+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
6 Май 2023, 14:00

ЯҢЫ КҮРШЕ

(Юмореска)– Беҙҙең яңы күрше, значит, һин булаһың инде?– Шулай килеп сыға.– Тот биште! Мин, значит, Ҡасим. Ә һине нисек ирештерәләр?– Дәминдар Шәмиғолович мин.– Ҡара һин уны! Дәминдар... Дәмин-ләғин булырһың.– Ғәфү итегеҙ, аңламаным?

ЯҢЫ КҮРШЕ
ЯҢЫ КҮРШЕ

– Мин былай ғына. Шаяртам ғына. Күрше, шыршың бармы?
– Бар.
– Ҡайҙан алдың? Баҙарҙанмы әллә урмандан урланыңмы? Хи-хи...
– Мин урманды, бигерәк тә шыршыларҙы ҡырҡыуға ҡаршымын.
– Ҡара һин уны! Улайһа, һиндә шыршы урынында нимә һуң? Тәпәндәге пальмамы? Шаяртам, хи-хи...
– Ни... ниңә? Мин ун йыл инде яһалма шыршы ҡуям. Һеҙгә лә тәҡдим итәм.
– Юҡ, мин тәбиғи әйберҙәрҙе яратам! Ылыҫ еҫе лә сығып торһон, энәләре лә сәнсһен. Йә, ярай, шыршы менән аңлашылды. Өҫтәлеңә нимә ҡуясаҡһың, йәғни-мәҫәлән?
– Ә быныһы һеҙгә нимәгә?
– Мин, бәлки, курант һуҡҡандан һуң һиңә ҡунаҡҡа керергә теләйемдер.
– Нисек инде? Мин һеҙҙе саҡырманым да инде.
– Саҡырма ла. Беҙҙә, Дәмин әфәнде, шундай ғәҙәт: бер, ике... биш рюмка еппәргәс, күршеңә ҡотлатырға йә үҙең бараһың, йә ул һиңә килә. Һин беҙҙең был йоланы боҙма, аңланыңмы?
– Аңланым, тик нисектер сәйерерәк инде... Йә, ярай. Беҙҙә өҫтәлдә ете төрлө салат була...
– Ҡара һин уны! Шунан?
– Ҡайнар аштарҙан – бешкән баклажан, быҡтырылған ашҡабаҡ, соя билмәне, картуф кәтлите...
– Туҡта-туҡта! Быларҙың барыһы ла үләндән бит. Йүнле аштан нимәләр буласаҡ? Тешләп ашай, кимерә, кимерсәктәрен кетерләтә торғаныраҡ?
– Һеҙ итте күҙ уңында тотаһығыҙмы ни? Юҡ, ит булмаясаҡ. Беҙ – вегетариан.
– Вәт, исмаһам, күршеләрҙән уңдым! Ә нимә эсерһегеҙ икән, үлән ашай торған күрше?
– Шампан, һыра. Әммә барыһы ла алкоголһеҙ.
– Тфү! Ҡатыраҡтарынан тим? Тән буйлап йүгерһен, йырлағы, бейеге килһен, өҫтәл аҫтында күршеңдең балтырын семетеп алырлыҡ булһын ул! Аҙаҡ рәхәтләнеп берәйһенең танауын емереп ҡуйырлыҡ та булһын!
– Ғәфү итегеҙ, беҙ сәләмәт тормош яҡлы.
– Тә-ә-әк! Ҡарале, Дәмин-ләғин, һин беҙҙең йортҡа нисек килеп эләктең?
– Һеҙҙең кеүек күршеләр арҡаһында фатирымды алыштырҙым. Хәҙер бына яңылышҡанымды аңланым. Ниңәлер һеҙҙең турала миңә бер кем бер нәмә һөйләмәне.
– Һөйләп өлгөрмәгәндәрҙер шул. Мин төрмәлә ултырҙым бит. Яңы йыл алдынан ғына сығарҙылар.
– Ни өсөн ултырттылар?
– Берәүҙең әпәй шүрлегенә менеп төшкәйнем... Бына нәмә, Дәминдар әфәнде, әгәр бөгөн сәғәт ун икенән һуң берәйһе ҡыңғырауыңды шылтыратһа, ишегеңде туҡылдатһа, беҙ полициянан, һалым инспекцияһынан йәки янғын сыҡты, тип ҡысҡырһа ла, ишегеңде асма! Аңланыңмы?

У. РӘХИМЙӘНОВ.

Автор:
Читайте нас: