+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
19 Ноябрь 2023, 11:55

Судья Сураман

(Юмореска) Сураман бәләкәй саҡта һис тә тотлоҡмай торғайны. Тик үҫеп ир ҡорона ғына еткәйне, ҡайсаҡ һүҙҙәрен үҙенсә өҙә-йолҡа һөйләй башланы бер заман. Гел түгел, әлбиттә, ә “егет” булып алған сағында ғына.

Судья Сураман
Судья Сураман

Шулай бер йылды Сураман милиция ла эшләп йөрөй ине. Конвой хеҙмәтендә үтте уның ҡыҫҡа ғына тәртип һаҡсыһы ғүмере. Ул көндө дүшәнбе булғас, күрәһең, егетең бер аҙ мейеһе ҡаңғырыбыраҡ торған, булһа кәрәк. Былай эштә баш төҙәтеп йөрөгән әҙәмдәрҙән түгел Сураман. Әммә бик матур асыҡ теүәл итеп һөйләрлек тә хәле самалыраҡ булып сыҡты, бәхетһеҙлеккә күрә.

Сираттағы бер төркөм ваҡ хулигандарҙы суд хөкөмөнән алып килгәс, райбүлектә бүлеү-таратыу эштәре башланды. Сураман суд ҡарарҙарын әйтеп тора, дежурҙағы хеҙмәткәр тейешенсә башҡарыу менән булыша: төрлө тәүлектәргә ҡулға алыныуға яҙмыштары дусар ителгәндәрҙе ситлеккә ябып ҡуя, ә штраф һалыныу менән генә ҡотолған бәхетлеләрҙе иреккә сығарып ебәрә.

Ошонда бер хәйерһеҙ уҙамандың сираты еткәс, Сураман “ун һум”, тип әйтер урынына, яңылыш “ун тәүлек”, тип ысҡындыра бит эшкинмәгән. Теге меҫкенде тәүлек буйы тотҡандан һуң ғына, кемдер документтарҙы яңылыш күреп ҡалып, ул әҙәмде иреккә сығарып ебәрә ҡаҙна йортонан. Сураманға тәртип язаһынан тыш, “судья” тигән ҡушамат та тағып ҡуялар ошо көндән алып.

Әлбиттә, сер түгел, Сураман оҙаҡ хеҙмәт итмәне органдарҙа ошо инциденттан һуң, уны ҡыуҙылар. Үҙ теләге буйынса.

Бына әле ул бер тоҡ фураж йөкмәп, Мөкәр ҡарсыҡтың ихатаһына инеп килә. Өс дүрт егет нисек бөгөн шәмбе дискотекаһына кәйефлерәк сығырға, тип йөрөгәндә, берәүҙең артыҡ биш ҡапсыҡ арпаһы бик йәтеш булып сыҡты был кисен уларға. Мөкәр ҡарсыҡ быны күреү менән: “Атак, атак! Милицияһы ла бында йөрөйме әллә!?” – тип аптыраған кеше булды. Шул арала Сураман келәт эсенә инеп тә юғалды. Уның артынан йүнәлгән Тимур: “Әбей, ул милиция түгел хәҙер, ә судья”, – тип ауыҙын йырҙы.

Икенсе көндө ауылға милиция килде. Кисә кемделер арыу ғына дөмбәҫләгәндәр икән. Егеттәрҙең гәйеплеһе лә, ғәйепһеҙе лә бер һоҫҡоға эләкте. Сөнки нисектер еп осо Мөкәр ҡарсыҡҡа барып сыҡты, ә тегенеһе һорау алғанда судьяның үҙе уға арпа һатҡанын да йәшермәне.

Сураман бөгөн үҙе суд алдында баҫып тора.
– Һиңә, Сураманов, ун һум штраф! – тип судьяның һүҙҙәрен ишетеү менән, егет еңел һулап ҡуйҙы.

Әммә судьяның мут йылмайып, ҡағыҙға “ун тәүлек”, тип ҡарар яҙып ҡуйғанын ул, әлбиттә, белмәй ине әлегә.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Фото:stylishbag.ru

Автор:
Читайте нас: