+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
11 Март , 12:00

Кәләше лә, кәләше!

Марат ӘМИНЕВ(Юмореска)– Уф, тамам ялҡтым был бисәнән, Аллаһы тәғәлә шулар халҡын ниңә уйлап сығарҙы икән? Өйҙәһеңме, күрше?Һөйләнә-һүгенә ишектән инеп килгән күршеһен күреп, Ҡасим аптырап китте.– Ниңә артыңа ут ҡапҡандай ҡыланаһың, һуғыш сыҡҡанмы әллә?– Хөртөрәк, күрше, бисәкәй шаша…– Ҡатының арыу ғына күренә бит, үҙеңдәлер ғәйеп.

Кәләше лә, кәләше!
Кәләше лә, кәләше!

Сәлим күршеһенең яғаһынан эләктереп алды:

– Ниңә шул аждаһаны яҡлайһың, башыңды стенаға ҡуша бәрәм хәҙер!

– Әтәсләнмә әле, башта нимә булғанын һөйләп бир.

– Нимәһен һөйләйһең уның? Бажа менән берәр рюмка ғына һелтәп өлгөрҙөк, теге нәмә уҡлау менән ҡыуып сығарҙы. Их, күрше, ҡыҙ сағында шәп ине лә әллә ни арала йүнһеҙ бисәгә әйләнде. Туйға саҡлы ҡулынан тотһаң да ҡолағына тиклем ҡыҙара торғайны. Хәҙер уҡлау менән һуғып арҡаны күгәртә.
– Бисәң эт икән шул, ышандырҙың.
– Һуң, шуны һөйләп торам бит. Шулай ҙа арттырып ебәрҙең. Эт тип хурларға ла ярамай. Аҡса таптырыр инде, биш йыл эшләмәгәс, ҡайҙан алайым, минең уға бер тин дә биргәнем юҡ. Уҡлау ҙа эләкмәҫ ине, бажа менән эсә башлауға аҙна булып киткән шул, отпускыһын йыуабыҙ. Бисәне “эт” тип һүгәһең дә ул, күрше, ә мин улай тип әйтмәҫ инем. Анау ваҡыт ике аҙна больницала ятҡайны бит.  Донъя бер үҙемә ҡалды. Бисәне йорт-ҡура тирәһендә бушҡа сабып тик йөрөй тип уйлай торғайным, ә ул эш эшләп йөрөгән икән. Өс балаға ашарға бешер, өй йыйыштыр, ә тышта мал-тыуары баҡыра. Ун биш көндә ун биш йылға ҡартайҙым да ҡуйҙым. Ә һин уйлап ҡара, ҡатын йылдар буйы шул донъяны алып бара
Анау сериалдарҙағы ҡылансыҡ ҡатын-ҡыҙ кеүек, тыҡ-тыҡ баҫып, театрҙарға йөрөгөһө килмәй тиһеңме ни? Ә беҙҙең ҡатындарға хыял итәһе генә ҡала. Бажа менән эсә башлаған кистә, дәртләнеп китеп, ҡатынды ҡосаҡлап алғайным, йоҡо аралаш, ҡуйсәле, Круз, ти был. Ғәрлегемдән айным киттем, әй. Күрше-тирәләге бөтә ауыл халын барлап сыҡтым, береһендә лә Круз исемле ир юҡ икән, телевизорҙан шул артисты күреп ҡалғас саҡ тынысландым. Алтын ул минең кәләш, ә һин уны “эт” тиһең. Тағы берәй тапҡыр уны яманлағаныңды ишетеп кенә ҡалайым әле. Күрше тип тормам, башыңды стенаға ҡуша бәрәм дә ҡуям!

                               

                                              

Автор:
Читайте нас: