+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
29 Ғинуар , 13:00

Бүләк

Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ (Юмореска) Ҡатын тыуған көнгә шәп туфли бүләк итте: -Тик ҡара уны, юҡ-бар ергә кеймә, бәреп-һуғып бөтөрөрһөң. Ҙур ҡунаҡтарға ғына кейерһең. Ҡана, алып ҡуяйым ле, – тине лә ҡулымдан туфлиҙы тартып тигәндәй алып шифанирға йәшерҙе.

Бүләк
Бүләк

Яңы әйберҙе кейеп ҡарап, ҡайҙалыр сығып йөрөгө лә килә бит әле. Минең дә шулайыраҡ булды. Ҡатын ҡайтҡансы тиҙерәк өлгөрәйем тип, теҙелеп ятҡан иҫке таҡта өҫтөнән йүгерә-атлай сығып килгәндә – шап ҡаҙаҡ өҫтөнә! Тауыш та сығарырға өлгөрмәй ҡалдым, йөҙлө ҡаҙаҡ туфлиҙы ла, аяҡты ла тишеп килеп тә сыҡты. Саҡ тартып алдым аяҡты. Хәл ҡалманы, дуҫ егеттәр дауаханаға алып барып ҡайтты.

...Ике яҡтан ике дуҫым ҡултыҡлап, өй ҡапҡаһынан инеп барғанда, ҡатын тап булды.

- Бына, ҡаҙаҡҡа баҫтым, ярамды бәйләп ҡайтарҙылар, – тип тиҙерәк “һөйөнсөләнем”. Ҡатыным мине йәлләп: “Батинкаһы чурт с ним, әлдә үҙең иҫән әле”, тип әйтеренә ышанып, мөлдөрәп күҙҙәренә ҡараным. Ә ул аяғымдағы өр-яңы башмаҡтарҙы күреп ҡалды ла, йән өҙгөс тауыш менән сәрелдәп ебәрҙе.

- Харап ҡына иткәнһең бит туфлиҡайҙарымды, – тип күҙ йәшенә төңөлдө. Эш ҙурға киткәнсе, дуҫтар сығып тайыу яғын ҡараны.

Мин, бер аяғымда һикерә-атлай, түгелеп илаған ҡатынымды йыуатарға инеп киттем.

Фото: freepik.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: