-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
16 Апрель , 18:00

Йылмайыу хаҡы

Марат ӘМИНЕВ (Юмореска) Ҡала ситенән баҡса алғайным. Бәләкәй генә йорто, мунсаһы бар ҙа ул, тик арыу ғына ремонт кәрәк. Киттем яҡындағы ауылға оҫта эҙләп. Уңмаған юлға сыҡҡанмын, ахыры. Булған оҫталар йә ҡалымда, йә загулда икән.. Юлда осраған ике-өс кеше: – Йылмаяҡ оҫта ғына бар, тик уға әйтә күрмә, хаҡты ҡутара һорай, – тинеләр. Башҡа сара ҡалмағас, барып таптым теге оҫтаны. Бик мөләйем кеше икән үҙе былай, йөҙөнән йылмайыу китмәй. Ауылдаштары һалған шик-шөһбә бик һағайтҡас, ҡаты иркен һөйләшергә булдым.

Йылмайыу хаҡы
Йылмайыу хаҡы

– Көнөнә биш йөҙ һум түләйем, иртәнән кискә тиклем эшләргә тура килер, шуға риза булһаң – эшләйбеҙ, – тим үҙемдең ҡыйыулыҡҡа үҙем һоҡланып

– Һөйләштек, – оҫта ҡулымды ҡыҫты ла баҡсаһына йүнәлде. – Берәй биҙрә  бәрәңге ҡаҙып алайым әле, ашарлыҡ булған бит, аҙыҡ-түлек һатып алып тормаҫһың.

Бер аҙ телдән ҡалып торҙом. Бәй, гел йылмайып торған был әҙәм әүлиәнең үҙе ләһә. Ауылдаштары яратмаған була бит әле, үҙҙәре йыйын жулик булғас.

Йылмаяҡ оҫта электр бысҡыһы, таҡта йыша торған станогын да үҙе менән алырға булды.

– Инструменттар эҙләп йөрөмәҫһең инде ағайыңда бар саҡта

Ул бөтә әйберҙәрен үҙ “Жигули”йына тейәй башлағас, миңә оят булып китте:

– Иртән алып, кисен килтереп йөрөрмөн, машинаңды ҡуҙғатма, – тим.

Йылмаяҡ күңелде әсир итерлек итеп ихлас йылмайҙы:

– Бәлә һалырға яратмайым, беҙ бит әҙәм балалары, хайуан түгел, бер-беребеҙҙең хәленә керә белергә тейеш.

Был һүҙҙәр мине тамам һеңгеҙәтте.

– Көнөнә меңәр һум түләрмен,абзыҡай, – тим.

Йылмаяҡ оҫтаның йөҙөндә бер мускулы ла һелкенмәне:

– Мең икән мең, үҙең беләһең.

Баҡсаға барып йышыу станогынан бер таҡта ла үткәреп өлгөрмәнек, нәмәлер төтәп сыҡты. Йылмаяҡ бер ҡулы менән станогын, икенсеһе

менән йөрәген тотто.

– Йә , Хоҙай, үткән аҙнала ғына күпме аҡса түгеп алыштырғайным бынау әтнәкәһен, сәсрәне бит тағы, таҡтаһы ла йүнле түгел шул, шау ботаҡ.

– Үҙем һатып алырмын, нәмәләр кәрәген генә әйт тә, – минең утҡа баҫҡан бесәй кеүек сәбәләнгәнде күреп, оҫта тынысланды, йөҙөнә ғәҙәти йылмайыуы ҡайтты. Унан һатып алырға запчастар исемлеген  тоттороп, мине ҡалаға йүгертте. Төштән һуң электр бысҡыһының ярты детален алыштырҙыҡ. Унан станокка яңы ҡайыш килтерҙем.

Кис етте. Көнө буйы өс таҡта йыштыҡ та икәүҙе быстыҡ. Ҡайтырға йыйынғас, Йылмаяҡтың машинаһы ҡыҙмаҫ булды. Сервисҡа таҡтырып алып барғас, унда ат хаҡына ремонтларға риза булдылар.

– Ремонт уртаҡ булыр инде, үҙ ризығым, инструменттарым менән һиңә эшләп йөрөйөм бит, –  тине  былай ҙа ҙур ауыҙы ҡолағына еткән Йылмаяҡ,  бер гонаһы булмаған саф ҡарашын төбәп.

Шарҡылдап көлөп ебәрҙем. Йылмайыу  ҡайһы саҡта бик ҡыйбатҡа төшә икән.

Фото: ru.pinterest.com

                                                                  

 

Автор:
Читайте нас: