+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Февраль , 14:00

АЯҘ КӨН

Марат ӘМИНЕВ (Юмореска) Суд бара. Хөкөм эскәмйәһендә ҡырҡ йәштәрҙәге ҡаҡса ир ултыра.– Хулиганлыҡта ғәйепләнеүсе Ҡасимов Ғәйәр Моффазал улы, судҡа ни булғанын һөйләп бирегеҙ. – Ҡара мантия кейгән судья уҫал ҡарашын ғәйепләнеүсегә төбәй.– Һөйлә тип ни. Беҙҙең урман яғында бесәнде оҙон йәй буйы эшләйҙәр, бесәнлек әҙ, мал күп. Шуға халыҡ ҡуна ятып...–Гражданин Ҡасимов, судты һеҙҙең ҡайҙа ҡунып ятыуығыҙ ҡыҙыҡһындырмай, хулиганлыҡ фактын ғына һөйләгеҙ, – судья түҙемһеҙләнеп сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы.

АЯҘ КӨН
АЯҘ КӨН

    – Ярай әтеү. Ауылда умарта тотҡас, йүкә сәскә атҡан мәлде йыл буйы көтәһең бит инде. Көслө күс феләкләп йыя ла ҡуя бит шул йүкә балын. Бал йыйһалар һинең дә кәйеф шәп, йөрөйһөң шунан шат ата ҡаҙҙай бейеп...

    – Гражданин Ҡасимов, ҡуйып тор әле шул ата ҡаҙыңды, эшкә яҡыныраҡ күс.

     – Гражданин судья, күстем, күстем. Баҡсалағы ҡыярға ике-өс-көн һыу һипмәй торһаң, бөрөшә лә ҡуя, үҫмәй. Үҙе әсе килеп тороп. Ул һиңә һыуһыҙ оҙаҡ торорға кишер йә һуған түгел...

    – Баңҡ!

       Судья сүкеше менән шап иттереп  өҫтәлгә һуҡты. Терт итеп ҡалған Ҡасимов аптыраны, күҙҙәрен сырт-сырт йомоп берсә судьяға, берсә үҙен һаҡлаған полиция хеҙмәткәренә ҡараны.

    – Гражданин Ҡасимов, етер кишер сәйнәргә, мин һеҙгә һорау бирәм, һеҙ йә эйе, йә юҡ тип яуап бирегеҙ.  – Түҙемһеҙлеген юғалтҡан судья ғәйепләнеүсегә аҡайып ҡараны. – Һеҙ фәлән көндө  программист Ванюркинға, унан администратор Хәлфинға һуҡтығыҙмы?

     – Эйе.

      – Үҙегеҙҙе ғәйепле тип һанайһығыҙмы?

     –  Ғәйеплемен, иптәш судья, мин дә, һауа торошо ла.

     – Ә һауа торошоноң ниндәй ҡыҫылышы бар?

     – Бар шул, иптәш судья. Ауылда йәшәгәс, һауа торошона ғына ҡарап йәшәйһең бит. Үлән үҫһен өсөн көслө ямғырҙар кәрәк, бесән әҙерләгәндә аяҙайтыуын көтәһең, йүкә сәскә атҡас яуған ямғыр умартасыны балһыҙ ҡалдыра, йәшелсә-емеш...

     – Ванюркинға ниңә һуҡтың? – Судья ике ҡуллап башын тотто.

     –  Ямғыр яуһын ине, әтеү саң баҫты, ти бит. Уға ни, көнө-төнө комьютерҙа ултырған офис ҡортона, һинең малың ҡәҙерлеме, балыңмы. Һулаҡай менән берҙе генә яманым тегеңә, мәтәлләп барып төштө. Шәп булды, саңын баҫырлыҡ иттем.

    – Хәлфинға нисә тапҡыр һуҡтың?

    – Берҙе генә иптәш судья. Үҙе ғәйепле инде.  Ямғыр түгел, хет туфан яуһын, кешегә һуҡма тип аҡыл өйрәтеп маташа бит. Теле нәмә һөйләгәнен ҡолағы ишетәме икән. Туфан сыҡһа бөтә донъяһын һәләк итә ләһә. Ә минең кәртә тулы мал, йәшелсә, умарталар...

      Судья приговорҙы уҡый башлағас, күк йөҙөндәге болоттар таралып, ултырыштар залына ҡояш көлөп ҡарай башланы.  Тәҙрәнән күҙен дә алмаған ғәйепләнеүсенең ҡыуанысы эсенә һыймай, ауыҙы ҡолаҡтарына еткәнсе йылмая ине.

                     Фото: million-wallpapers.ru                              

 

                      

                                                   

 

 

 

       

 

 

 

                           

 

 

                    

      

      

Автор:
Читайте нас: