергә тырышып, ишеккә боролдом. Артта:
– Шул тиклем дә тупаҫ бәндә булыр икән. Кхем-кхем, тигән була бит әле! – тигән шелтәләү ишетелеп ҡалды. – Әҙәпһеҙ! Һүҙебеҙҙе өҙҙө. Ҡайҙа туҡтағайным әле?
– Сепрәк баш, тигәйнең, әхирәткәйем, сепрәк баш.
 
Марат КӘРИМОВ.
 
Автор:
Читайте нас: