- Аптырамаҫ ерҙән аптырарһың, бөтәһенеке лә бар, ә һинеке юҡ, имеш.
- Юҡ менән башыңды ҡатырма. Бер һине генә яратҡанымды беләһең дә. Әллә миңә ышанмайһыңмы?
- Ышанауын ышанам, - ти ҡатыным күңелһеҙ генә. Ышанмағаны күренеп тора ине.
- Ярар, әйтһәм әйтәйем, - тип алдарға уйланым. - Минең дә бар һөйәркә. Кешенән ҡайһы ерем кәм!
- Дөрөҫме? Ә кем?
- Исеме нисек һуң әле?.. Әәә, Венера.
- Ҡайһы Венера? - ҡапыл һораны ул.- Арт-һынын уйнатып урамдан үтеп йөрөгән Венерамы?
- Ул. Точны.
- Ахх, ул стерваны! - тип ҡысҡырҙы ҡатыным. - Ахх, һин ҡарт ишәк, тапҡанһың кемде?!
- Әййй...Үҙең теләгәйнең бит, - тим, бөтөнләй аптырап.
- Нимәне теләгәйнем?
- Минең һөйәркәм булыуын.
Ҡатыным, йүгереп барып серванттан бер сынаяҡ алды ла, иҙәнгә бәрҙе. Уның артынан икенсеһе осто. Эштәр былай барһа, өйҙә бер әйберҙә ҡалмаясаҡ.
- Һөйөклөм, - тинем эште яйға һалырға уйлап, - тағы берәү бар минең һөйәркәм. Әйтһәм әйтәйем инде.
- Кем ул? - өҫкә күтәрелгән ҡул, сынаяҡ менән ҡуша яйлап ҡына, аҫҡа төштө. - Кем ул?
- Киноактриса, - тип алдайым мин, - Наталия Орейро! Ҡатыным сынаяҡты һаҡ ҡына сервантҡа ҡуйҙы.
- Бына быныһы- икенсе эш. Әтеү Венера, имеш. Яйлап ҡына мине ҡосаҡлап алды һәм бышылдап ҡына һораны:
- Шулай ҙа мине нығыраҡ яратаһың, ивет.
- Кәнишнә, - тип килешәм. - Орейро һинең менән сағыштырғанда - пуссстәк.
Ҡатыным сикәмдән "әп" итте лә кухняға инеп китте.
- Рәшит, Рәшит, - тигән тауыш ишетелә кухнянан, бер аҙҙан һуң. - Минең дә һөйәрем бар. Әллә ҡасан ук әйтергә уйлап йөрөй инем.
- Кееем? - нәҫел үгеҙендәй үкерҙем. Дивандан ырғып торҙом. - Кем
- Кем тиҙәр әле уны?.. Чак Норрис.
- Саҡ Нурис? Ниндәй Саҡ Нурис тағы? Иллеһе үтеп китһә лә өйләнмәй, Суғын көтөп йөрөгән Нурисламмы? Саҡ Нурис ҡушаматлы?
- Түгел, - ҡатынымдың кухнянан башы күренде.
- Әллә эштә бер бүлмәлә бергә ултырған, кем әле?
- Вәли Кәлиевич, беҙҙең завотдел.
- Нимә?! - тип ҡысҡырҙым. - Ниндәй Вәли Кәлиевич, тағы. Әллә һиңә бер Саҡ Нурис етмәйме?
Мин йүгереп барып сервантты ауҙара һуҡтым. Каратэ алымы менән...
Сәлих ВАҺАПОВ.
Фото: otkritkis.com