Өләсәһе, шайтан һыйыр тирәһендә уралыусан тигәне лә дөп-дөрөҫ икән. Эргәләренә килеп сүкәйергә лә өлгөрмәй, улары шарт та шорт тибешә башлай, шап та шоп ҡойроғо менән сәпәй. Тәүге көндә үк биҙрәһе-нийе менән әллә ҡайҙа бырағытып осорғас:
–Башҡаса шул мөгөҙлө иблистәрҙе күрмәһәм дә бәхил, – тип бәғерҙе телерҙәй итеп үкһене бисара. –Ғәрипләнеп, кеше көнлө булып ятаһы юҡ. Эсмәгән һөтмө!
Шунан алып Гөлбаныу улар янына яҡын да юламаны. Бынан һуң ул һыйыр тирәләй ҡара яу булып безелдәгән себен-серекәйҙәрҙе ҡыуып тора башланы, ә Ғиндушы гөбөрләтеп елендәрҙе тартҡылай. Тик һауылған һөтөн дә үҙ ваҡытында эш итеп ҡуйыу кәрәк. Әммә әлеге лә баяғы теге бәдбәхет уны йомшаҡ диванға әйҙүкләп тик тора...
Ни аралалыр теге ҡара көс бөтә өйҙө ен ояһындай итте лә ҡуйҙы. Ул килгәндә көлөп торған мейес ҡарағыһыҙ ҡап-ҡара булды, тәҙрәләге пәрҙәләргә бер иле туҙан ҡунды. Ә бер көндөмө! Мейесенән, ҡабарып бешкән хуш еҫле әпәкәй алам тип һонолған ҡатын, ҡап-ҡара торомбаштар һөйрәп сығарҙы ла йөрәген тотто:
–Уй, Аллаҡайҙарым! Юҡ, башҡаса был енле-бапаҡлы йортта бер көн дә тороу юҡ. Китәм, китәм. –Ҡатын үҙ-үҙенә урын тапманы, үкһей-үкһей сәстәрен йолҡҡосланы, башын төйгөсләне, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡысланы. –Ҡайҙан ғына килеп ҡаптым ошо енле, сихырлы донъяға. Хәҙер шул хәсис нәмәкәй мейестәге икмәккә лә етеште. Ана, ниндәйен иткән!
–Йәнекәйем, мин башҡаса бында бер көндә тора алмайым, әйҙә, баш имен саҡта ҡасып ҡотолайыҡ, –тип иренә мөлдөрәп ҡараны. –Ана, күрше өлкәгә эшселәр саҡыралар икән, киттек шунда.
–Әйҙә һуң, – тине ире. Күрәләтә сәскә кеүек кәләшен харап итәһе юҡ инде. Ито утыҙ йәшендә саҡ табып алып ҡайттылар.
Күсенеүҙән мәшәҡәтле эш юҡ, тиһәләр ҙә, уларға ауылдан ҡутарылып китеү сүп шайы ла булманы. Ике ҡулдарына бер сумаҙан тотоп, дүрт балаһын етәкләп, тып итеп сыҡтылар ҙа киттеләр. Теге хәсис нәмәкәйҙәр алып китерҙәй имен әйберҙәр ҡалдырмағайны шул. Берҙән-бер һыйырҙары ҡаҡ һөйәккә ҡалып, тәгәрәп ятып үлде. Тауыҡтары ла вис ҡырылды. Барыбер кинәндереп уңышын алған юҡ әле тип, бәрәңгеһен сәсеп тә тормағайнылар. Ишектәре ҡутарылып бөткән шкафтарҙы, кейеҙләнеп, ҡаҡашып, ҡара ер кеүек булып бөткән яҫтыҡ-түшәктәрҙе лә алып торманылар.
–Тормошто яңынан башларбыҙ, –тине Рауза
–Эйе, шулай, йәнекәйем,– тип баш һелкте ире.
Яңы урын ауыл ере булһа ла, бындағы уңайлыҡтарға ҡатын бер килке телһеҙ ҡалғандай булды. Хатта ул был тиклемен көтмәгәйне. Тегендәге кеүек көшәләнеп, өй йылытам тип мейес эсенә инеп китерҙәй булып соҡонаһы түгел. Ул битең, ул кейемең ҡоромға ҡалмай буялып. Инде тоҡанып киттемме тиһәң, һүнгән була.
– Ә бында! Ожмах бит, ожмах! – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Гөлбаныу бүлмәнән-бүлмәгә йүгергеләне, хәжәте булмаһа ла бер кранды асты, унан икенсеһен.
Әммә, ни ғәләмәт, теге өй эйәһе тигән нәмәкәй бында ла арттан ҡалмаған.
... Гөлбаныу ваннаһын асты ла, һыу йыйылғансы нимә тексәйеп торам әле тип, үҙе теге “Кармелита”ны ҡарарға ултырҙы. Бер ваҡыт Хоҙайым, кемдер тыштан ишекте ҡайыра башлағанға ҡатын ҡурҡышынан сарылдап ебәрҙе. Гөлбаныу арлы-бирле иткәнсе ишекте ҡайырып килеп инделәр ҙә уға ябырылдылар.
–Һин нимә, дуңғыҙ, бөтә донъяны һыуға батырҙың?
Өй эйәһенең ҡара эше тамам хәлдәрен алды. Тегеләрҙең өйөнә ремонт эшләй торғас, бурысҡа баттылар. Бынан һуң да әйләнгән һайын бер нәмәһе сығып ҡына торҙо.
Күптән түгел ауылдашыбыҙ, юл төшкәндә тип, Гөлбаныуҙың хәл-әхүәлен белешеп сыҡҡан.
Өй эйәһе тегендә лә һис тынғы бирмәй, имеш. Аптырап-алйыған Гөлбаныу ире менән тағы ла ҡайҙалыр күсенергә йыйына, ти.