+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
5 Май 2023, 17:00

ФЕТНӘ

(Юмореска) – Ельцин! Ельцин! Ельцин!Аҡ йорт алдында танктар тора. Һалдаттар, хәрби кешеләр, ябай халыҡ гөж килә. Фәтиха инәй мөкиббән булып телевизорға текәлгән.– Үәт фетнәселәр! Кильцен, Кильцен, тип ҡысҡырышалармы? Килһен генә Кильценығыҙ, күрһәтә башлар күрмәгәнегеҙҙе.Инәйҙең түҙеме тамам бөттө, телевизорҙың шнурын йән көскә һурып алды. Өҫтәленең тартмаһынан партбилетын эҙләп алды. Ҡыҙыл билетты бер асып, бер япты, шунан кире урынына һалып, тартманы этеп ҡуйҙы.

ФЕТНӘ
ФЕТНӘ

– Ыһһ... – тип ауыр көрһөндө үҙе.
Баҫымы күтәрелеп, йөрәге тулап алып китте. Ситке бүлмәгә сығып, аптечканан дарыуын эҙләп ҡапты ла бая уҡ яһап ҡуйған, инде һыуынып бөткән сәйен уртлап ҡуйҙы.
Тышта ҡараңғы. Ай яҡты һымаҡ ине, әле яуын булырға торамы – айҙы болоттар күмгән.
,,Бисмилла", – тип тәҙрә ҡорғандарын тартты, усағының йүшкәһен ябырға онота яҙған икән, фетнәгә көйөп тороп, уныһын этеп ҡуйҙы.
Солан ишегенең келәһен элде, уттарын һүндереп, баҫырынып йоҡларға ятты.
Йөрәктең тулауы кәмегәндәй булып, күҙенә йоҡо эленгәйне, кемдер ҡапҡаны дөмбөрҙәтә башланы.
Инәй шәлен бөркәнеп кенә тышҡа сыҡты, ҡапҡаға килде.
– Кем йөрөй унда?
– Фәтиха апай, был мин, Нуриәхмәт!
– Ҡайһы Нуриәхмәт?
– Апый, ҡәҙимге, Фетнә Нуриәхмәт...
Инәй ҡапҡаның һайғауын шылдырҙы, ҡапҡаны асып, шәүлә хужаһына текәлде:
– Ней йомош, фет... әй, ҡустым?
– Апый, бер тоҡ кәмбейем бар, алып ҡал башмағыңа.
– Бырама ла ғына алам хәҙер!!! Хөкүмәттекен урлап, ишү оялмай миңә, коммунисҡа,  алып килеп тора. Тотторам әле үҙеңде.
Бөгөнгө Ельцин, фетнә иҫенә төшөп, ,,коммунист” тигәнгә баҫым яһалды! Кемгә ,,тотторорға" йыйынғанын Фәтиха инәй үҙе лә аңламай, әммә Мәскәүҙә барған бола үсен Нуриәхмәт ҡустыһынан алмаҡсы ине.
– Нишләп хөкүмәттеке булһын, үҙемдең кәмбейем. Ана, улайһа, Фәтиха апай, партбилетыңды ашатырһың башмағыңа.
Нуриәхмәт ҡустыһы арбаһына һикереп кенә ултырҙы ла  ҡуҙғалып китте:

– На-а, уңғыр! Фьюүть!
– Ә-ә-й, кем әле, туҡта, Фет...Фет...Анау, кем әле һин? Арбалағы ҡусты... Исемеңде оноттомсо...
Фет... Фетнә...әхмәт инеме? Юҡ, улай түгел, шикелле...Фет...нетдин...! Улайға ла оҡшамаған. Фет...нә... Әттәгенәһе. Фетнә көнө булды бөгөн!
Башы буталыуға, геүләүенә тағы йәне көйҙө, шыбыр-шыбыр күҙ йәштәре сикәләрен көйҙөрөп төшөп киттеләр. Илай-илай ҡапҡаһын бикләне лә кәртәһе яғына атланы. Шырпыһын сыйып, бер килке йонсоу башмағына ҡарап торҙо.
– Йә Нуриәхмәттең кәмбейен алып ҡалманым, алмаша!
Исеме иҫкә төшкәс, һыңҡылдата көлдө... Бер илап, бер көлөп, өйөнә инеп китте.

С.ТАМИМДАР.
Автор:
Читайте нас: