Малайҙар, кабинетҡа инеү менән, шул һөлдә менән уйнарға тотоналар. Етенсе класта уҡыған Салауат, һөлдәнең ҡул суғын йолҡоп алып, башланғыс класс балаларын ҡурҡытып йөрөгән хатта.
Ғаҡилә, һөлдәне һаҡ ҡына күтәреп, өйөнә алып ҡайтты ла соландағы диванға һалып, өҫтөн япма менән ҡаплап ҡуйҙы. Яңғыҙы йәшәй ул. Ире Ғәббәс, география фәненән уҡыта ине, былтыр вафат булды. Балалары ҡалала төпләнде.
Ремонт барышын тикшерергә район мәғариф бүлегенән киләләр тип шылтыратҡас, Ғаҡилә, тиҙ генә сәй эсеп алды ла, ишеген бикләргә лә онотоп, мәктәпкә йүгерҙе...
Аҙна буйы айный алмай ятҡан Кәлим төш еткәс кенә килеп торҙо. Өйҙә эсерлек бер нәмә лә ҡалмаған. Ҡатыны Сәриә иренең йыш эсеүенән биҙеп бөткән. Кәлим күпме генә инәлеп-ялбарып унан бер сәкүшкәлек кенә аҡса һораһа ла, “юҡ”тан башҡа һүҙ ишетмәне. “Эсеп кенә суҡынып ҡатырһың инде. Ҡасан туҡтарһың? Балаларҙан оялыр инең, исмаһам”, – тине Сәриә. Уның был һүҙҙәрен беренсе тапҡыр ғына ишетмәй Кәлим. Башы сатнап ауырта ине. Кейенде лә урам буйлап сығып китте, бәлки, берәйһе ҡойоп бирер йә яртылыҡ аҡса табыр.
Байтаҡ йөрөнө ул урам ҡыҙырып. Барыһы ла, Кәлимдең эсеп шешенеп бөткән йөҙөн күреү менән, ҡапҡаларын бикләй һалды. “Ғаҡилә еңгәнән һорап ҡарағанда нисек булыр икән?” – тип элекке уҡытыусыһының өйөнә табан китте.
– Ғаҡилә еңгә, һаумыһығыҙ! Ни хәлдәһегеҙ? – тип барып инде. Яуап биреүсе булманы. Өйҙә бер кем юҡ. Кәлим, кеше булмауҙан файҙаланып, эсергә берәй нәмә ултырмаймы тип аш бүлмәһендәге шкафтарҙы, һыуытҡысты ҡарап сыҡты – бер нәмә лә тапманы. Булманы бында ла тип сығып барғанда, күҙе соландағы диванға төштө. Йоҡлап ятһа, хужабикәне уятайым әле, тип япманы асып ебәрҙе. Асып ебәрҙе лә, һөлдәне күреп, бер мәлгә өнһөҙ ҡалды. Шунан: “Ғаҡилә еңгә!” – тип йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырҙы ла урамға сығып йүгерҙе.
Әле генә булған ҡот осҡос күренеште башына һыйҙыра алманы Кәлим. Ҡайтҡансы йүгерҙе.
Йөҙө ап-аҡ булған, ҡурҡыуҙан туҡтауһыҙ ҡалтыранған ирен Сәриә аптырап ҡаршы алды.
– Ҡобараң осҡан, ни булды? – тип һораны ул.
Кәлим: “Ғаҡ!” – тип ҡалтырап ултырыуын ғына белде. Ул һаман иҫен йыя алмай ине әле.
– Нимә ғаҡылдайһың? Аңлатып һөйлә, – тине Сәриә, аптырап.
Кәлим, һыу эсеп алды ла, бер аҙ тыныслана төшкәс:
– Ғаҡилә Һиҙиәтовна үлгән. Нимә булғандыр, белмәйем. Соландағы диванында һөлдәһе генә ята. Кәүҙәһен вис ҡомаҡтар кимереп бөтөргән, – тине, һаман тыныслана алмайынса.
Сәриә иһә иренә ышанманы:
– Кит, юҡты һөйләмә! Кисә генә күрҙем Ғаҡилә еңгәне, һин дә мин йөрөп ята ине бит. Шул хәтле эсеүеңә тағы әллә нимәләр күренер.
Ҡатынының һаман да ышанмағанына әрнеп, Кәлим күҙ йәштәре менән аңлатырға тырышты.
– Ысын, үҙем күрҙем бит, һөлдәһе генә тороп ҡалған. Ишеге бикһеҙ ине, тимәк, үлтереп киткәндәр.
– Уй Алла! Улай булһа, бик йәл, кемдең үсе булды икән инде? – тине Сәриә. – Һәйбәт кеше ине. Әйҙә барайыҡ өйөнә.
Үҙе был ҡайғылы хәбәрҙе еткерер өсөн күрше-күләнгә шылтырата башланы. Хәбәр йәшен тиҙлегендә ауыл буйлап таралды. Барыһы ла Ғаҡилә Һиҙиәт ҡыҙының өйөнә ашыҡты.
– Ҡуй инде. Бик ҙур ҡайғы, балаларына хәбәр итергә кәрәк, – тиеште халыҡ.
Мәктәптән ҡайтып, өйөн йыйыштырып йөрөгән Ғаҡилә, үҙенең өйөнә табан ағылған халыҡты күреп, аптырап ҡалды. Нимә булды икән, тип ишек алдына сыҡты. Уны иҫән-имен килеш күргән ауыл халҡы, шатлығынан берсә иларға, берсә көлөргә тотондо. Эштең ниҙә икәнлеген аңлағас, Ғаҡилә үҙе лә көлә башланы. Шунан һөлдәне күрһәтте.
Кәлим иһә был ваҡиғанан һуң бөтөләйгә эсеүен ташлаған, имеш.
Фото: https://ru.freepik.com