+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
13 Май 2023, 18:00

УНЫҢ ДА, МИНЕҢ ДӘ ҒӘЙЕБЕМ ЮҠ

(Юмореска) Бөгөн травматология бүлегенә имгәнеп килеүселәр күп. Әле генә күҙҙәре күгәргән, башы ярылған, бер ҡабырғаһы һынған егетте алып килделәр. Быны туҡмағандар, тип һығымта яһаны табип һәм шунда уҡ полицияға шылтыратты. Уңайлы карауатта ыштандан ғына бер ир күңелһеҙ уйҙарға батып ята.

УНЫҢ ДА, МИНЕҢ ДӘ ҒӘЙЕБЕМ ЮҠ
УНЫҢ ДА, МИНЕҢ ДӘ ҒӘЙЕБЕМ ЮҠ
Ул арала булмай, кемде туҡманылар, тип полицейский килеп тә етте. Берәү ҙә өндәшмәй. Дежур табип башы ярылған кешегә иғтибарын йүнәлтте:
– Ана ята бит, күҙҙәре күгәргән, башы ярылған. Рентген ҡабырғаһының һынғанлығын күрһәтте.
Полицейский:
– Нимә булды? Кем туҡманы?
– Берәү ҙә туҡмаманы, ағастар япраҡ ярғанда, минең бик көслө аллергия башлана. Мин берәүҙән дә ярҙам һораманым, – тине яралы ир.
– Ҡиәфәтегеҙгә ҡарағанда, һеҙҙе бик ныҡ туҡмағандар һәм урамға сығарып ташлағандар. Ә өҫтөгөҙҙән еңел автомобиль үткән булыуы бик ихтимал. Был хаҡта һеҙҙең һынған ҡабырғағыҙ һөйләй.
Яралы ир теләр-теләмәҫ кенә һөйләй башланы:
– Эштән ҡайтып килә инем, таныш ҡатын осраны. Бик ҡараңғы булғас, оҙатып ҡуйыуымды һораны. Өйөнә инһәк, ишек эргәһендә ирҙәр ботинкаһы ултыра.
– Ботника нисәнсе размер ине? – тип һорай полицейский.
– Иң кәмендә 50-52-се размер булыр.
– Шунан нимә булды?
– Ботинка хужаһының ҡатыны миңә йоҡо бүлмәһенә үтергә ҡушты. “Мин иремдең ҡайҙа икәнлеген хәҙер асыҡлайым”, – тине.
– Һеҙ йоҡо бүлмәһенә йәшендегеҙме?
– Юҡ. Мин шифоньер эсенә инеп йәшендем. Ә теге ир бында кемдең ботинкаһы ултыра, тип мине эҙләй башланы.
– Һеҙҙе таптымы?
– Юҡ, тапманы. Йоҡо бүлмәһенең тәҙрәһе асыҡ булған, өй эргәһендәге тирәктең ҙур ботаҡтары тәҙрә аша өйгә кереп торған.
– Шунан?..
– Мин танауымдан – һыу, күҙҙәремдән йәш аҡҡанын, бер нисә тапҡыр сөскөргәнемде хәтерләйем. Шул ваҡыт өй хужаһы йүгереп килеп инде лә, шифоньерға ныҡ итеп бер типте. Ҡалғанын мин хәтерләмәйем. Иҫемә килгәндә, мин урамда ятам, эргәмдә бер “Жигули” ултыра, ә водителе, кеше үлтерҙем, тип үкереп илай ине.
– Һеҙ нимә эшләнегеҙ?
– Мин тағы ла һушымды юғалтҡанмын. Иҫемә килгәндә, ошонда ята инем.
– Үҙегеҙҙе туҡмаусыға ҡарата ғариза яҙып бирегеҙ.
– Юҡ, мине берәү ҙә туҡмаманы. Әгәр ул 52-се размер мине туҡмаған хәлдә, мин һеҙҙең менән һөйләшерлек хәлдә булмаҫ инем. Шулай булғас, ғәфү итегеҙ, иптәш полицейский, минән ғариза юҡ, тимәк, зыян күреүсе лә юҡ. Шулай булғас, енәйәт эше асыу ҙа урынһыҙ.
– Ә һынған ҡабырғағыҙ менән нимә эшләрһегеҙ?
– Нисауа, беренсе тапҡыр түгел. Бер-ике айҙан ялғана ул. Быныһын ғына күтәрербеҙ. Анау ваҡыт поезд аҫтында ҡалдым, бер нимә лә булманы, һаман йөрөйөм бит әле. Хөрмәтле иптәш полицейский, һеҙгә ҙур рәхмәт!
– Ни өсөн?
– Мине хәстәрләп, яҡлап йөрөгәнегеҙ өсөн. Тик икенсе ваҡыт, зинһар өсөн, бында килтермәһендәр, туп-тура өйгә алып барһындар. Юғиһә, бер төн генә ҡайтмаһам да ҡатыным, мине эҙләп, бағаналарға һүрәтемде йәбештереп йөрөй. Кеше алдында уңайһыҙ.
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: