+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Май 2023, 12:00

Хәстәрлек

Юмористик хикәйәТәхәүҙең ҡолағына бер нәмә төшмәһен инде! Бер танышының:— Нишләп һаман донъяңды ыстрахауайт итмәй йөрөйһөң ул, бер-бер хәл була ҡалһа, ни эшләргә уйлайһың? — тиеүе күңелендәге тыныслыҡты пыр туҙҙырҙы.

Хәстәрлек
Хәстәрлек

Ир үҙ-үҙен әрләне. Кит, минең кеүек асыҡ ауыҙ булмаҫ. Йә, бығаса нимәһен көтөп йөрөгәнмен. Ярай әле, Хоҙайымдан ошо көнгәсә бәлә-ҡазаһыҙ йәшәлгән. Йә, уйламағанда ғүмер буйы ашамай-эсмәй тигәндәй йыйған донъяһының көлө күккә осоп ҡуйһа! Шайтанымды үберҙәй булып ыуаланырһың, ә унан ни файҙа! Иртәгәнән дә ҡалмай донъямды ла, үҙемде лә страховкаларға кәрәк.
Тәхәү уйҙарынан үҙе ҡурҡты, тәндәре биҙгәк тотҡандағы кеүек дер ҡалтыраны. Тәүбә, тәүбә! Ә башың етеп, бар мөлкәтеңде страховкалап ҡуйған булһаң, был бәлә сүп шайы ла тормаясаҡ, имеш. Уны йөҙләтә, юҡ, юҡ, меңләтә тапҡыр кире ҡайтарып алаһың, тиҙәр. Теге ваҡыт фатирға килеп йөрөгән кешеләр үҙҙәре шулай тине. Ә ул, иҫәүән, уларҙы тупһаһынан да үткәрмәне.
Тәхәүҙең йоҡоһо йоҡо булманы. Башҡа ваҡытта башын мендәргә терәп өлгөрөр-өлгөрмәҫтән әүен баҙарына киткән әзмәүер ҡырҡ әйләнеп, ҡырҡ тулғанды. Таң аттыра алмай тәҡәте ҡороно. Йөрәкһегән ир әллә нисәмә тапҡыр балконға сығып тәмәке көйрәтте.
Улай итеп, былай итеп таң аттырғас, Тәхәү иртүк страховкалау компанияһына сапты. Ул килгәндә, ишек асылмағайны әле. Шулай ҙа кешеләр ярайһы ғына йыйылғайны. Ирҙең эсенә йылы йүгерҙе. Шул тиклем кеше тәк сибәгә ваҡыт әрәм итеп йөрөмәҫ, моғайын, бер тәмен татығандарҙыр.
Бүлмә эсендә баҫһа баҡыр иҙерлек, типһә тимер өҙөрлөк таҙа егет ултыра ине. Нишләп ошондай урында гелән шундай ыздарауай егеттәр эшләй икән, тип уйлап та өлгөрмәне:
— Инегеҙ, — тигән тауыш ишетелде.
— Фатирымды страховать итеп ҡуяйым, тип килгәйнем.
— Ҡайҙа йәшәйһегеҙ?
— Ҡайҙа тип ней, ошонда, Өфөлә инде.
— Ҡайһы тирәләрәк тип һорайым?
— Телеүҙәк аръяғында, Нижегородкала.
— Ағиҙел яғындараҡмы? — өрлөктәй ирҙең үҙе кеүек яп-ябай булыуына, ете ят кешене яҡын күреп, һин дә мин һөйләшеүенә Тәхәүҙең күңеле ирәбеләнде.
— Яғындараҡ ҡына тиһегеҙме! Бына өйөбөҙгә прәме терәлеп ята. — Ул йәнләнеп китте. — Йәйҙәрен йән рәхәте, һыу инәм тип әллә ҡайҙа сабаһы түгел. Өйҙән сығаһың да тура суп итеп һыуға һикерәһең... — Тәхәү әллә күпме тағы сурытыр ине лә мәрхәмәтле кешекәй уны бүлдерҙе.
— Яҙ нисек?
— Яҙынмы? — Ҡабатлап һораны Тәхәү. Унан ҡулын һелтәне. — Шул яҙ һайын һыу баҫыуы — мең бәлә. Инде яҙ етә башлаһа, йөрәк ус төбөндә генә бына. Быйыл хатта өйҙән туҡталышҡа тиклем кәмәлә сығып йөрөнөк. Тәбиғәтте белеп буламы, бер мәл һыу баҫып, өйөңдө юнысҡы һымаҡ ҡына һепереп алды китте. Тәүбә, тәүбә. Бына шуға килдем дә инде. — Тәхәүҙе иғтибар менән тыңлаған агент:
— Үкенескә ҡаршы, һеҙҙе страховать итә алмайым, — тигәс, ир әллә ҡайһылай булып китте.
— Нисек инде улай?
— Бына, мәҫәлән, фатирығыҙ Өфөнөң иң ҡалҡыу, хәүефһеҙ урынында булһа, ауыҙығыҙҙы ла астырмаҫ инем.
Бындай ҙа яуап көтмәгән Тәхәү, ирендәрен саҡ асып:
— Улай булғас, үҙемде страховать итәйем, — тине.
— Был мәсьәлә буйынса теге остағы бүлмәгә мөрәжәғәт итегеҙ. — Ир ҡулын һелтәп икенсе яҡты күрһәтте.
Тәхәүҙе бында ла ихлас ҡаршы алдылар.
— Тимәк, һеҙ үҙегеҙҙе страховать итергә булдығыҙ инде? — Өҫтәл артында ҡалын иренен ҡып-ҡыҙыл итеп буяп, ситенән ҡара ҡәләм менән “кәртәләп” ҡуйған сибәркәй унан ҡабатлап һораны.
— Эйе, эйе.
Унан ханым имтихан алғандағы һымаҡ һорауҙарын яуҙыра башланы.
— Машина йөрөтәһегеҙме? — Бындай һорауҙы көтмәгән ир:
— Ҡайҙаа-а-н! — тип яуаплағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. — Машинаһы булһа, ҡуш ҡуллап йөрөтөр инем дә ул, юҡ шул. Танытма һатып алыуға биш былтыр ҙа, тик бына машинаһын һис кенә алыр әмәл юҡ. Бер ҙә генә йәлсеп булмай бит әле.
— Ә мотоцикл йөрөтәһегеҙме?
— Ю-ю-юҡ! Атайымдан ҡалған “кәзә” бар ҙа ул.
— Бәлки, велосипедта йөрөйһөгөҙҙөр?
— Юҡ, хәҙер ғәрләнмәйенсә велосипедта йөрөйөм, ти. Лутсы йәйәү йөрөйөм. Аяҡ иҫән булһын! — Тәхәү, бына күрәһегеҙме тигәндәй, аяғын һелкеп-һелкеп ҡуйҙы.
— Улайһа, мин һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым, — тине агент, йөҙөнә эшлекле ҡиәфәт сығарып. — Ул Нижегородка тирәһен яҡшы беләм инде, өйөр-өйөр башмаҡ ҙурлыҡ эттәр йөрөй. Шулар берәй көн үҙеңде ботарланы-ташланы. Һеҙгә страховка түләй-түләй компаниябыҙ бөлгөнлөккә батасаҡ бит.
— Әлләсе, хәҙер эттәр күренмәй ул.
— Эттәр булмаһа ней, хәҙер кеше үҙе эттән дә яман. Тем более Нижегородка кеүек теләһә ҡайҙан йыйылған әтрәгәләмдәр араһында. Беләм инде ул ерҙе, ҡайҙа ҡарама иҫеректәр ҙә кемгә барып тондорорға белмәй ҡысынып йөрөгән бандиттар. Берәй ҡараңғы мөйөштә башыңа сәсрәткәнсе һуғып китһәләр, тын да ала алмаҫһың! Юҡ, юҡ, һеҙҙе бер нисек тә страховать итеп булмай, файҙағыҙҙан расхутығыҙ күп буласаҡ. — Агент, һеҙҙең менән һөйләшеү бөттө, тигәндәй туҡтап ҡалды.
Бына һиңә хәстәрлек! Йөҙө йәмрәйгән, ҡаштары һалынып төшкән Тәхәү, урыҫса һүҙҙәрен ҡушып, йән асыуынан ергә лас-лос төкөрҙө лә асыуын баҫыр өсөн ҡаршылағы рюмочныйға юлланды.

Айытбай ВАҺАПОВ.
Фото: gas-kvas.com
Автор:
Читайте нас: