+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
22 Ғинуар , 15:00

Еңгә һөтө

(Юмореска) Ихлас та инде ошо еңгәм. Телефондан һөйләшкән һайын ҡунаҡҡа саҡыра, килмәгәнгә үпкәләп бер була.– Килегеҙ беҙҙең ауылға, рәхәтләнеп ял итеп, туйғансы һөт эсеп китерһегеҙ, – ти.Шылтыратҡан һайын берәй йомошо була, әлбиттә, йә малайын институттан ҡыумаһындар өсөн уҡытыусылары менән һөйләшергә кәрәк, йә уға ит һатып алыусылар эҙләшергә тура килә. Донъя мәшәҡәте бөтәме ни. Ярҙам итмәй ҙә булмай, үҙ еңгәм бит, өс туған ағай менән йәшәй.

Еңгә һөтө
Еңгә һөтө

Кисә еңгә тағы шылтыратты.

– Ҡәйнеш, был ялда ғаиләң менән әбизәтелне кил, – тип мәсьәләне ҡаты ҡуйҙы ул. – Килмәһәгеҙ, үпкәләйем. Рәхәтләнеп һөт эсерһегеҙ, теләгәнсә алып китерһегеҙ. Ана, ағайың шалҡан кеүек таҙа, ауыртҡан ере юҡ, биҙрәләп һөт эскәнгә шулай ул.

Ғәжәп бит. Ауылда татлы ризыҡ бөткәнме ни? Юҡ шул, еңгә бал да, ҡаймаҡ та тимәй, мунса, матур тәбиғәт менән дә ҡыҙыҡтырмай, бары һөтөн маҡтай. Аңламаҫһың, әллә бесәй кеүек һөткә үлеп бара,  үҙе әйтмешләй, мине лә биҙрәләп һөт кенә һемерә тип уйлай микән?

Ҡунаҡ булырға кем яратмай. Өйгә ҡайтып әйткәс, ҡатын да, балалар ҙа ихлас ҡыуанды. Исмаһам, ауылда туғандарың да юҡ  тип йыш һөйләнгән  ҡатындың шатлығы айырыуса ҙур ине.

– Ауыл кешеһе үҙе йомарт була торған, – тип, супермаркеттарҙы бер итеп йөрөп, машинаның багажнигын күстәнәстәр менән лыҡа тултырҙы был.

Машина өсөн 500 саҡрым нәмә генә ул. Алты сәғәт тигәндә районға килеп тә еттек. Телдәр еңгәм кеҫә телефонынан, ауылға туранан 50 саҡрым ғына ҡала, юлы насарыраҡ, әммә үтергә була, тигәйне. Юлы, ысынлап та, шәп түгел икән. Текә тауҙарҙы бер менәбеҙ, бер төшәбеҙ. Йөк машиналары урман юлын йырғыслап бөткән. Бер ташҡа, бер төпһәгә барып менгән машинабыҙ двигателе тракторҙан яманыраҡ үкерә башланы. Шулай ҙа кәйеф күтәренке, алда һыйхөрмәт, эҫе мунса, йылы һөт көтә бит.

Ауылға төн уртаһында саҡ барып еттек. Еңгәләрҙең өйөн табып, ишеген астырып кергәнсе таң һарыһы беленә башлағайны. Аяҡтарҙа көскә баҫып торабыҙ, хатта табында ултырырлыҡ хәл ҡалмағайны.  Һиҙгер күңелле еңгәм быны аңланы, буғай, сәйен дә ҡуйып мәшәҡәтләнмәне.

 Иртәгәһенә ҡатын ярты көн буйы кейемдәрҙе таҙартты, мин машина менән булаштым. Бер ыңғайҙан алсаҡ еңгәбеҙҙе тыңлайбыҙ.

– Ошо бирән һыйырҙан ҡасан ҡотолам инде, – тип бер мәл ҡыҙып китте ул. – Йәй буйы шулар тип бесән әҙерләйһең, ҡыш буйы ҡарайһың, ҡаланыҡыларға рәхәт, килеп һыйланып китергә генә беләләр. Һөт-ҡаймаҡ юҡмы ни тип таптырырға тартынмайҙар.

Хужаларҙың урамда уйнап йөрөгән бәләкәй ҡыҙҙары миңә асыулы итеп  ҡарап ҡуйҙы.

– Ҡыҙым,– тип өндәште уға еңгәм. – Ағайыңдарға тигән һөттө айырып һалып ҡуй әле, һауыты шунда ғына.

Ҡыҙыҡай миңә тағы бер тапҡыр яман итеп ҡараны ла йүгереп өйҙәренә кереп китте. Еңгәм шул арала эргәгә килеп баҫҡан күрше ҡатынға, унан урамдан үтеп барған әбейгә ҡаланан килгән ҡунаҡтар, уларға күстәнәскә һөт-маҙар әҙерләп йөрөүе хаҡында һөйләп өлгөрҙө. У нан һөттө айырып һалған, тик уны һыуытҡысҡа ҡуйырға онотҡан ҡыҙын тетеп әрләп сыҡты.

– Бөгөн былай ҙа һөттө әҙ тапшырҙым, аҡсаһы  кәмерәк була, ә һин ишшо уны әсетеп әрәм итергә тырышаһыңмы? – тип тамам ҡыҙҙы еңгәм. Ә миңә оят булып китте: ауыл кешеһен күрәләтә талайбыҙ бит, тиҙерәк китергә кәрәк бынан.

– Ҡунаҡ итеп тә булманы, ярай, иркенләп тағы килерһегеҙ әле, – тине еңгәм ихлас йылмайып. Шунан үҙенән аша ҡарап торған малайының арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйҙө. – Бәпесемде лә алырһығыҙ инде, каникулы бөттө бит.

Бәпесенең әйбере хәтһеҙ булып сыҡты. Ике тоҡ бәрәңге, бер тоҡ кишер, сөгөлдөр-фәләнде, өс-дүрт сумканы багажникка көскә һыйҙырҙыҡ.

– Ә бына быныһы –һеҙгә! – Хужабикә бер литрлыҡ шешәгә тултырылған һөттө тантаналы рәүештә ҡатыныма һуҙҙы. – Көн дә ун литр һөт тапшыра инем, бөгөн кәмерәк бирҙем, мәйтәм, ҡунаҡты күстәнәсһеҙ ҡайтарырға ярамай. Рәхәтләнеп эсегеҙ.

Ауылды сығып өлгөрмәнек, кеҫә телефоны шылтыраны. Еңгәм икән.

– Һөт тиҙ генә әсей ҙә ҡуя ул, ҡәйнеш, ҡатыныңа әйт, ҡайтҡас та ҡайнатып ҡуйһын, баҡса емеше түгел бит, аҡса емеше. Бәпесемде алып барып еткереп, бүлмәһенә урынлаштырып китерһең инде юл ыңғайында, бер-бер хәлгә тарып ҡуймаһын тип ҡот осоп тора. Һеҙҙең ҡала халҡы әшәке, аҙым һайын аферист та хулиган...

Телефонды ситкә бырғытам да эргәлә ятҡан һөт шешәһенә нәфрәтләнеп ҡарап ҡуям. Яндырылған бензин, ремонтланасаҡ двигатель хаҡын ғына иҫәпләһәм дә сама менән биш мең һумға төштө  бит ул.

Марат ӘМИНЕВ.       

Фото: capiton-mebel.ru                

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: