+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
26 Май 2023, 16:00

Сатирик хикәйә

Эш бүлмәһе мәж килеп тора. Ары сабалар, бире сабалар. Берәүҙәр ғәйбәт тоҡсайын бүҫкәртә, икенселәр әллә дүртенсе, әллә бишенсе тапҡыр сәй шөпөрҙәтә. Өсөнсөләр дуҫының яңы кейемен йыуа.Ғәләү ҙә ойоп ултырмай. Киреһенсә, иң ауыр, иң әһәмиәтле бурыс уның иңенә һалынған. Ана, өҫтәлен күрәһегеҙме? Бер өйөм ҡағыҙ араһынан пеләш башы ғына ялтырап күренеп ҡала. Оҙон йыл буйы яҙа ла яҙа ул. 

Сатирик хикәйә
Сатирик хикәйә
Был ҡәҙәр ҙә өҙлөкһөҙ эшләүгә ябығып китте хатта, элек бүҫелеп барған сикәләре күҙгә күренеп һурылды, күҙҙәре ағас ботағы урыны кеүек өңрәйеп эскә батты. Ал юҡ, ял юҡ. Уйын эшме ни: инде ҡасанан бирле иртәнән ҡара эңергәсә ҡулынан ҡәләме төшмәһен әле. Эштә генә өлгөрә алмағас, ял көндәрендә лә сыҡҡыланы шул. Инде башҡалар күптән отпускыла булып килһә, ә ул, бахырың, әле һаман былтырғыһын ала алмай эт ише интегә.
Һуңғы осорҙа ойошманың үҫеш юлдарын, перспективаһын билдәләгән концепция менән хитланды. Инде уныһын теүәлләп, хәл алырға өлгөрмәне, директор йәнә саҡыртып алды.
— Квартал планы кәрәк! Иртәгә кискә әҙер булырға тейеш.
Ул ғына нимә инде Ғәләүгә, өйрәнгән баш. Ундай эш менән бер бөгөн генә ултырмай. Былтырғыһын йәһәт кенә соҡоп сығарҙы ла, йылын, датаһын үҙгәртеп, йәнә бер нисә һүҙ өҫтәгәйне — план шап әҙер. Кисте көтөп тора буламы ни! Төшкә тиклем үк уны директор өҫтәленә индереп тә һалды.
Хәҙер бына нисәнсе аҙна инде ул ахмаллаға ҡалып былтырғы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет яҙа.
— Уф, ҡулым ҡалманы, күҙем атылып сығып барған һымаҡ. — Ғәләү, ауыр һулап, башын ҡалҡытты. Унан бармаҡтарын яҙып, һелккеләп алды. Алдындағы графиндан һыу уртланы.
Бер аҙҙан отчетын тотоп, ҙур бер эш атҡарған ҡиәфәттә, аяҡтарын кирә баҫып, хужа бүлмәһенә юлланды.
— Ил башлығы ниндәйерәк бурыстар ҡуя әле? — Директор, ҡулына ҡәләмен алып, ҡағыҙҙарға тексәйҙе. Унан, зиһене асылып китеренә өмөтләнеп, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. — Тәк, илдәге демография, йәш ғаиләләргә ярҙам, ришүәтселәргә, тәмәкеселәргә ҡаршы көрәш. — Унан Ғәләүгә ҡарап: — Ҡустым, ҡойтораҡ күренә, — тине. Унан, бер нисә минут самаһы уйланып торғандан һуң, давай өҫтә, тине. “Быйыл коллективта дөйөм тырышлыҡ менән ун ғаилә барлыҡҡа килде, ун дүрт сабый тыуҙы!”
Ғәләү аптырап китте.
— Һуң, Самат Ғәлинурович, беҙҙә барлығы ун ғына кеше эшләй бит!
— Мине өйрәтер кеше тыумаған әле. Яҙ тигәс, яҙ. — Директорҙың тауышы зәһәр яңғыраны. — Йәнә өҫтә: “Тәмәкенең организмға зарарын аңлап, коллективта бер тәмәкесе лә ҡалманы. Биш кешегә арзан хаҡҡа фатир юллап бирелде...”
Ана шулай ҡағыҙға төшөргәндәрен хужанан тикшертеп ала ла тағы тотона яҙырға. Унан йәнә шулай ҡабатлана. Әллә туғыҙ, әллә ун тапҡыр ҡабаттан күсереп яҙа торғас, һис ниндәй икеләнеүһеҙ кәрәкле урынға ебәрер ҡиәфәткә килде.
Шул саҡ иртәнән бирле бер ҡағыҙҙы тегеләй-былай әйләндереп арыған һалбыр ҡашлы Ҡасим мыҫҡыллы йылмайҙы.
— Тәки яҙып бөттөм тиң инде?
— Шулай шикелле.
— Ну эшләйһең дә инде.
— Ә кәк же.
— Уй, һин бигерәк шәп эшләйһең дә ул. Көн һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡағыҙ яҙаһың. Бүстәк менән булашаһың түгелме икән? Ҡағыҙ әрәм итеп. Һинең ул нәмәләрең кемгә хәжәт инде. Шуны кем уҡып ултыра тиң. — Хеҙмәттәшенең уйынлы-ысынлы әйткән һүҙе Ғәләүҙең намыҫына тейҙе.
— Ҡара әле, тотаһың да юҡты лапылдап тик ултыраһың. Нишләп файҙаһыҙ эш булһын ти!? Һинең кеүек үшәндәр эшләгән ойошманы быйыл тәк зерәгә илдең иң яҡшы ун предприятиеһы иҫәбенә индергәндәр тиһеңме? Мул ғына премия ла топ-тойоҡтан кеҫәңә инеп ятмаған. Быйыл ғүмереңдә беренсе тапҡыр миҙал алдыңмы — алдың? Ә үҙеңдең бында эшләүеңә бер йыл да юҡ әле. Уның да ярты йылын балниста аунаның. Бөтәһе лә дәдәңдең кәрәкле урынға йәтеш кенә яҙыу һөҙөмтәһе икәнен онотма. Белеп ҡуй: бында иң мөһим эште мин башҡарам.
Әммә уның теләһә кемдең әкиәтен тыңларға ваҡыты юҡ.
Ғәләү ойошманың план-проспекты тигән папканы ҡулына алды. Ошо аҙнала быныһын ослап ҡуйһа, киләһендә медиа-планға тотонор.
Эш сәғәте тамам. Иртәгә шәмбе, рәхәтләнеп ял итермен, бәлки, берәй киноға барырбыҙ тигән уй менән Ғәләү ишек тотҡаһына үрелгәйне генә, директор менән бәрелешә яҙҙы.
— Ғәләү Мөхтәрович, тағы ла бер мөһим эш бар. Өҫтән йыйылыштың протоколын һорайҙар. Дүшәмбегә әҙер булырға тейеш. Шуны ял көндәрендә әҙерләрһең әле.
Ғәләүҙең йөҙө йәмрәйҙе.
— Ярар, — тип кенә бышылдап яуап ҡайтара алды ул. Унан ҡабаттан боролоп, өҫтәлендәге ике-өс кирбес ҡалынлығындағы папкаларын тыңҡыслап сумкаһына тултырҙы ла ҡайтыр юлға сыҡты.
В. ХАҠОВ.
Автор:
Читайте нас: