0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Ноябрь 2023, 15:00

ХИКМӘТ

(Сатирик хикәйә)Бикмәт, гәзитен ситкә ҡуйҙы ла, ҡатыны яғына боролоп ятты. Вәсиләһен ҡосаҡлап алғас, тегеһе уҡыған китабын ҡулдарынан ысҡындырмай ғына:– Бикмәт хикмәт башларға уйлай инде әллә? – тип йылмайҙы.– Уҡы, уҡы, йоҡлағаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың, хикмәтең дә онотолор.– Беҙҙеке онотолмаҫ та ул, бисәкәй, – тине Бикмәт, етди һүҙ башларға теләгәнен һиҙҙереп. – Ә кемдеке онотола? – Бына, иғландар уҡып ята торғас, Морат иҫкә килеп төштө. Ҡатынының мәрхүм булыуына ике йылдан артып китте, бер үҙе, бахыр, яфаланып сыға. Хикмәтен, бәлки, табалыр ҙа ул, тик башҡаһы ла бар бит әле: тамаҡ та туйҙыр, кер ҙә йыу тигәндәй…

ХИКМӘТ
ХИКМӘТ
Бикмәт, гәзитен ситкә ҡуйҙы ла, ҡатыны яғына боролоп ятты.
Вәсиләһен ҡосаҡлап алғас, тегеһе уҡыған китабын ҡулдарынан ысҡындырмай ғына:
– Бикмәт хикмәт башларға уйлай инде әллә? – тип йылмайҙы. – Уҡы, уҡы, йоҡлағаныңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың, хикмәтең дә онотолор.
– Беҙҙеке онотолмаҫ та ул, бисәкәй, – тине Бикмәт, етди һүҙ башларға теләгәнен һиҙҙереп.
– Ә кемдеке онотола?
– Бына, иғландар уҡып ята торғас, Морат иҫкә килеп төштө. Ҡатынының мәрхүм булыуына ике йылдан артып китте, бер үҙе, бахыр, яфаланып сыға. Хикмәтен, бәлки, табалыр ҙа ул, тик башҡаһы ла бар бит әле: тамаҡ та туйҙыр, кер ҙә йыу тигәндәй…
– Шунан, керен барып йыуышайыммы?
– Бүлдермә, тыңлап бөт башта. Анау, һинең әхирәтең Нурия менән таныштырғанда? Иренән әллә ҡасан айырылған, балаһы юҡ…
– Ут менән һыуҙы ҡауыштырып буламы ни. Уларҙың характерҙары ғына түгел, тормошҡа ҡараштары ла, зауыҡтары ла бөтөнләй тап килмәй. Ғөмүмән, бындай нәмәң менән баш ҡатырма, йәме. Бер тапҡыр ауыҙҙар беште бит инде. Оноттоңмо ни Ғәтиәт менән Ғәтиәне? Ҡылыҡтары ғына түгел, хатта исемдәренә тиклем оҡшашҡан, тип димләнек, осраштырҙыҡ, туй яһаштыҡ. Өс ай бергә тора алманылар. Ит изгелек – көт яуызлыҡ, хәҙер икеһе лә беҙҙе дошман күреп йөрөй.
– Беҙ бары яҡшылыҡ эшләргә теләнек. Аҡылдары булһа, бер аңларҙар әле… Ә беҙ, уларҙы, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, осраҡлы ғына осраштырабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Йәнәһе, беҙ бер нәмә лә уйламаныҡ, планлаштырманыҡ.
– Һиҙмәҫтәр инде, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ… беҙ ҙә, улар ҙа үтә йәштәр түгел, уйлаһаҡ, әйтәбеҙ ҙә ҡуябыҙ инде.
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә Бикмәт:
– Бөтә хикмәтте һин генә ойоштора алаһың, – тип, Вәсиләһенә тағы лы нығыраҡ һыйынды.
Бикмәт менән Вәсиләнең ҡунаҡтары ваҡытында йыйылды. Әйтеүсеһе генә булһын, хәҙер кеше саҡырған йортҡа тып итеп килеп етә. Һыйланып ҡайталар ҙа, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигән мәҡәлде бик һирәктәре генә иҫкә төшөрә. Хатта ҡайһы береһе асыҡтан-асыҡ, мин ҡунаҡ саҡырырға яратмайым, йөрөргә генә яратам, тип һалдыра. Әйтерһең, башҡалар киреһен эшләргә йән атып тора.
Бикмәт менән Вәсилә был хәлгә күнеп бөткәндәр. Сәбәбен табып, үҙҙәре саҡырырға тырышалар…
Ике-өс рюмкә күтәреп алғас, ҡунаҡтар йәнләнә лә башланы. Һәр кем берәй ҡыҙыҡлы хәл, мәҙәк һөйләргә тырышты. Бына бер саҡ Морат та үҙе үлеп яратҡан футбол тураһында һүҙ башлап ебәрҙе. «Спартак» командаһындағы ҡайһы бер уйынсыларҙы ғына маҡтап телгә алды ла, Рәсәйҙәге бүтән футболсыларҙың тетмәләрен тетеп һалды. Унан, ярһып-ярһып ҡулдарын болғай-болғай, сит ил уйынсыларына төшөп китте.
– Шул уйындың ниндәй ҡыҙығы, ниндәй мәғәнәһе барҙыр инде?! – тине Нурия, Морат яғына әҙ генә башын бороп. – Ах та ух килеп бер туп артынан йүгергән ахмаҡтарға, моғайын, бер аҙ ғына етмәйҙер ул. Шуларҙы ҡарап ултырыусыларҙы ла… – Нурия, артығырағын ысҡындырғанын һиҙепме, туҡталып ҡалды.
Морат түҙҙе, ярһыуын эсенә йәшерҙе. Оҙаҡламай тәнәфес иғлан ителгәс, ир-ат тәмәке тартырға лоджияға сыҡҡас ҡына, Бикмәттең ҡолағына: «Таптығыҙ таныштырыр бисә!» – тип ҡуйҙы, теш араһынан төтөн сығарып.
Өҫтәл артына яңынан ултырғас, был юлы Нурия һүҙ башланы:
– Күп сериялы яңы фильм ҡарайһығыҙмы?
– Һирәк-һаяҡ, – тип ҡуйҙы кемдер.
– Ә мин уның бер генә серияһын да ҡалдырманым. Телевизорҙан ҡарарлыҡ берҙән-бер нәмә, берҙән-бер йыуаныс.
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Нурия фильм геройҙарына төшөп китте. Тегенеһен, быныһын берәм-берәм тикшерҙе. Был юлы Мораттың түҙеме тамам сигенә етте.
– Ул киноны ҡарағансы, урамда буштан-бушҡа эт һуғарып йөрөү, моғайын, файҙалыраҡтыр ул, – тине лә алдындағы рюмкаһына ынтылды.
Нурияның яуапһыҙ ҡалмаясағын, эштең ҙурға китеүен һиҙепме, шул мәл Вәсилә үҙе тороп яңы тост тәҡдим итте. Бөтәһе лә уны дәррәү күтәреп алды.
Оҙаҡламай йыр, бейеү башланды. Был юлы Нурия, уңайын тура килтереп, Вәсиләгә эйелеп:
– Кем менән таныштыраһығыҙ, ул бит юнылмаған түмәр, футболдан башҡа, моғайын, бер нәмә лә белмәй, бер нәмә лә күрмәй, – тине. Ә үҙе, башҡаларға һиҙҙермәй генә, Мораттан һис кенә лә күҙен алманы. Тегеһе лә уға йыш ҡына ҡарап-ҡарап ала ине.
Мәжлес бөтөп ҡунаҡтар таралғас, Бикмәт менән Вәсилә үҙҙәрен ғәйепле кеше кеүек һиҙҙеләр: тағы ла уйҙары, пландары килеп сыҡманы. Шуға ла был хаҡта башҡа һөйләмәнеләр, дуҫтарына, уңайһыҙланыуҙан шылтыратманылар, һорашманылар…
Бер көндө кис менән телефон шылтыраны. Трубканы Вәсилә күтәргәйне, Мораттың шат тауышы ишетелде:
– Киләһе йомаға ҡунаҡҡа саҡырабыҙ, – тине ул, балалай тулҡынланып. Унан трубканы Нурия алып, -– беҙ бер йортта торабыҙ, эҙләп табыу ҡыйын булмаҫ, – тип өҫтәне. Үҙҙәре шарҡылдашып көлә ине.
Вәсилә иренә ҡараны ла:
– Бына ҡайҙа ул, Бикмәт, хикмәт! – тип ҡуйҙы.
– Эйе, – тине уныһы, – хикмәттәр булып тора. Бәлки, донъя шулай барыуы менән ҡыҙыҡтыр ҙа?..
 
https://agideljurn.ru/news/novosti/2020-06-05/hikm-t-satirik-hik-y-1361926
Автор:
Читайте нас: