+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
30 Апрель 2023, 11:30

Алыш-биреш

(Юмореска) Уң яҡ күршем Хисами “Киа”ла йөрөй. Һул яғымдағы Низами “Судзуки”ҙа фарсит итә. Минеке – “Ока”. Ғәрләнеп бер булам, уға ултырып урамға сығырға ла оялам. Хисамийы: “Ока” – “КамАЗ”-дың уйнаштан тыу­ған ҡыҙы”, – тип көлә. Низамийы: “Өҫ­тәүе­нә, етлекмәй тыуған”, – ти.

Алыш-биреш
Алыш-биреш

Уларына ҡымырйып та бармаҫ инем. Бер көн өс йәшен тултырған ейәнем Гансты етәкләп магазинға сыҡтым. Тыҡрыҡты кис­кәндә: “Гансик, осторожно будь, машина едет”, – тип киҫәткән булам. Ейәнем, артынан шыйыҡ төтөн ҡалдырып тырҡылдап үтеп киткән сусҡалай ғына кәүҙәле автомобилгә һынаулы ҡараш ташланы ла: “Ока” – не машина”, – тип һығымта яһаны.
Түҙемлегем бөттө. Һатып ебәрер­гә булдым. Аҡсаһы Ҡыҙыл диңгеҙгә барып ял итергә үк етмәһә лә, бәлки, үҙебеҙҙең Тоҙ күленә барып ҡайтырға етер. Көнө-төнө телевизор ҡарап, реклама һанап, донъяның ҡайҙа табан тәгәрәүен беләбеҙ. Нәмә генә тәҡдим итмәйҙәр ҙә, ташлама артынан ташлама яһап, нисек кенә игелек күрһәтмәйҙәр. Мин дә гәзиткә иғланды шундайы­раҡ рухта бирҙем. “Әгәр егерме меңегеҙҙе янығыҙҙа ҡалдырырға теләһәгеҙ, минең “Ока”ны алығыҙ. Өр-яңы тип әйтерлек. Техник хәле иҫ киткес шәп!”
Аҙна буйына берәү ҙә шылтыратманы. Телефонға текләп ултырып күҙҙәрем талды. Инде лә асыуым­дан уны иҙәнгә селпәрәмә бәрәйем тип ҡуҙғалғайным, ҡурҡты булһа кәрәк, телгә килде.
– Күпмегә бирәһегеҙ? – Тауышы таныш та кеүегерәк. Тик таныштарым араһында ундай тыңҡыш әҙәм юҡ.
– Илле һорайым, утыҙға бирәм. Егерме меңең янға ҡала...
– “Ока”ны? Утыҙға?! Кеше көл­дөрмә, йүләр! – тине лә Тыңҡыш трубканы шап итеп һалып ҡуйҙы.
Машина алыу уйынан бөтөнләй ваз кис­мәгән икән, иртәгеһен тағы шылтыратты был.
– Йә, уйланыңмы? Күпме ташлама яһай­һың?
– Ниндәй ташлама ул тағы? Егерме мең етмәгәнме ни!
– Ул ташлама түгел, янда ҡалды­рыу ғына...
Һөйләшеү өҙөлдө. Тыңҡыштан башҡа шыл­тыратыусы булһа, ул һөмһөҙгә төкөрөп тә бирмәҫ инем. Юҡ шул. Шуға күрә һөй­ләшеүҙең өсөнсө көнөндә һатып алыусымды илле процент ташлама менән шат­лан­дырырға уйланым. Ун биш меңгә генә ҡалдырҙым,
– Ун биш меңгә?! “Ока”ны?! “КамАЗ”-дың етем балаһын?!
– Һуң, етем булһа ла машина бит әле ул. Тәгәрмәсе лә дүртәү, түбәһе лә бар... “Скутер” хаҡы ла түгел...
– “Скутер” мопед ҡына булһа ла япон­дарҙыҡы. Ә һинең консерва ҡалайың...
Ҡыҙып уҡ киттем.
– Консерва ҡалайы булһа, алма! Һине кем көсләй?
– Алам! Тағы бер аҙ төш тә...
Вәт дегәнәк!
– Күпме ул “тағы бер аҙ”ың? – Башыма: “Бөгөн ҡотолмаһам, баш­ҡа бер ҡасан да ҡотола алмам”, – тигән уй килтереп һуҡты.
– Тағы илле процентҡа төш...
– Әрһеҙләшмә. Утыҙға төшәм, иллегә юҡ...
– Илле!
– Ҡырҡ...
– Илле!
– Ҡырҡ биш...
– Алмайым!
– Ал инде... Ярай, һинеңсә булһын, илле-е-е...
Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, Хөснөтдин бажа килеп инде. Тауышы таныш кеүек тойол­ғайны, телефондан шул мөртәт менән алыш-биреш яһаған булып сыҡтыҡ. Та­ныт­маҫ өсөн танауын ҡыҫып һөй­ләшкән.
– Ҡайҙа, ас гаражды, бир ас­ҡысты! – ти. Ауыҙы йырыҡ йүн­һеҙ­ҙең.
– Деньги вперед! – мин әйтәм.
– Ниндәй аҡса? Йөҙ процент ташлама яһаның бит. Башта – илле, шунан – илле. Договор дороже денег. Егет һүҙе бер була.
Алыш-бирештең үҙ ҡанундары шул. Ҡыҙып китеп уяулығымды юғалтҡанмын. Биреп ебәрҙем күҙ алмамдай ҡәҙерле дөлдөлөмдө бер йүнһеҙгә...

Закир ӘҠБӘРОВ.

Автор:
Читайте нас: