+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
17 Ғинуар , 16:00

Биш конверт

Венер ИСХАҠОВ (Юмореска) Сәриә кейәүгә сыҡты. Юғары уҡыу йортон тамамлап, судья ярҙамсыһы булып эшләгән ҡыҙҙарының үҙ мәлендә арыу ғына кешегә тап булыуына атай-әсәһе ҡыуанып бөтә алманы. – Ҡоҙа ла, ҡоҙағый ҙа ҙур ғына урында эшләйҙәр. Моғайын, улдарына фатир ҙа алып ҡуйғандарҙыр.

Биш конверт
Биш конверт

– Беҙҙең кейәү ғаиләлә бер бөртөк бала булыуы ла һәйбәт, - тине ире.
Туйҙа ҡатнашасаҡ кешеләрҙең исемдәрен әллә нисә тапҡыр энә күҙәүенән үткәрҙеләр. Нимә генә тимә, туй ресторанда үтәсәк. Бөтә нимә иҫәпле. Тамадаһы ғына 25 мең һум һорай.
Тап шуға ла хәллерәк, урындараҡ эшләгән нәҫел-нәсәбен саҡырырға тырыштылар.
– Туйға киткән сығым ҡаплатырлыҡ булһын, - тип ҡат-ҡат туғыны ҡыҙҙың әсәһе. – Тегенең башы мәңге кредиттан сыҡманы, быныһы ла һарандың һараны, ҡырҡһан ҡаны ҡаны сыҡмаҫ. Күп һананым инде.
Шулай итеп, ҡырҡ ҡат тикшерелгән исемлек әҙер булды. Фырт машиналы, үҙҙәренә күрә ярайһы вазифа биләгән кешеләр генә был документҡа яҙылыу хоҡуғына эйә булды. Ҡыҙҙың дуҫ-иштәре лә ошондай иләктән үткәрелде.
– Йәштәр бушҡа ашарға ярата. Бында Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ.
Ике яҡтан да ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бүләкте әйбер-һәйбер менән түгел, ә аҡсалата һалырға тигән фекергә килделәр.
– Юҡлыҡ заманы түгел, хәҙер магазинда бөтәһе лә бар, – тине ҡыҙҙың әсәһе.
– Шулай шул, – тип уны йөпләне ҡоҙағыйы. – Теге ваҡыт һеңлемдең ҡыҙының туйына ун балаҫ, ун матрас, ун юрған, ун кәстрүл, тағы шуның кеүек әллә нәмәләр алып килеп бөткәндәр. Ана хәҙер туҙан йыйып ҡайҙалыр ята.
Туйға киләсәк барлыҡ кешегә лә шундай теләк еткерелде.
Ике ғашиҡ йөрәктең ҡушылыу байрамы шәп үтте. Барыһы ла күңел асты, йәштәргә матур теләктәр әйтелде. Ә мәжлестең көтөлмәгән бүләге туй аҙағында билдәле булды. Туйға төшкән бүләктәрҙе барлағанда биш буш конверт килеп сыҡты.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:
Читайте нас: