-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
11 Май 2023, 15:00

Яңы алым

(Юмореска) Артурҙың кәләшен күршеһе Вәлимә урамда тағы эт урынына һүгеп ҡайтарған. Артур­ҙарҙың әтәсе уларҙың ихата­һында хужа булып йөрөй, имеш. Шуға Әнисә балауыҙ һығып ултыра. Артурҙың Вәли­мәнең ире менән, знакумы Иван әйтмешләй, ең һыҙғанып раз­боркаға сығып йүгермәгәненә аптырап ҡалды Әнисә.

Яңы алым
Яңы алым

– Хәҙер өйҙәренә барып, эштең ниҙә икәнен тикшерә башлаһаң, янъял ҡуптарып йө­рөй тип, участковыйға хәбәр итәсәк. Ул ваҡытта, инде ни­сәнсе тапҡыр, ун биш тәү­леккә ҡаҙна иҫәбенә ял итергә ки­тәсәкмен.
Артур дәфтәр алып яҙырға ултырҙы.
– Дөрөҫ эшләйһең, ялыу яҙырға кәрәк. Былай ғына ҡалдырып булмай.
– Хи-хи-хи, минимальный штраф түләр ҙә, күкрәк һуғып һин дә мин, йылмайып йөрөй бирәсәк. Бында яңы алым ҡул­ланырға кәрәк. Иҫкелек ҡал­дығы менән йәшәү бөттө!
Артур дәфтәргә яҙырға кереште:
1. Улар менән һөйләшмәҫкә.
2. Балалары беҙгә килеп уйнаһа ла ярай. Уларҙың ғә­йебе юҡ.
3. Күрше-күләнгә әйтмәй булмаҫ: улар ҙа ҡатышма­һындар.
4. Һатыусы Әлиә ҡоҙасаға Әнисә әйтһен: магазиндан кә­рәк-яраҡты үтескә бирмәһен.
5. Хәтип ҡустының ҡолағына еткермәй булмаҫ, тракторы менән утын-фәләнен алып килеп йөрөмәһен.
6. ...
– Ялыу яҙмайым тигәйнең, улай булғас нимә яҙаһың? – тип һораны Әнисә.
– Алама ғәҙәттәрҙе алып ташлап, һәйбәттәрен генә ҡал­дырырға тәғәйенләнгән санитарный акция.
– Уныһы нимә тағы?
– Вәлимәләр елкәләрендә татып ҡарағас белерҙәр уның нимә икәнен. Ҡыҫҡаса әйтһәк, санкция тип атала.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:
Читайте нас: